Башбит/Бөгөнгө анонстар/2016/14

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
 -  2016 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


БАШҠОРТОСТАН РАЙОН ГАЗЕТАЛАРЫНДА МИЛЛИ КОНЦЕПЦИЯ САҒЫЛЫШЫ.

Милли колорит милли аң булмайынса барлыҡҡа килмәй. Хәҙерге замандың фәйләсуфы М.К. Мамардшвили: “…аң - ул асылда әхләҡи күренеш”,- тип яҙҙы [3;4]. Ысынлап та, рухи мәҙәниәттең асылы - ул әхлаҡ. Кешенең нәҫелдән килгән асыл көсө хеҙмәткә, белемгә һәм аралашыуға булған ихтыяжында тормошҡа ашырыла. Халыҡтың милли аңын, милләтте үҫтереү заманға ярашлы әхлаҡ нормаларына таянып, яңы шарттарҙа газета-журналдар, радио, телевидение аша булдырыла. Урында был функцияларҙы район газеталары башҡарырға тейеш.

“Көнгәк” газетаһы республикала регион башҡорт баҫмалары араһында милли колоритлы бишәү иҫәбенә инде. «Көнгәк» - Мәләүез районының ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни газетаһы, А3 форматында 2002 йылдың 1 ғинуарынан сыға. Баҫманы ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы; Башҡортостан Республикаһы дәүләт унитар предприятиеһы “Көнгәк” редакция-нәшриәт комплексы. Баш мөхәррир – Сайфулла Әмиров.

Газетаның милли рухта һуғарылыуы, “Илеңә - ҡот, йортоңа – бәрәкәт!” девизы аҫтында эшләгән редакция коллективы һәм етәксеһенең ысын патриот, көслө милли аңлы кешеләр икәненә дәлил. Мәләүез районының “Көнгәк” газетаһының милли колоритлы, әхлаҡи-рухи яҡтан бик бай булыуы уның тышҡы биҙәлешенән үк күренеп тора. Газетаның исем башы (логотип) боронғо ғәрәп графикаһын ҡулланған дизайнға нигеҙләнгән. Башҡорт халҡыбыҙ яҙмаһы күп йылдар дауамында ғәрәп графикаһына таянғанын беләбеҙ. Шуға күрә лә, был графика аңда, ҡанда уйылып ҡалып, әле булһа беҙҙең милли асылыбыҙға барып тоташа. Беҙ башҡорт ҡына түгел, Ислам динен тотҡан мосолмандар булыуыбыҙҙы ла онотмаҫҡа әйҙәй газетаның биҙәлеше. Логотиптағы газета эмблемаһы ла тарихи әһәмиәткә эйә. д а у а м ы...


Наилә Әхмәтйәнова мәҡәләләре...