0%

Ике аҡҡош. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ике аҡҡош (Тәмҫил) (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. - Өфө: Китап, 1994. - 640 бит.


Ике аҡҡош (Тәмҫил)



Күк ҡабағы асылған бер нурлы төндә
Күренде ике аҡҡош көньяғында.
Төштөләр ҡаңғылдашып осоп барып,
Зәңгәр офоҡ аҫтындағы серле күлгә.

Күл әйтте: "Ҡошҡайҙарым, хуш килдегеҙ,
Күп йылдар айырылышып, буш ҡылдығыҙ.
Һөйөнөгөҙ инде, ҡоштар, осоноғоҙ:
Маҡсатҡа бына тағы ҡушылдығыҙ".

Вә ләкин шайтан ҡорған сихыр менән
Күл икегә бүленгән уртаһынан.
Ике аҡҡош маҡсатына ҡушылһа ла,
Күлебеҙ ҡушылмаҫ, тип ҡурҡа шунан.

Ике аҡҡош ике яҡта, күккә ҡарап,
Бергәләп йырланылар ҡағып ҡанат.
Һылыу ҡыҙ - күл пәрейе һыуҙан сығып,
Йырҙарын тыңлап торҙо, сәсен тарап.

Шыңғырағас аҡҡоштарҙың тауыштары,
Ел килеп, күлгә ниҙер тауышланы.
Биткәйен йыйырсыҡлап, күл йылмайҙы,
Баш эйҙе ситендәге ҡамыштары.

Ҡамыш әйтте: "Һөйөнсө бар Ел бабайҙан,
Ел бабай алып килгән бер хоҙайҙан:
Ғирештә теләгегеҙ ҡабул булған,
Асылыр һеҙгә тиҙҙән яҡты майҙан".

Аҡҡоштар шатлыҡ менән ҡабындылар,
Һыу һирпешеп бер-беренә ҡағындылар.
Күлдән сөйгән тамсылары өҫкә менгәс,
Ай нурында бер-беренә һырылдылар.

Ике тамсы бер булды нур ҡатышып,
Ике йөрәк бер булды юлға төшөп.
Тамсылар ынйы булып кире тамды,
Ай нуры уйнап торҙо күлгә төшөп.

Нурлы ай: "Төн ваҡыты уҙҙы, - тине,
Һандуғас таң мәҡамын һыҙҙы, - тине;
Мин көтәм шәм булыуға ҡараңғыла,
Ҡояш атам ҡарар инде һеҙҙе", - тине.

Ай китте, таң нурланды, ҡояш сыҡты,
Донъяға йәм аңҡытты, нур балҡытты.
Ҡамышлыҡ араһынан ике яҡлап,
Аҡҡоштар күлде буйлап йөҙөп китте.

Хоҙайым мәҙәт бирһен аяҡтарға,
Бер маҡсатҡа талпынған ҡанаттарға!
Аралағы шайтан тауын емерегеҙ тип,
Илаһи фарман сыҡһын мәләктәргә!