Jump to content

Ҡыҙыл вәғәз. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Ҡыҙыл вәғәз (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. - Өфө: Китап, 1994. - 640 бит.


Ҡыҙыл вәғәз


 * * *
Ярлы кеше! Һиңә донъя харам төҫлө,
Инде һин дә донъяла тор әҙәм төҫлө!
Сыра булып сырай һытып йөрөүселәр,
Башҡалар пумпайғанда «кәбән» төҫлө!..
 * * *
Бай кеше! Заман хәлен белгән яҡшы,
Хәҙер инде байығандан да бөлгән яҡшы!
Малыңдың ҡап яртыһын — зәкәт итеп,
«Милли шура» кассаһына биргән яҡшы!
 * * *
Приказчик! Әгәр башың булһа айыҡ,
«Давай» — тиген, байыңа баҡ секерәйеп,
Байың баҡһа иңгерәйеп, ташла ла сыҡ,
Магазины тороп ҡалһын һеметәйеп.
 * * *
Һин, мөхәррир, бай кәйефенә ҡол булғанһың,
«Аҡса» тигән йәһәннәмгә убылғанһың;
Ҡара көстө аҡ елкәгә атландырып,
Хәҡиҡәтте бер яҡҡараҡ һепергәнһең...
 * * *
Мулла абзый! Ант итәмен салмаң менән,
Ант итәмен күңелеңдәге Аллаң менән,
Шәриғәтте ҡырҡ яҡҡа тартҡылайһың
Күп ваҡыт «карман»дағы дарман менән!
 * * *
Әй, мосолман! Тәҡдиш итәм сабырыңды,
Һин түҙәһең, татар халҡы ҡәҙереңде
Белмәһә лә, өҙөп хәйәт тамырыңды,
Күҙ алдыңа килтерһә лә ҡәбереңде...
 * * *
Мөфти хәҙрәт! Борҙоҡ буғай ҡойроғоңдо,
Тағы ла бор! Шымартырһың йыйырығыңды.
«Ҡыҙыл»дарҙың араһында мөфти булғас,
«Ҡыҙыл-ҡыҙыл» бирҙең буғай бойороғоңдо!..
 * * *
Әй, мирза, керпек аҫтың ҡалынайған,
Һинең күҙҙә күренәлер: «Татар хайуан!»
Әйтәйемме! Был ҡайҙан килә? Асыуланма!
Күкрәгеңдә кафыр рухы тамыр йәйгән!..
 * * *
«Социалист!» Бер һүҙ әйтәм ҡолағыңа:
Ниңә керҙең кадеттарҙың флагына?
Ҡара, малай, әҙәм алдап йөрөмә алай!
Һаҡ бул уны, күҫәк төшөр сирағыңа!..
 * * *
Һалдат ҡәрҙәш! Дин эштәрен беләм, тимә,
Аңламайса, емерәм дә ҡырам, тимә.
Дин эштәре тапшырылған үҙ урынына,
Ҡатын-ҡыҙҙы мәжлестәрҙән ҡыуам, тимә.
 * * *
Артистарға һуғышҡылап торған яҡшы,
Төрлө-мөрлө һыу эскеләп йөрөгән яҡшы;
Домағыңдан ярты «әлиф» сыҡмаһа ла,
Танауыңдан бағанаға элгән яҡшы!..
 * * *
Байбикә кем! Тәнең шәп вә һауҙыр бит?
Аҫрауҙарға йәнең уҫал-аҫауҙыр бит?
Бөтә фекерең — кейенеү ҙә ашауҙыр бит?
Бөтә аңың — ғәйбәт сәйнәп йәшәүҙер бит?
 * * *
Әй, туташтар! Һеҙ йөрөйгөҙ күңел кисеп,
Егет күңеле һеҙгә төшөп тота ғишыҡ!
Мин фәҡир ҙә һеҙҙе маҡтап йырлап йөрөйөм,
Шулай ҙа ҡай берегеҙ әллә... нисек?..
_______
Домағыңдан — ауыҙыңдан.


1917