Jump to content

Ҡан шәүләһе. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Ҡан шәүләһе (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. - Өфө: Китап, 1994. - 640 бит.


Ҡан шәүләһе


Күп зобаниҙар иҫәпһеҙ ҡанлы арба тарталар,
Арбалар, уттан вә гөрзөйҙән яһалған тәртәләр.
Йөҙ һытылған, тештәр ыржайған, ҡара көйгән ирен,
Күҙ төбөндә ҡап-ҡара ҡандан ойошҡан арпалар.
Күр ана: астар ашайҙар, гүр ҡаҙып, серегән мәйет,
Һиҫкәнә йән, сирҡана тән һәм сымрлай арҡалар.
Күр ана: инсан башынан тау өйөлгән - баш тауы!
Яҡ-яғында ябырылып осмаҡҡа ҡоҙғон-ҡарғалар.
Ерҙә ҡан, ҡандан томан, күктә эленгән ҡанлы ҡул,
Ҡанлы ҡулда ҡан тамып торған ҡот осҡос балта бар.
Ҡан томанында йөҙә мәнфүр үлем ғифриттары,
Бары ла ҡапҡан ауыҙына шомло үләкһә-мәйтәләр.
Һәр офоҡтан урғылып, ҡайнап сыға утлы төтөн,
Борола-һарыла ажғырып, шунан йыландар ҡалҡалар.
Ул сыйылдайҙар ҡолаҡта бихисап ен шымсыһы:
Алғы көндән ҡурҡыныс, ҙур фажиғә аңғарталар.
Күрһәтә мең төрлө төҫ, мең төрлө эш бер лахзала,
Ләүхелмәхфүздә теҙелгән серле, тылсым карталар...