Башбит/Бөгөнгө анонстар/2016/48

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
 -  2016 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Ҡандарында - моңо, етеҙлеге - Етеҙ Таныптан

Ҡалтасы районының хозур тәбиғәтле көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Борай районы менән сиктәш ерҙәрҙә ятҡан Күгәрсенде ысын мәғәнәһендә төпкөл ауылдар исемлегенә индерергә мөмкин. Район үҙәге Ҡалтасыға бынан 32 километр булһа, ауыл советы урынлашҡан Оло Ҡасаҡҡа – туғыҙ, яҡындағы Яңауыл тимер юл станцияһына - етмеш саҡрым. Ауыл һыулаған Етеҙ Танып йылғаһы үҙе башланған йылға Пермь крайындағы һаҙлыҡтарҙан алып Тәтешле, Балтач, Борай һәм Ҡалтасы райондары буйлап бында тиклем 287 километр ара үтә, артабан Краснокама районына сыға һәм, тағы ла алтмыш саҡрым ағып, Ағиҙелгә барып ҡоя. Ҡайһы бер ғалимдәрҙең фекеренсә, ауыл исеме Күгәрсе булырға тейеш һәм уның “күгәрсен” атамалы ҡошҡа бер ни бәйләнеше юҡ. Төптән ныҡлы тикшерелмәгәнлектән, рәсми телдә Күгәрсен булып нығынып ҡалған ауылды урыҫса Кугарчино тип яҙып йөрөтәләр.

Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа билдәләнеүенсә, Бөрө өйәҙе Эске-Йылан волосының аҫаба башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙләгән Күгәрсен ауылы документтарҙа тәүләп 1783 йылда телгә алына. Ә инде 1795 йылғы V ревизия мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бында (ауыл исеме урыҫса Кугарчинова тип бирелгән) йәшәүсе халыҡ башҡорт тип яҙылған һәм ун бер йорт-хужалыҡта 36 ир-ат һәм 31 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. 1834 йылдағы VIII ревизия йомғаҡтары буйынса....д а у а м ы...


Ансар Нуретдинов мәҡәләләре...