Jump to content

Башбит/Бөгөнгө анонстар/2016/13

From Wikisource
 -  2016 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Киләсәккә мираҫ. Әлфиә Аҡбутина.

Википедия – виртуаль донъяның иң күләмле проекттарының береһе. Маҡсаты – Ерҙәге бөтә телдәрҙә тулы энциклопедия булдырыу. Унда ингән һәр мәғлүмәт кешелек тарихына мәңгелеккә инеп ҡаласаҡ. Википедияны төҙөү эшмәкәрлеген «Викимедиа» коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ ойошмаһы координациялай, энциклопедияның мәҡәләләрен донъяның ирекмәндәре яҙа – ысын мәғәнәһендә халыҡсан проект ул. Унда ингән мәғлүмәттәр башҡа телдәргә лә тәржемә ителә. Телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән был проекттың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Бындай проекттан ситтә ҡалыу заман арбаһынан төшөп ҡалыуға тиң булыр ине.

Википедия 2001 йылдың 15 ғинуарында инглиз телендә рәсми асыла. Әлеге көндә 770 телдә эшләнә. Шуларҙың 277-һе үҙ аллы проект статусына эйә. Башҡорт Википедияһы 2005 йылдың 16 апрелендә үҙаллылыҡ ала.

Шөкөр, Башҡорт Википедияһы бар, үҫә, тулылана. Быйыл уға 10 йыл тула. Юбилей айҡанлы «Вики-һабантуй-2015» тигән саралар йыйылмаһы ғәмәлгә ашырыла башланы. Әле ирекле энциклопедияға мәҡәләләр яҙыу һәм башҡа телдәрҙә булғанды тәржемә итеү буйынса конкурс бара. Башҡорт Википедияһында теркәлеп, был бәйгелә һәр кеше ҡатнаша ала. Еңеүселәргә аҡсалата бүләктәр ҡаралған.

Йәнә «Вики-Һабантуй-2015»тең логотибын, Башҡорт Википедияһының тантаналы логотиптарын эшләү, Викигид проектында башҡортса һөйләшлек төҙөү сараларын ойош- тороу күҙҙә тотола. Ә 24 – 26 апрелдә «Википедия һәм мәғлүмәт йәмәғәтселеге» тигән халыҡ-ара асыҡ ғилми- ғәмәли конференция үтәсәк. Унда белемде ирекле таратыу теорияһы һәм ғәмәлиәте, идеологияһы һәм технологияһы мәсьәләләре, башҡа виртуаль белем сығанаҡтары ....д а у а м ы...


Аҡбутина Әлфиә Носрат ҡыҙы...