Таярбыҙ беҙ Ватан фарманына,
Ысын ихлас биреп, баш ороп;
Тыуған илебеҙҙең ҡорбанына
Йәнде-тәнде һөйөнөп тапшырып.
Илебеҙ түшәк, еребеҙ карауаттай,
Ҡары-боҙо эҫе юрғандай;
Түҙемлебеҙ батыр Салауаттай,
Күкрәк ғәйрәт менән тулғандай.
Утлы беләк беҙҙең утын яҡһа,
Кибер төҫлө өлкән диңгеҙ ҙә;
Ныҡлы беләк беҙҙең уғын атһа,
Тейер төҫлө Сулпан йондоҙға!
Беҙ йөрөйбөҙ илде һаҡлайбыҙ тип,
Һаҡларбыҙ һәм Башҡортостанды;
Тураҡлайбыҙ, илде таптайбыҙ тип
Ҡаршы килгән яуыз дошманды!
Илкәй өсөн сыҡһын ғәзиз йәндәр,
Ҡунһын шәһит рухтар талына;
Хәләл ергә аҡһын хәләл ҡандар,
Бабайҙарҙың ҡаны янына.
Беҙҙең ғәскәр,әйҙә, алға марш!
Тетрәп торһон ер-күк, асманы.
Беҙ арыҫлан, беҙ бит һәм юлбарыҫ,
Яңы Башҡортостан ғәскәре.