Башбит/Бөгөнгө анонстар/2016/08

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
 -  2016 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Тирмәмдә(шиғыр). Салауат Юлаев

Тирмәмдә


 Тирмәм тора көмөш кеүек
 Йылға ярында.
 Хуш еҫле сәскәләр үҫә
 Тирә-яғымда.
Көтөүҙәр йөрөй. Мин үҙем
 Ятам тирмәмдә.
 Туғандарым, яҡындарым
 Минең эргәмдә.
Шул саҡ тирмәм ишеген
 Асырға ҡуштым.
 Тән буйы тыңланым моңон
 һандуғас ҡоштоң.
Ниндәй яҡшы, ниндәй татлы
 Булды бөгөн тән.
 Керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем
 Ошо төндө мин.



Салауат Юлаев әҫәрҙәре...