Jump to content

Большевиктар менән килешеү туралы башҡорт халҡына көйлө хитап. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Большевиктар менән килешеү туралы башҡорт халҡына көйлө хитап (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1919 йыл, 25 февраль. Темәс. Нәшер ителгән: 1) 1919. 2) 1994. Сығанаҡ: 1) Темәс башҡорт шуралар йөмһүриәтенең матбуғаты. 2) Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. — Өфө: Китап, 1994. — 640 бит.


Большевиктар менән килешеү туралы башҡорт халҡына көйлө хитап


1

Башҡорт халҡы, һиңә бер һүҙ әйтәм,
Минең әйткән һүҙҙе тыңлаһаң,
Зәки һеҙҙе һатҡан тигән һүҙгә
Ышанмаҫһың, алйот булмаһаң...

Уйыңа ла алма, башҡорт булһаң,
Әхмәтзәки беҙҙе һатыр тип!
Ҡөрьән үбеп Зәки ғәһед иткән,
Уйлай күрмә антын тапар тип.

Башҡорттағы намыҫ, иман менән
Ярһып тибә Зәки йөрәге,
Ҡолаҡ асма дошман ҡотҡоһона!
Зәки — Башҡортостан терәге.

Башын һалып Зәки эшкә кергән
Йәтим Башҡортостан бәхетенә,
Валлаһи, ул һатмаҫ тыуған илен
Донъя аҡсаһына, тәхетенә...

Ышан, ышанғандай бер аллаңа:
Зәки һинең садыйҡ уғылың!
Утҡа бешер Зәки, һыуға төшөр,
Әммә һатмаҫ намыҫ — күңелен!

Большевиктар менән ул килешһә,
Илде ҡотҡарам тип килеште,
Уйлай күрмә, ниңә улай булғас,
Дутов яҡлы булып һуғышты?

Дутов яҡлы булдыҡ шуның өсөн,
Дутов беҙҙе яҡлап йөрөгәнгә,
Мин дә һеҙҙең кеүек һуғыш ҡылам
Ҡоролтайҙы яҡлап, тигәнгә.

Дутов яҡлы булдыҡ шуның өсөн,
Дутов беҙгә ҡорал биргәнгә,
Кәрәк ҡәҙәр аҙыҡ, кейем, аҡса
Тағы биреп торам, тигәнгә.

Дутов яҡлы булдыҡ шуның өсөн,
Дутов халыҡ яҡлы булғанға,
Барлыҡ ҡоролтайсы социалдар
Дутов яҡлы булып йөрөгәнгә.

Дутов яҡлы булдыҡ шуның өсөн,
Большевиктар тапап килгәнгә.
«Красный гвардия», сиктән сығып,
Аҫҡан, киҫкән, ватҡан, ҡырғанға.

Ҡайһыбыҙҙы бикләп төрмәләргә,
Ҡайһыбыҙҙы нахаҡ атҡанға,
«Красный гвардия» вәхшәтенән
Башҡортостан ҡанға батҡанға.

Башҡорт намыҫына бысраҡ ташлай
Юрый ҡайбер битһеҙ, иманһыҙ.
Әйтә улар: «Дутов яҡлы булып,
Ҡара бысраҡ юлды ҡыуғанһыҙ».

Ауыҙы яман ҡотҡо һалғанлыҡтан,
Дошман булды беҙгә большевик.
Шул сәбәптән Дутов яҡлы булдыҡ,
Әммә уға сындан ҡаршы инек.

Бына хәҙер донъя алмашынды,
Һәр эш түңкәрелде асылына;
Беҙ ҡушылдыҡ яҡты, хөрлөк яҡҡа, —
Дутов ҡайтты ҡара нәҫеленә.

2

Беҙ ҡушылдыҡ ҡыҙыл тарафына,
Ҡыҙыл беҙҙең яҡлы булғанға,
Азат Башҡортостан йөмһүрлеген
Таныйым тип хуплап торғанға.

Беҙ ҡушылдыҡ ҡыҙыл тарафына
«Красный гвардия» бөткәнгә,
Большевиктар эште рәткә һалып,
Асыл юлдарына сыҡҡанға.

Беҙ ҡушылдыҡ хәҙер ҡыҙылдарға,
Беҙҙең өсөн лайыҡ шул булғас.
Ниңә ҡушылмайыҡ ҡыҙылдарға,
Күптән көтөп торған юл булғас?

Ниңә беҙ ҡасмайыҡ ти шул Дутовтан
Дутов юртып киткәс уң яҡтан,
Ниңә ярашмаҫҡа большевик менән,
Беҙҙең һуҡмаҡ киткәс һул яҡтан?

Большевиктар әйтә: был донъяла
Ярлы халыҡ хөкөмө йөрөһөн, тип,
Ярлы эшселәрҙең хас дошманы
Буржуйҙарҙың тамыры ҡороһон, тип.

Дутов, Колчак әйтә: эш башына
Алтын тажлы батша менһен, тип,
Батша менеп, һаман Николайҙай
Ярлыларҙың ҡанын имһен, тип.

Большевиктар әйтә: ҡоллоҡ бөтһөн,
Ярлы халыҡ рәхәт йәшәһен,
Ирек көнө тыуып был донъяға,
Тигеҙ, яҡты көндәр яһаһын.

Дутов, Колчак әйтә: закондарҙы
Бай-бетсәләр яҙып торһон, ти.
Ярлы эшсе халыҡ әүәлгесә
Бай-бетсәгә хеҙмәт ҡылһын, ти.

Большевиктар әйтә: нәҫел-нәсәп,
Түрәлектең бото бер тин, ти.
«Ҡалын елкә» менән «ярылған ҡул»
Көнкүрештә булһын бер тиң, ти.

Дутов, Колчак әйтә: ергә, күккә
Хужа булһын фәҡәт урыҫ, ти,
Мосолмандар һаман иҙелһендәр,
Урыҫтыҡы ғына дөрөҫ, ти.

Большевиктар әйтә: һәр бер илгә
Камил мөхтәриәт бирелһен!
Һәр бер ярлы, мазлум, иҙелгән ил
Мөхтәриәт алһын, терелһен!

Дутов, Колчак әйтә: ваҡ милләттәр
Мөхтәриәт ала күрмәһен!
Батша ҡулы аҫтында ғүмер һөрөп,
Буржуаздар йырын йырлаһын!

Уйлап ҡара, башҡорт, аҡылың менән,
Ҡайһы тараф һиңә хәйерле?
Анау төрө яман Дутовтармы?
Әллә большевиктар хәйерле?

Бер ҙә шикһеҙ һиңә аҡылың әйтер:
Большевиктар юлы хәйер, тип,
Йәнең теләр шунда: әй, хоҙайым,
Дутовтарҙан мәңге айыр, тип.

Ни әйтерһең икән инде миңә —
Әхмәтзәки һине һатҡанмы?
Әллә яман юлдан алып сығып,
Яңы, яҡты юлды тапҡанмы?

Һин әйтерһең миңә: динең булһа,
— Юҡ, һатмаған икән, — тиерһең, —
Башҡортлоҡтоң изге, ҙур намыҫын,
Юҡ, аҡлаған икән, — тиерһең.

3

Бер беҙ генә тугел, бик күптәрҙе
Ышандырҙы Дутов бер саҡта,
Себер яҡтан залим Колчак сыҡҡас,
Ҡушылды ла китте Колчакка.

Дутов төҫөн асҡас, халыҡ яуы
Большевикка барып ҡушылды.
Дутов, Колчактарҙың юлын күреп,
Чехословактар ҙа бошондо.

Ҡаныбыҙҙы бикәр ҡоймайбыҙ, тип,
Чехословак һуғыш ташланы.
Батша ултыртырға килмәнек, тип,
Өйҙәренә ҡайта башланы.

Колчак сыҡҡас, Дутов серен асҡас,
Барлыҡ социалист-партия
Изге ихтилалдың хөрмәтенә
Тағылдылар ҡыҙыл артына.

Шулай итеп, Дутов, Колчактарҙан
Халыҡ күңеле һаман һыуынды.
Был икәүгә ҡаршы һуғыш өсөн
Ҡыҙылдарға барып һыйынды.

Ике залим, ситтән ярҙам һорап,
Союзникка атты күҙҙәрен.
Союзниктар: «Һеҙгә ғәскәр юҡ», тип
Аңлаттылар һуңғы һүҙҙәрен.

Шул сәбәптән хәҙер Дутов, Колчак,
Белмәйем инде, ни хәл итерҙәр.
Ни хәл итһен инде: мәғлүм хәлдәр —
Тиҙҙән йәһәннәмгә китерҙәр.

4

Башҡорт халҡы элек, аңламаҫтан,
Ғәҡес инҡилапсы, тинеләр.
Батша ултыртыуға теләй торған
Ҡара көстәр яҡлы, тинеләр.

Белһен улар беҙҙең, башҡорттарҙың,
Ғәҡес инҡилапсы түгелен.
Уҡыһындар башҡорт тарихтарын,
Шунда күрер башҡорт күңелен!

Шунда күрер: башҡорт борондан уҡ
Инҡилапсы булып килгәнен,
Залим түрәләргә башын бирмәй,
Ирек өсөн һуғыш ҡылғанын.

Белеп торһон: беҙҙәр борондан уҡ
Ҡара көскә яман ҡаршы инек,
Беҙҙең үткәндәге ҡаһармандар
Заманына күрә большевик!

Беҙҙең Абыҙ, Аҡай, Салауаттар,
Ҡараһаҡал, Айҙар, Күсемдәр —
Былар бары ла ҡара көскә ҡаршы
Һуғышып үлгән алтын исемдәр!

Ирек өсөн, азат илкәй өсөн
Борондан уҡ килдек ҡырылып.
Урыҫ менән нисә, нисә йылдар
Һуғышып барып көскә бирелдек.

Урыҫ ҡыҫҡас беҙҙе шытырлатып,
Мәлиәттән сыҡтыҡ, иҙелдек.
Ер тарайҙы беҙҙең, ил ҡарайҙы,
Әҙәм күрмәгәнде беҙ күрҙек.

Инде бынау форсат ваҡыт килгәс,
Башҡорт халҡы йоҡлап ятһынмы?
Иле өсөн һуғышып шәһит булған
Олатайҙар исемен һатһынмы?

Юҡ, һатманы башҡорт иҫке исемен,
Атылып килеп сыҡты майҙанға!
«Мин — башҡорт!» — тип шунда һөрәнләгәс,
Мәғрур халыҡ ҡалды хайранға.

Уйлай ине улар башҡорт халҡын
Үлем иҫереклеге тотҡан тип,
Йәмле ерен уның урыҫ баҫҡан,
Башҡортлоғон татар йотҡан тип.

Бушҡа сыҡты барлыҡ яуыз фекер,
Башҡорт халҡы үҙен танытты.
«Азат Башҡортостан» тыуын алып
Ҡара көскә ҡаршы ҡалыҡты.

Ирек ҡоло башҡорт, шулай булғас,
Дутов, Колчак яҡлы булырмы?
Аяҡ-ҡулын бәйләп, үҙен-үҙе
Ҡара көскә тотоп бирерме?

Мәңге бирмәҫ башҡорт һәм бирҙермәҫ
Иле өсөн янған һағышы!
Үлһә үлер ғәзиз ере өсөн,
Әммә тере ҡалыр намыҫы!

5

Уҙаманым, ҡустым, аҡһаҡалым,
Олатайым, апам, инәйем,
«Ышанмағыҙ дошман һүҙенә!» — тип
Ҡайта-ҡайта йырлап көйләйем!

Дутов залимдарҙың ялсылары
Һеҙҙең арағыҙҙа йөрөрҙәр,
Һеҙҙе алдап ауға төшөрөргә
Төрлө ҡиәфәткә керерҙәр!

Улар ҡара шайтан булһалар ҙа,
Йөрөр тыштан яҡшы күренеп,
Һеҙҙе ҡыҙғанғандай һүҙҙәр һөйләп,
Фәрештәләр һымаҡ ҡыланып.

Ҡолаҡ асма, башҡорт, ҡурҡытыуға,
Намаҙ-ниязыңды ҡыла тор.
Иҫәнлеген теләп ирҙәреңдең,
Эштең ахырын көтөп тора тор.

Фетнә һалып йөрөгән шайтандарҙы
Хөкүмәткә тотоп килтерең,
Ҡулға төшкән Дутов ялсыларын
Эһ тиҙермәй эшен бөтөрөң!

Башҡорт халҡы! Һиңә һүҙем ошо,
Баштан-аяҡ ихлас тыңлаһаң,
Зәки һине һатҡан тигән һүҙгә
Ышанмаҫһың, алйот булмаһаң.

Ғәһед — ант.
Садыйҡ — тоғро.
Йөмһүрлек — республикалылыҡ.
Мөхтәриәт — ирек, азатлыҡ.
Ихтилал — сыуалыш.
Ғәҡес инҡилапсы — революцияға ҡаршы.
Мәлиәттән сыҡтыҡ — эштән сыҡтыҡ


1919 йыл, 25 февраль. Темәс