100%

"Ек Мәргән" хикәйәтендә әҙәби фекер сағылышы

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
"Ек Мәргән" хикәйәтендә әҙәби фекер сағылышы
автор Н.Ә.Әхмәтйәнова, ф.ф.к.
Ижад итеү ваҡыты: 2007. Нәшер ителгән: 2011. Сығанаҡ: «Ек Мәргән» хикәйәтендә әҙәби фекер сағылышы//Сборник научных статей «Урал-батыр и духовное наследие народов мира».-Уфа,2011.-272-275 с.


XV-XVI быуаттарҙа башҡорт биләмәләре Нуғай Урҙаһы, Ҡаҙан һәм Себер ханлыҡтары араһында бүлгеләп алына. Волганан Тубыл йылғаһынаса терриотрияла нуғай, башҡорт,ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ ырыуҙары ҙур өлөш алып торған. Был халыҡтарҙың ҡатнашлығы менән тыуҙырылған һәм файҙаланылған фольклор-әҙәби мираҫтың шаҡтай өлөшөн уртаҡ рухи байлыҡ итеп ҡарарға мөмкин. “Мырҙа Мамай”, “Тарғын менән Ҡужаҡ”, “Ғайса улы Әмәт”, “Ек мәргән” һ.б.- ҡаҙаҡ, нуғай ҡарағалпаҡ, татар халыҡтарында ла таралған уртаҡ геройлы, уртаҡ сюжетҡа ҡоролған эпик ҡомартҡылар. Уларҙы тыуған ерҙе баҫҡынсыларҙан һаҡлау, социаль иҙеүгә ҡаршы көрәш, дошман ҡулындағы халыҡты ҡотҡарыу кеүек темалар үҙәк урынды алып тора. Шуныһы характерлы, “был сюжеттар халыҡ репертуарында һаҡланыу өҫтөнә яҙма әҙәбиәт трдицияға ла тоташҡандар” [1;141б.].

Улар араһынан “Ек Мәргән” хикәйәте бер генә вариантта, баҫма әҙәбиәт аша билдәле. Шуға күрә, был әҫәр урта быуаттар төрки халыҡтарының художествалы фекер системаһында башҡорт әҙәби фекер үҫешен өйрәнеүҙә айырым иғтибарға лайыҡ.

Был әҫәрҙе башҡорт яҙыусыһы Фәйзи Вәлиев (1892-1940) XX быуат башында Башҡортостандың көнбайыш райондарында йәшәгән башҡорттарҙан яҙып алған, телдән башҡарыусыһы күрһәтелмәгән. “Жик Мәргән. Халыҡ хикйәсе” тигән исем менән Ҡазанда татар телендә сыҡҡан “Аң” журналының 1916 йылғы 14-се һанында баҫтырылған. Һуңынан Ҡазан тел, әҙәбиәт һәм тарих институтында әҙерләнгән “Борынғы татар әдәбияты” хрестоматияһына (Ҡазан, 1963), күп томлыҡ “Татар халыҡ ижаты” йыйынтығының “Дастаннар” томына (Ҡазан 1984) индерелгән. Башҡортса баҫмаһы “Башҡорт халыҡ ижады” ның 5-се томында (Өфө, 2000) донъя күрә.

Хикәйәт нигеҙендә башҡорт батыры Ек Мәргәндең үҙ халҡын, Ҡазан ханлығы бойондороҡлоғонан ҡотҡарыу мотивы ята. “Ек Мәргән” әҫәре художестволы әҫәргә хас булған һыҙаттарҙы йөрөтөүсе менән айырылып тора. Берҙән, хикәйәттең сюжет ойошторолошо ғәҙәти әҙәби әҫәргә хас: экспозиция, төйөнләнеүе, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеү элементтарын айырым асыҡ билдәләй алһаҡ; икенсенән, тел –стиль саралары менән дә ул яҙма әҙәбиәт өлгөһө булырҙай. Быларҙан тыш, хикәйәттә башҡорт халҡының билдәле бер тарихы үҫҙенең дәүеренән алынған конкрет эпизод этнографик картиналарға, тормош-көнүреште сағылдырған күренештәргә бай. Тәбиғәт ҡосағында йәйләгән ырыуҙың мул, тыныс тормошо ла, ҡайғы-хәсрәт килтергән яу ҙа конкрет милли ерлек менән тығыҙ бәйләнештә һүрәтләнә.

Әҫәрҙә телгә алынған ер-һыу атамаларынан сығып һүҙ йөрөткәндә уның тарихы ерлеген билдәләргә мөмкин. Хикәйәттең башында әҫәргә килеп инеүсе образ – Туғыҙаҡ әбей, туғыҙ улы менән “Ағиҙелдең кинәт боролош яһаған аҡ ярына ҡаршы” [2;202 б.] тирмә ҡора. Ағиҙелдең иң “кинәт” борлош яһаған урыны-көньяҡ-көнбайышҡа ағып килгән еренән, Көнгәк тауын (Мәләүез районы) уң яҡта ҡалдырып үткәс,ҡапыл төнъяҡҡа боролоуылыр. Артабан әҫәр беҙгә ул саҡтарҙа “Иҙел буйы батырҙарының көстәрен һынай торған майҙандың” “Яйыҡ менән Сулман аръяғында” булғанлығы тураһында мәғлүмәт бирә. Сулман йылғаһын хәҙер Кама тип йөрөтәләр. Сулман яғының дошман яғы икәне лә мәғлүм була: “бөтөн Сулман буйына йоҡо бирмәй торған, Урал буйҙарында маҡтау йырҙары йырлана торған” [2;204 б.] батырҙар Туғыҙаҡ әбейҙең туғыҙ улы. Үҫә биргәс, Ек Мәргән ҡарағай башына менеп, әйләнәгә күҙ һалһа, “көн сығышында томан араһында ғына бейек тауҙар аларып” йүнәлә, яуҙары менән “Ҡазан ханжарын аҙ аптыратмай” . Бер яуҙа тотҡонға эләккәс, “Ҡазан ҡалаһында таш һарайға бикләп ҡуялар” [2,205] .

Хикәйәттә осор: “Ул саҡта көнбайыш башҡорттары Ҡазан ханына дан (дань.Н.Ә.) түләйҙәр ине” , - тип конкрет бирелә [2;205 б.]. Ек Мәргән үҙ халҡын яуға күтәреп, яһаҡ түләүҙән туҡтата. Был тарихи ваҡиға урта быуаттарҙың XV-се быуаттың һуңғы сиреге – XVI – сы быуаттың башына тап килә.

Ҡомартҡының милли үҙенселәктәрен билдәләү ҙә еңелләшә. Әҫәрҙең тел байлығынан да алырға мөмкин миҫалдарҙы: биҙәкле аҡ тирмә, аҡ уҡа кеүек, таҫмалай Ағиҙел, ҡолмаҡ(ҡомалаҡ) балы, бал ҡорттары балы,йүкә тубал, ҡорос уҡ,көмөш йәйә, һ.б. ,,Ек Мәргән,, хикәйәтендә һүрәтләнгән Ҡорос тәбиғәте иҫ киткес матур һәм бай: һунар йәнлек -ҡоштары : айыу,төлкө, ҡыр ҡуяндары, йыуаш ҡоштар, ала ҡарға, ҡарсыға, төйлөгән, ҡыр ҡаҙҙары,аҡҡош ябалаҡ; йылғала –сабаҡ; яланда -бал ҡорттары. Урманда йүкә , ҡарағай, ҡарағат, миләш, муйыл, ҡомалаҡ, туҡлыҡлы үләндәр үҫкән. Әйберҙәрҙән: алтын-көмөштәр, өҙәңгеләр, ҡаҙан, тирмә, тубал, уҡ-ҡаҙаҡ, йәйә , кәмә, һ.б. Былар барыһы ла башҡорт халҡының хикәйәттә сағылған матди мәҙәниәтен, ошо дәүерҙе сағылдырған тормош фонын тәшкил итә.

“Ек Мәргән” хикәйәтенең структураһына мөрәжәғәт итәйек. Сюжет әҙәби ҡанундарға ярашлы үҫтерелә. Туғыҙаҡ әбейҙең туғыҙ улы, килендәре, торондары (ейәндәре)- йәмғеһе туҡһан йәнле нәҫелдең хозур ерҙәге мул тормошо, йәшәү рәүешен һүрәтләгән тәүге эпизодты әҫәрҙең экспозицияһы тиергә мөмкин. Ошо урында беҙ төп геройҙың ни сәбәптән үкһеҙ етем ҡалғанлығын да беләбеҙ. Ек Мәргәндең урманда йөрөгәндә ата-бабалары йәшәгән урынға барып сығып, йоҡоға талыуы; төшөндә атаһының “көнбайышҡа барырға ” өндәүе - сюжеттың төйөнләнеү элементы. Ваҡиғалар үҫеше Ек батырҙың хәрәкәте менән бәйле. Ул халыҡ араһында Мәргән исеменә лайыҡ була, батырлыҡтары менән данлана, халҡын яһаҡтан азат итә. Ҡазан ханының иң көслө ғәскәре менән Ек Мәргәнгә асҡан һуғышы батырҙың ’’үҙ ирке менән хан ғәскәренә бирелеүе” [2; 205 б.] менән тамамлана. Был эпизод әҫәрҙең кульминацион өлөшөн тәшкил итә. Ә сюжеттың сиселешендә Ек Мәргәндең тотҡондан хан тарафынан азат ителеүе ята. Йәш батырҙың мәргәнлегенә хайран ҡалған хан Ек Мәргәнде “Ағиҙел буйҙарына ҡайтарып ебәрә” [2;206]. Ғалим Н.Зарипов: “Ханға ярап, азатлыҡҡа ирешеү өмөтө, унан мәрхәмәт көтөү, рәхимлегенә ышаныу кеүек идеалистик ҡарашҡа нигеҙләнгән бөтөм,” тип иҫәпләһә [Зарипов,2000; 18 б.], фольклорсы К. Мәргән: “Халыҡ ижадында быуаттар буйы формалашҡан традициялар өсөн был ят”, - тип билдәләй [К.Мәргән,1961;210б.]. Хикәйәттең кульминацияһы- геройҙың тотҡонға үҙ теләге менән бирелеүе лә фольклорсыларҙа ошондай фекерҙәр тыуҙырҙы. Әҙәби фекер үҫеше күҙлегенән ҡарағанда сюжет та, хәл-ваҡиғалар үҫтерелеү оҫталығы ла-барыһы ла традицияларға, шәреҡ әҙәбиәте ҡанундарына һыйҙырышлы.

“Ек Мәргән” хикәйәте сюжет композицияһы менән генә түгел, ә тел-стиль саралары менән дә яҙма әҙәбиәткә яҡын. Хикәйәттә ҡулланылған поэтик алымдар төрлө, әҫәрҙең теле һутлы. Бында ысынбарлыҡ йәнле итеп күҙ алдына баҫтырыла, милли ерлекле образдар тыуҙырыла. Ағиҙел “аҡ уҡа кеүек йылҡылдай”, йәки “аҡ таҫма кеүек һуҙылып киткән”,”йәшел ашъяулыҡ кеүек туғайҙар”, “Ағиҙел һыуы кеүек тыныс аҡҡан ҡайғыһыҙ тормош” , “ҡояштың һуңғы нурҙары, тоноҡ һыу өҫтөндә һары алтын кеүек емелдәй” һ.б., Күреүебеҙсә, сағыштырыуҙар тирә-йүндәге күҙ алдында торған әйберҙәрҙән, тәбиғәт күренештәренән алынған. Эпитеттар ябай , әммә һәлмәк : биҙәкле аҡ тирмә,йыртҡыс ала ҡарға, аҡ яр , ҡорос уҡ. көмөш йәйә һ.б. Образдар тыуҙырғанда әйләнә –тирәне йәнләндереү алымы хикәйәт туҡымаһына ныҡлы үрелгән: “уйнап йөрөгән шаян сабаҡтар”, “таштан-ташҡа һикереп шылтыраған һалҡын шишмә”,”яңы уянған ярты ай” ,”урман ҡурҡыныс бер ололоҡ берлә тына, ҡабара”, һ.б. Стилистик фигураларҙан ҡабатланышҡа ҡоролғаны хикәйәттә киң ҡулланыла. Экспозиция өлөшөнжәге тыныс тормошто һүрәтләгән эпизодта “шом” һүҙе төп лейтмотивҡа әйләнә. “Ай-һай, тирмәне яуҙың күҙенә тектек”,- тип Туғыҙаҡ әбейҙең күңеле шомлана. “Беҙ барҙа яуҙың күҙе һуҡыр”,- тип тынысландыра әсәләрен батырҙар.Артабан “шом” һүҙе “аҡ тирмәне көнсө яуы солғап алған”ға тиклем бер-нисә тапҡыр ҡабатлана: “күңелдең шомо был һүҙ менән бөтмәне”, “айҙың шыйыҡ яҡтыһы һыу өҫтөндә шомло емелдәй”,“йүкә ағасында шомло ябалаҡ һирәк-һаяҡ ҡысҡырып ҡуя”, “әбейҙең йөрәге тиҙ шомланды” [2;203].Хикәйәттең артабанғы өлөштәрендә лә ҡабатланыш эффектлылығы әҫәрҙең геройы Ектең ун йәшенән “бөтә Ағиҙел буйының көслө ҡулы” икәнлегенә баҫым яһау өсөн оҫта ҡулланыла. Ек Мәргәндең исеме дошман йөрәгенә ҡурҡыу һала, Ек Мәргәндең уғына осрамаҫҡа тырышалар, Ек Мәргән Ҡазан хандарын аҙ аптыратмай, Ек Мәргәндең мәргәнлеге,батырлығы йырҙарға һалына һ.б.

Күреүебеҙсә, “Ек Мәргән” хикәйәте халыҡ ижадына хас типикләштереү, һүрәтләү саралары менән генә сикләнмәй. Башҡорт халҡының эпик традицияларын автор үҙенсәлекле йүнәлештә дауам итеп кенә ҡалмай, ә фольклорға хас дөйөм урындар, трафареттарҙан ҡотола барып, художестволы әҫәргә хас стилгә эйә булған.Эпостар,ғәҙәттә, айырым ваҡ деталдәргә,ваҡиғаларға туҡталмай, уларҙы һүрәтләмәй. Ә “Ек Мәргән” бәләкәй генә, әммә тәрән йөкмәткеле өлөштәрҙән хасил. Мәҫәлән, Туғыҙаҡ әбей тирмә ишегенән Ағиҙелдә “түңәрәк ебәреп уйнап йөрөгән шаян сабаҡтарҙы” күҙәтә. Ек Мәргәнгә “мәрхәмәтле ҡыр ҡуяндары туҡлыҡлы үлән өҙөп килтерәләр,йомшаҡ күңелле , йыуаш ҡоштар төрлө емештәр бирәләр ине.” Йәки, ҡара ҡыҙыл ҡояштың батыуы, айҙың күктә йөҙөүе, аҡҡоштоң ҡыйылып осоп китеүе, йәшел аҡланда таралып ятҡан өҙәңгеләр, һыныҡ ҡаҙандар, ағарып күренгән һөйәктәр һ.б кеүек күренештәр, кейек- януарға бай башҡорт еренең яуыз хандарҙан таланған,халҡының йыртҡыстарса ҡырылған булыуын һүрәтләй. Яуыз дошманға ҡаршы мәргәнлегенә, көсөнә, батырлығына тиңһеҙ Ек батыр күтәрелә, бабаларының атаҡлы исеменә дан өҫтәй, бер төндә юҡҡа сыҡҡан ырыуының ҡонон ҡайтара. Хикәйәттәге һәр деталь әҫәрҙең идея-художество концепцияһына буйһондорола.

Әҫәрҙәге тағы бер иғтибарға лайыҡ момент – ул психологизм элементтарының моронлай башлауы.Халыҡ ижады ҡомартҡылары өсөн геройҙарҙың күңел кисерештәре мөһим түгел. “Ек Мәргән” хикәйәтендә иһә, Туғыҙаҡ әбейҙең, Ектең күңел, йөрәк хәрәкәте сағыла, уй-кисерештәре күрһәтелә. Лексик ҡатламды алһаҡ та, унда “йөрәк”,“күңел”,“тойом”,“уй”,“һиҙгер”,“шом”.“һиҙенде”,“тынысланды”, “кисерҙе” һ.б шундай кешенең психологияһын характерлаған һүҙҙәрҙе йыш осратырға була. “Ун йәшлек батырҙың сыҙамһыҙ, ярһыу күңеле шул ерҙәрҙе күрәһе килә.Ләкин ҡоро ҡул берлә генә барыу ҡурҡыныс төҫлө тойола ине”. Йәки:“Уның күңеленә был минең туғандарым, аталарым торған урын түгел микән, тигән уй килде” , йәки “ҡара урманға төшөп барҫан ҡара ҡыҙыл ҡояшҡа ҡарап , әллә ниҙер уйлана башланы” [2;204 б.]. Күреүебеҙсә, автор беренсе өҙөктә – күңел ҡаршылығын; икенсеһендә – шик- тойғо; өсөнсөһөндә герой күңеленең медитатив сағын тотоп ҡала алған һәм сағылдырған. Әҫәрҙә тәбиғәтте, уның күренештәрен, геройҙың күңеле кисерештәре , хис –тойғолары менән бәйләү ынтылышы бар. Был осраҡта тәбиғәт төҫтәре лә ҡулланыла: аҡ, ҡыҙыл, йәшел,ҡара, күк, һары, көмөш. Мәҫәлән, “ҡара урмандың “бер ололоҡ менән тына,ҡабара” барғаны көнсө яуы ябырылыуы менән тамамлана; ҡояштың ҡара ҡыҙыл төҫкә мансылып, байыуынан һуңғы эпизодтар ҙа оҙайлы яу алға баҫасағын һиҙҙерә; Туғыҙаҡ әбейҙе ҡаршылаған Ағиҙелдең аҡ ярының “яу күҙендә” урынлашыуы “шомландыра.”

Күпселек көнсығыш халыҡтарының, эпик әҫәрҙәрҙә, хәҙерге әҙәбиәттең бөтә жанрҙарында киң таралған психологизмдың бер элементы – төш күреү эпизоды “ Ек Мәргән” хикәйәһенән дә урын алған. “Алпамыша менән Барсынһылыу” ҙа Барсынһылыуҙың, “Аҡһаҡ ҡола” ла Байыулының, йә Аҡһаҡ ҡоланың, “Йософ вә Зөләйха” әҫәрендә Йософтоң төштәре аша үҙҙәренең алдына киләсәк эште күрәләр. Был сара “Ек Мәргән” дә лә үҙенең традицион функцияһын үтәй. Йәш батыр төшөндә һәләк булған атаһын күрә һәм уның васыят һүҙен ишетә: “Бар көн батышына. Унда табырһың даныңды ла, малыңды ла” [2;205 б.]. Уянғас, атаһынан төшөндә Ек (“изгелекле”) исемен алған батыр, күрһәткән урындан уҡ-һаҙаҡтарҙы алып, урмандағы арғымағына атланып, алдына ҡуйылған бурсты үтәргә юллана. Төштөң икенсе психологик роле – әҫәр геройының борсоулы күңелен тынысландырыу, кейек-януар араһында үҫеп еткән батырға уның тормош маҡсатын еткереү. Сөнки әҫәрҙән белеүебеҙсә, “Ек Мәргәнде тәҡдир….. сурлы яуының башына иҫән ҡалдырғандыр ” [2;204 б.]. “Ек Мәргән” хикәйәтендәге яҙма әҙәәбиәткә хас психологик хәл-ваҡиғалар дрматизм менән бәйле.

Шулай итеп, тикшерелгән хикәйәттә ваҡиғаларҙың ҡайҙа һәм ҡайһы осорҙа барғанлығы асыҡ күренгән, тарихи ерлекле булыуы әҫәрҙең милли үҙенселектәрен билдәләшә. Әҫәрҙе форма йәки йөкмәтке йәһәтенән ниндәйҙер кимәлдә ҡабатланған варианттарының булмауы һәм уның даими структураһы – сюжет композицияһы, тотороҡло йөкмәтке һәм ҡабатланмаҫ образдар системаһы әҙәбиәт сиктәрендә лә баһаларға мөмкинлек бирә.

“Ек Мәргән” хикәйәте XV быуат аҙағы – XVI быуат бащындағы осорға ҡараған, ҙур булмаған күләмле, юғары художестволы образдар тыуҙырыусы поэтик сараларға бай, психологизм элементтарын йөрөтөүсе был ҡомартҡыны урта быуаттарҙан килеп еткән әҙәби өлгөһө тип әйтергә мөмкин.

Әҙәбиәт:

  1. Башҡорт әҙәбиәт тарихы: 6 томда. Беренсе том. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 608 бит.
  2. Башҡорт халыҡ ижады: 5-се том.Өфө; Китап,2000. 392 бит.
  3. Зарипов Н. Тарих һәм эпос// БХИ, Бишенсе том.Өфө: Китап, 2000, 392 бит.
  4. Мәргән К. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1961. 388 бит.