Jump to content

Author:Шәйехзада Бабич

From Wikisource



Шәйехзада Бабич
Шәйехзада Бабич
Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы
тыуған: 02(14).01.1895, Әсән ауылы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, хәҙерге Дүртөйлө районы, Башҡортостан Республикаһы
вафат: 28.03.1919, Йылайыр ауылы, Башҡорт АССР-ы, хәҙерге Йылайыр районы, Башҡортостан Республикаһы
башҡорт шағиры
дәүләт эшмәкәре
Викимилектә рәсеме

Шәйехзада Бабич, Бабичев Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы (1895—1919) — шағир, дәүләт хеҙмәткәре.

Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Әсән ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында, атаһы, Әсән мәхәлләһенең муллаһы, Мөхәмәтзакирҙың мәҙрәсәһендә ала. 1910 йылда ҡаҙаҡ далаларында ҡаҙаҡ балаларын уҡыта. Шәйехзада Бабич 1911–1916 йылдарҙа Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. Мәҙрәсәлә ҡулъяҙма рәүешендә сығарылған «Парлаҡ», «Эләктергес» исемле журналдарҙы сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт халҡының төрлө ҡыҫымдар арҡаһында ауыр тормош көтөүе, башҡорт ерҙәре мәсьәләләре киҫкенләшеү, әсә телендә яҙма булдырыу, дөйөм белем биреүҙе камиллаштырыу тураһында борсолоп шиғырҙар ижад итә. Өфөлә, Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә әҙәби кисәләр, концерттар ойоштороусыларының береһе була. 1917 йылдың көҙөнән башҡорт милли хәрәкәтенең ҡатнашыусыһы, Автоном Башҡурдистандың Башҡорт өлкә шуроһының сәркәтибе, "Башҡорт" газетаһының мөхәррире, башҡорт йәштәре ойошмаһы "Тулҡын"дың етәксеһе. 1918-1919 йылдарҙа башҡорт ғәскәренең хәрби корреспонденты булып эшләй.

1919 йылдың 28 мартында Башкорт Ғәсҡәрҙәре Ҡыҙылдар яғына күскән ваҡытта староверҙар тарафынан йыртҡыстарса, меңдәрсә өлөштәргә турап үлтерелгән.

Китаптары

[edit]

Шиғырҙары

[edit]

Һылтанмалар

[edit]
Works by this author published before January 1, 1929 are in the public domain worldwide because the author died at least 100 years ago. Translations or editions published later may be copyrighted. Posthumous works may be copyrighted based on how long they have been published in certain countries and areas.