0%

Зөһрәгә. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Зөһрәгә (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1917.


Зөһрәгә


Әй, матур ҡыҙ Зөһрә йән,
Мин һине күрәм ҡасан?
Әй, Бибизөһрә, һиңә
Төштө ысын ғишҡым, ышан.

Бик матур, бик йәмле тип
Мәрйәм апай маҡтаны.
Шул минутта күңелемде
Мөхәббәтең ҡапланы.

Күрмәһәм дә күргән кеүек,
Төштө ғишҡың ҡәлбемә.
Зөһрә ҡыҙҙы насип ит, тип
Доға ҡылдым тәңремә.


1917