Күҙеңде ас, егет, бул ҡаһарман,
Зәһәр сәсеп ажғыр, ҡәһәрлән!
Күр, илеңде ялмап һәр яғынан
Дөрләп янып килә йәһәннәм.
Йәһәннәмдән ҡайнап, ташып, күпереп,
Ҡалҡып тора уттан болоттар,
Сабый бала төҫлө ярһып, үкереп,
Ерҙә илай меҫкен өмөттәр.
Ялҡын һибеп, ҡыҙыл күмер сәсеп,
Ут ямғыры яуа, бөркөлә.
Йәһәннәмдән сыҡҡан убыр ҡарсыҡ,
Ерҙе йотам, тиеп елкенә.
Болот ситтәрендә йылан-саян,
Ялҡын сәйнәп тора, аҫылынып.
Шуны күрмәҫ өсөн шәфҡәт иман
Әллә ҡайҙа ята йәшеренеп.
Зобаниҙар һелтәп гөрзөй-суҡмар,
Болоттарҙы бутай, ҡуйырта,
Ут эсенән сүпләп вәхши ҡоштар
Беҙҙең өҫкә үлем ырғыта.
Һарыла ергә ялҡын һәр офоҡтан,
Ут һурыла, донъя ҡурыла.
Өйөрмәләр яһап ҡыҙыл уттан,
Әжәл шайтандары өйөрөлә.
Саф һауаны ялҡын ашап төшә,
Ут һулайһың һауа урынына,
Йәнә ялҡын төшә, йәнә оса,
Йәнә ҡайнай, йәнә урғыла...
Мәңге һүнмәҫ, ахыры, был йәһәннәм,
Һаман яныр, һаман ҡыҙҙырыр.
Ғәзиз илең һинең, әй, ҡаһарман,
Һаман ауыр көндәр уҙҙырыр.
Һис ҡайғырма, шатлан әүәлгесә,
Бәхет еңер әле, иншалла,
Йәһәннәмдәр аша уҙмайынса,
Ожмах табырбыҙ тип ышанма!