Башбит/Бөгөнгө анонстар/2016/04

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
 -  2016 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Рухтары Урал тауындай, ниәттәре Яйыҡ һыуындай

Орск – Башҡортостанға ут күрше Ырымбур өлкәһенең, 1735 йылда ҡәлғә булып нигеҙләнеп, бөгөн илебеҙҙә ныҡлы танылыу алған ҡалаһы. Ул халҡыбыҙҙың бихисап йырҙарында данланған Урал (тарихи исеме — Яйыҡ) ярҙарында, Ҡаҙағстан биләмәләренә терәлеп тиерлек урынлашҡан. Орск ике ҡитғала ята: Европа менән Азия араһында географик сик булып иҫәпләнгән йылға ҡаланы ла ике өлөшкә бүлә. Сәнәғәт күләме һәм халыҡ һаны буйынса Орск – Ырымбурҙан һуң өлкәлә икенсе.

Өс административ райондан тороп, биләгән майҙанының ҙурлығы менән (621,3 квадрат километрҙан ашыу) Рә­сәйҙәге ун ҡала иҫәбендә. Бында 235 меңгә яҡын кеше йәшәй. Уларҙың 80 проценттан ашыуы – урыҫтар. Һан буйынса ҡаҙаҡ, татар һәм украиндар уртаса 3,7-нән 4,2-гә тиклем процент, немец һәм баш­ҡорттар – 1,6-шар, мордвалар – бер, бело­рус һәм сыуаштар яртышар процент тәшкил итә. Халыҡтың ҡалған ике ярым проценты – башҡа төрлө милләт вәкилдәре.

Уҙған быуат урталарынан алып ҡала­ла төҫлө металлургия, машиналар эш­ләү, нефть химияһы, еңел һәм тау сә­нә­ғәте, аҙыҡ-түлек етештереү тармаҡтары ныҡ­лы аяҡҡа баҫып, һуңыраҡ һиҙелерлек үҫеш алған. “Орскнефтеоргсинтез”, руда сығарыу һәм эшкәртеү комбинаттары, шулай уҡ һыуытҡыс, йөк ташыусы тимер юл платформалары, трактор арбалары, төҙөлөш һәм тау эштәре механизмдары, торбалар һәм шпалдар етештергән заводтар илебеҙҙән ситтә лә киң билдәле. Сәнәғәттәге уңыштары өсөн ҡала 1971 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Орск аша Урта Азия яҡтарына автомобиль һәм тимер юлдар үтә. Бында халыҡ-ара аэропорт, драма театры, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, төрлө йүнәлештә бел­гестәр әҙерләүсе юғары уҡыу йорттары­ның туғыҙ филиалы, шунса колледж һәм техникум, илленән ашыу мәктәп бар.

Милләттәштәребеҙ ойошторғаны, ус­та­вына ярашлы, “Башҡорт ҡоролтайы” Орск ҡала йәмәғәт хәрәкәте” тигән рәсми исем алған. Был атама уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан килә. ....д а у а м ы...


Ансар Нуретдинов мәҡәләләре...