Башбит/Бөгөнгө анонстар/2016/05

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
 -  2016 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


"Ек Мәргән" хикәйәтендә әҙәби фекер сағылышы

XV-XVI быуаттарҙа башҡорт биләмәләре Нуғай Урҙаһы, Ҡаҙан һәм Себер ханлыҡтары араһында бүлгеләп алына. Волганан Тубыл йылғаһынаса терриотрияла нуғай, башҡорт,ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ ырыуҙары ҙур өлөш алып торған. Был халыҡтарҙың ҡатнашлығы менән тыуҙырылған һәм файҙаланылған фольклор-әҙәби мираҫтың шаҡтай өлөшөн уртаҡ рухи байлыҡ итеп ҡарарға мөмкин. “Мырҙа Мамай”, “Тарғын менән Ҡужаҡ”, “Ғайса улы Әмәт”, “Ек мәргән” һ.б.- ҡаҙаҡ, нуғай ҡарағалпаҡ, татар халыҡтарында ла таралған уртаҡ геройлы, уртаҡ сюжетҡа ҡоролған эпик ҡомартҡылар. Уларҙы тыуған ерҙе баҫҡынсыларҙан һаҡлау, социаль иҙеүгә ҡаршы көрәш, дошман ҡулындағы халыҡты ҡотҡарыу кеүек темалар үҙәк урынды алып тора. Шуныһы характерлы, “был сюжеттар халыҡ репертуарында һаҡланыу өҫтөнә яҙма әҙәбиәт трдицияға ла тоташҡандар” [1;141б.].

Улар араһынан “Ек Мәргән” хикәйәте бер генә вариантта, баҫма әҙәбиәт аша билдәле. Шуға күрә, был әҫәр урта быуаттар төрки халыҡтарының художествалы фекер системаһында башҡорт әҙәби фекер үҫешен өйрәнеүҙә айырым иғтибарға лайыҡ.

Был әҫәрҙе башҡорт яҙыусыһы Фәйзи Вәлиев (1892-1940) XX быуат башында Башҡортостандың көнбайыш райондарында йәшәгән башҡорттарҙан яҙып алған, телдән башҡарыусыһы күрһәтелмәгән. “Жик Мәргән. Халыҡ хикйәсе” тигән исем менән Ҡазанда татар телендә сыҡҡан “Аң” журналының 1916 йылғы 14-се һанында баҫтырылған. Һуңынан Ҡазан тел, әҙәбиәт һәм тарих институтында әҙерләнгән “Борынғы татар әдәбияты” хрестоматияһына (Ҡазан, 1963), күп томлыҡ “Татар халыҡ ижаты” йыйынтығының “Дастаннар” томына (Ҡазан 1984) индерелгән. Башҡортса баҫмаһы “Башҡорт халыҡ ижады” ның 5-се томында (Өфө, 2000) донъя күрә. д а у а м ы...


Наилә Әхмәтйәнова мәҡәләләре...