Ҡандарында - моңо, етеҙлеге - Етеҙ Таныптан
Ҡалтасы районының хозур тәбиғәтле көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Борай районы менән сиктәш ерҙәрҙә ятҡан Күгәрсенде ысын мәғәнәһендә төпкөл ауылдар исемлегенә индерергә мөмкин. Район үҙәге Ҡалтасыға бынан 32 километр булһа, ауыл советы урынлашҡан Оло Ҡасаҡҡа – туғыҙ, яҡындағы Яңауыл тимер юл станцияһына - етмеш саҡрым. Ауыл һыулаған Етеҙ Танып йылғаһы үҙе башланған йылға Пермь крайындағы һаҙлыҡтарҙан алып Тәтешле, Балтач, Борай һәм Ҡалтасы райондары буйлап бында тиклем 287 километр ара үтә, артабан Краснокама районына сыға һәм, тағы ла алтмыш саҡрым ағып, Ағиҙелгә барып ҡоя. Ҡайһы бер ғалимдәрҙең фекеренсә, ауыл исеме Күгәрсе булырға тейеш һәм уның “күгәрсен” атамалы ҡошҡа бер ни бәйләнеше юҡ. Төптән ныҡлы тикшерелмәгәнлектән, рәсми телдә Күгәрсен булып нығынып ҡалған ауылды урыҫса Кугарчино тип яҙып йөрөтәләр.
Һандар һәм тарихи факттар
[edit]Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа билдәләнеүенсә, Бөрө өйәҙе Эске-Йылан волосының аҫаба башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙләгән Күгәрсен ауылы документтарҙа тәүләп 1783 йылда телгә алына. Ә инде 1795 йылғы V ревизия мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бында (ауыл исеме урыҫса Кугарчинова тип бирелгән) йәшәүсе халыҡ башҡорт тип яҙылған һәм ун бер йорт-хужалыҡта 36 ир-ат һәм 31 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. 1834 йылдағы VIII ревизия йомғаҡтары буйынса, 102 ир-егет һәм 93 ҡатын-ҡыҙ Бикмәт түбәһенә ҡараған был ауылда (урыҫса Кугарчина) үҙ ерҙәрендә йәшәй тип әйтелә. 1859 йылғы Х ревизия йомғаҡтарында ауыл исеме Күгәрсе тип бирелә. Халыҡ төп ер биләүсе тип күрһәтелгән. 67 йорт-хужалыҡта 203 ир-егет һәм 180 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. 1902 йылдағы халыҡ иҫәбен алыуҙа 126 йортта 372 аҫаба башҡорт ир-ат яҙылған. 1917 йылда үткәрелгән Дөйөм Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер переписы ауылдағы 165 йортта 884 башҡорт, 16 йортта 95 татар һәм бер хужалыҡта урыҫ милләтле 8 кеше йәшәүен теркәгән.
Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына тиклем халыҡ башлыса малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән, бал ҡорто үрсеткән, балыҡ тотҡан. Ауылда һыу тирмәне, Етеҙ Танып аша йөрөгән паром булыуы билдәле. 1906 йылға ҡараған мәғлүмәттәр буйынса, Күгәрсендә мәсет, ике лавка, икмәк кибете эшләгән.
1961 йылда нәшер ителгән “Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше” исемле белешмә-китапта шул йылдың 1 ғинуарына ауылда 877 башҡорт йәшәй тип күрһәтелә. Был баҫманың 1981 йылда сыҡҡанында “Ҡыҙыл йондоҙ” колхозына ҡараған Күгәрсендә шулай уҡ башҡорттар йәшәүе яҙылған.
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Күгәрсендә 263 кеше теркәлгән. 2009 йылдың 1 ғинурына ауылда халыҡ һаны 242-не тәшкил иткән. Бөгөн ауылдың ете урамында 139 йорт-хужалыҡ иҫәпләнә, шуларҙың 43-ө буш тора, ҡалған 96-һында 211 кеше, йәки 106 ир-егет һәм 105 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә, башлыса урта йәштән ололар. Иң өлкән тип 97 йәшлек Сәләхова Хәлисә әбейҙе атанылар, бер йәшкә тиклем өс сабый – бер ҡыҙсыҡ һәм ике малай бар.
Совет йылдарында колхоз бригадаһы булып гөрләп йәшәгән Күгәрсен ауылы. Халыҡ һиҙелерлек үҫешкән малсылыҡ һәм игенселектә эшләгән. Бында һыйыр, һарыҡ фермалары, ишле генә йылҡы өйөрө булған, бер ни тиклем ваҡыт сусҡа ҡарағандар. Ололар хәтерләүенсә, көн битендәге тау битләстәрендә ҡарбуз да үҫтергәндәр, ҡыяр, помидор, һуған, кишер, бәрәңге һәм ҡауын тураһында әйтәһе лә юҡ. Уҙған быуаттың икенсе яртыһында кирбес заводы миҙгелгә миллиондан артыҡ дана яҡшы сифатлы төҙөлөш материалы сығарған. Күптәр һалабаш батырып яҡшы ғына табыш алған. 1890 йылда уҡ асылған ауыл мәктәбе был осорҙа ун йыллыҡ булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быларҙың бөтөһе хаҡында ла үткән заманда ғына һөйләргә тура килә. Күмәк хужалыҡ тарҡалған, кирбес заводы туҡтаған, мәктәп, магазин, почта бүлексәһе ябылған. Ауылда йәшәүселәр башлыса эшһеҙ, үҙ йүнен үҙҙәре күрә бөгөн. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелгән, бигерәк тә ҡайһы бер ерҙәрҙәге кеүек ҡыҙмаса булып йөрөгән бер кемде лә осратманыҡ Күгәрсендә.
Хеҙмәт кенәгәһендә бер яҙыу
[edit]Юлдашым - Ҡалтасы район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Инна Тимиряева менән машинабыҙҙы “Мәктәп урамы” башындағы тәүге йорт ҡаршыһында туҡтаттыҡ. Ишектәрҙе асыу менән ҡолаҡҡа кәкүк саҡырыуы ишетелде, ул тыныуға тирә-яҡтан һандуғас һайрауы баҫты. Инна Ивановна беҙгә яҡынлаған апай менән бик йылы иҫәнләште һәм мине уның менән таныштырҙы. Алдан телефондан һөйләшеү буйынса беҙҙе көтөп тороусы – элекке урта мәктәп директоры Хәсәнова Әлфинә икән, әле хаҡлы ялда. Сығышы менән Яңауыл районы Бәҙрәш ауылынан булған Әлфинә Зәки ҡыҙы 1977 йылда Бөрө педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлаған. Күгәрсенгә юлланма буйынса эшкә килгән, ошо ауыл егете Тәһимгә кейәүгә сығып, бында ғүмерлеккә тороп ҡалған. - Республикабыҙҙың мәғариф министры Әлфис Ғаязов менән бергә уҡыныҡ, - тип һөйләп алды Әлфина апай. – Төркөмөбеҙҙең бер осрашыуында һабаҡташым “барған ереңә таш булып төштөң инде” тип шаяртып торғайны, ысынлап та шулай булды шул. Әйткәндәй, минең кеүек бында төпләнгән килендәр күп ауылыбыҙҙа.
Әлфина Зәки ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә эш урыны тураһында бер генә яҙыу икән. Күгәрсен урта мәктәбенә уҡытыусы итеп ҡабул ителгән, хаҡлы ялға сығырҙан алдағы һуңғы һигеҙ йылда уҡыу йортон етәкләгән. Колхозда, райпола шофер, һуңынан мәктәптә газ өсөн яуаплы булған ире Тәһим ағай менән дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ололары Юлиә Өфөләге нефть эшкәртеү заводтарының береһендә мастер булып эшләй икән, “Водоканал” предприятиеһында иретеп йәбештереүсе булған тормош иптәше менән Тимашев ауылында өй һалып сыҡҡандар, ҡыҙҙары бар. Икенсе һәм өсөнсө балалары Альбина менән Зөлфиә һатыу эшендә мәшғүлдәр, төпсөктәре Ләйсән яғыулыҡ-энегетика техникумын тамамлай, был көндәрҙә диплом яҡларға әҙерләнә.
Донъялар буталып, урындағы колхоз тарҡалғас, мәктәп менән магазин да ябылғас, Тәһим ағай менән Әлфинә апай ауылдарында, “Танып” тигән исем биреп, аҙыҡ-түлек һәм көндәлек кәрәк-яраҡтары һатыу өсөн киоск асҡандар. Бер нисә йыл үҙҙәре өсөн бөтөнләй яңы булған һөнәр менән шөғөлләнеп алғандар. Ауылдаштары уларға бик рәхмәтле булған, әлбиттә. Тик эшһеҙ ҡалып, аҡсаһыҙ интеккән халыҡтың әйбер һатып алырға ни хәле булһын инде. Аҙыҡ-түлекте, башҡа тауарҙарҙы бурысҡа биреп әллә ни алға барып булмай шул. Төшөмлө генә түгел, көтөлмәгән сығымдарға килтерһән һатыу нөктәһен ябырға мәжбүр булған Хәсәновтар. Уларҙың әллә ни оҙон булмаған эшҡыуарлыҡ осоро тураһында алтаҡтаһы һаман да алынмаған йоҙаҡлы ишек кенә хәтерләтә. Хәҙер ауылда йәшәүселәр үҙенә кәрәклене егерме саҡрымдан алыҫыраҡ ятҡан Краснохолмский ауылына барып ала, бындай мөмкинселек булмағанда унан йә Борайҙан машинала килеп һатыусыларҙы көтөп ултырырға мәжбүр. Кемдәргәлер балалары һәм туғандары ял көндәрендә бар кәрәк-яраҡты алып ҡайта. Үҙҙәрен романтиктарға тиңләгән Тәһим ағай менән Әлфинә апай бөгөн шәхси хужалыҡтары менән көн күрә: һыйыр һәм башҡа ваҡ мал тота, ҡош-ҡорт аҫырай, бәрәңге, төрлө йәшелсә-емеш үҫтерә. Артҡанды баҙарға алып сыға – аҡса бер ваҡыт та артыҡ түгел бит. Эштәре былай ырамлы, тормоштары шөкөр генә. Киләсәктә лә шулай булһын!
“Мине “иҫәр” тиеүселәр булды”
[edit]Үҙенсәлекле яҙмышлы ауылдаштары менән таныштырыуҙы үтенгәс, Әлфинә апай Йәүҙәт Шәрифйәновтарғаҡа алып китте. Алтынсы тиҫтәһенең уртаһына етеп килеүсе был ир-уҙаман һәм уның ҡатыны Римма ханым беҙҙе алсаҡ йөҙ менән ҡаршыланы. Заманында колхозда идара һәм почта бүлексәһе булып хеҙмәт иткән йортто һатып алып, буш урынға күсереп һалған улар. Бер яҡ өлөшөндә үҙҙәре көн күрһә, икенсеһендә таҡта бысыу цехы ҡулайлаған хужа. Урамда ятҡан бүрәнәләргә ултырып тормош тураһында фөлсәфә ҡорҙоҡ Йәүҙәт менән.
- Тыуған ауылымды тергеҙеү, уның һүнә башлаған тормошона яңы ҡуҙ өҫтәү ине тәүтеләгем, - тип һүҙ башланы ул. – Нефтекамалағы фатирымды улыма ҡалдырып, ауылда йәшәй башлауым күптәрҙе аптыратты. Бик дәртләнеп үҙ эшемде асып ебәреүем тағы ла ғәжәпләндерҙе кешеләрҙе. Мине “иҫәр” тип атаусылар ҙа булды. Шулай ҙа тормошомдоң шулай боролғанына бер ҙә үкенмәйем. Ауылыбыҙ - ысын сәхрә бит, бер нәмәгә лә алыштырғыһыҙ...
Һөнәрселек училищеһендә быраулаусыға уҡып сыҡҡан, һуңынан ошо йүнәлештәге техникумды ситтән тороп тамамлаған, әрмелә йөрөп ҡайтҡан. Дөйөм алғанда сирек быуат алыҫ Себер тарафтарында, Чукоткала нефть сығарған. Хаҡлы ял ваҡытын быраулау мастеры вазифаһында ҡаршылаған һәм тыуған ауылына ҡайтып төпләнгән. Былай тип кенә әйтеү тулы булмаҫ. Йәүҙәт Исмәғҙән улы ҡанатланып үҙ эшен башлаған. Утыҙ ике гектар ер алып игенселеккә тотонған, таҡта бысыу цехы асҡан, заманында гөрләп эшләгән кирбес заводы эшмәкәрлеген өлөшләтә булһа ла тергеҙеү уйы менән махсус ҡорамалдар ҡайтарған. Тик бар нәмә лә гел генә һин теләгәнсә булмай шул. Көтмәгәндә һаулығы ҡаҡшап китеү сәбәпле күп башланғыстарынан баш тартырға мәжбүр булған. Иң кәрәкле ваҡытта Өфөгә операцияға алып барған һәм тейешле дауалауҙы ойошторған табип улы Ринатҡа оло рәхмәттәр уҡып, ҡайһы бер эштәрен дауам итә, киләсәктә лә баш тартырға йыйынмай. Уларҙың иң мөһиме, әлбиттә, таҡта бысыу цехы. Ауылдаштарын төрлө төҙөлөш материалдары менән даими тәьмин итә. Йәүҙәтттең Себерҙә эшләгән туғаны Өлфәт Фәизов менән бергәләп Күгәрсендең иҫке һәм яңы зыяраттарын кәртәләп алыуын да барыһы ла тик маҡтап телгә алды.
Һөнәре менән сит телдәр уҡытыусыһы булған тормош юлдашы Римма Марат ҡыҙы тыумышы менән Борай ауылынан. Ул иренең бар ниәттәрен тулыһынса аңлап, төрлө яҡлап уға теләктәшлек күрһәтә. Ауылда йәшәүҙең ыңғай яҡтарын киреләренән өҫтөн ҡуя. Күгәрсендең матур тәбиғәте яратҡан шөғөлө - һүрәт төшөрөүгә яңынан-яңы илһам бирә уға.
Шәрифйәновтарҙың ата-әсәләрен өс ейәнсәр менән һөйөндөргән ике улы үҙ ғаиләләре менән Ҡалтасы һәм Нефтекамала үҙаллы тормош көтә.
Атай нигеҙен һыуытмай
[edit]Донъяларҙың бигерәк тә ауыл кешеләре өсөн кирегә боролоуына бошоноуҙан өҫтөн тороп, яратҡан шөғөлөнән тәм, тормошонан йәм табып йәшәүсе Нәүбәт Хәкимов танышым булып сыҡты. Нефтекамалағы былтырғы көҙгө йәрминкәләрҙә өҫтөнә ап-аҡ халат, башына түбәтәй кейеп ҡала халҡына әүҙем бал тәҡдим итеүсе был алсаҡ йөҙлө ир һатып алыусыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп иткәйне. Шунда бик ихлас һөйләшеп торғайныҡ, ауылына ла саҡырҙы ул саҡта. Әле ихатаһына килеп ингәс үк танып алып, бик йылы ҡаршыланы.
- Үҙ көсөм менән әкрен генә йәшәп ятам инде, әйҙә ҡарайыҡ,- тип Нәүбәт Мәҙәни улы хужалығы менән танышырға саҡырҙы. - Өс тиҫтә баштан артыҡ ҡорт тотам, умарталар йорт эргәһендә генә. Яҡында әрәмәлек, артабан хуш еҫле сәскә-үләндәргә бай урман-ҡырҙар. Минең балды маҡтай-маҡтай өйгә килеп алалар. Бигерәк тә Себер яҡтарында эшләүсе ауылдаштар, улар аша - башҡалар. Свердловск өлкәһенән, Пермь крайынан килеүселәр бар. Бал ҡорттарының файҙалы булған башҡа продукттарын да тәҡдим итәм. Бал ҡалһа, күрше ҡала һәм райондарға йәрминкәләргә алып барам.
Йәшлегендә ракета ғәскәрҙәрендә әрме хеҙмәте үткәс, Нәүбәт сирек быуат колхозда механизатор булып тир түккән. Әле УАЗ машинаһы һәм сылбырлы ДТ-75 тракторы бар. Һуңғыһына махсус көрәк элдереп, ҡыштарын Күгәрсен урамдарын ҡарҙан аса, ауылдаштарына техника кәрәк саҡта - бер ҙә инәлтеп тормай. Шәхси хужалығы ла гөрләп тора ир-уҙамандың. Һыйыр, ваҡ мал, ҡош-ҡорт аҫырай, баҡсаһында бәрәңге, йәшелсә-емеш үҫтерә.
Атаһының нигеҙен һыуытмай, үҙе тыуып-үҫкән йорт эргәһенә туғыҙға-туғыҙ ҙурлыҡтағы яңыһын һалып ҡуйған. Тамсы ла буяу ҡулланмағас, өйҙән сығаһы ла килмәй. Баллонлы газ, “тарелка” аша күрһәткән телевизор, электрға тоташтырылған, ут булмаһа, мейес яғып эшләтерлек өйҙө пар менән йылытыусы заманса ҡоролма – ҡала шарттарынан әллә ни артта ҡалмаған көнкүрештә йәшәп ята төпкөл ауыл уңғаны. Һуңлабыраҡ булһа ла Кушнаренко яҡтарынан ҡатын да алып ҡайтҡан. Ул да бындағы хозур тәбиғәткә һоҡланып, яҙмышына бик тә риза булып яңы ерҙә яңы тормошон башлаған.
Күгәрсенгә “таш булып төшкән” килендәрҙең береһе – 86 йәшлек хеҙмәт һәм тыл ветераны, биш бала әсәһе Разия әбей өсөнсө улы Нәүбәт йортонда имен-аман йәшәп ята. Тормошоноң үткәненә лә, бөгөнгөһөнә лә бер зары юҡ уның. Республика Президенты, район хакимиәте башлығынан килгән байрам ҡотлауҙарына ҡыуанып, үҙенә бирелгән миҙалдары һәм, иң мөһиме, биш малай үҫтергәненә оло ғорурлыҡ тойғоһо тойоп әңгәмәләште ул беҙҙең менән.
- Бынан алтмыш йыл элек ирем Мәҙәни кәләш итеп алып ҡайтҡайны, шунан бире Күгәрсендәмен. Шөкөр, бик матур йәшәнек. Ул колхозда, кирбес заводында эшләне, халыҡҡа мейес тә һалды, мин һауынсы булдым. Иртәрәк китеп барҙы шул яҡты донъянан,- тип хәтирәләргә бирелә Разиә әбей. – Эш араһында тип әйтергә лә була – биш малай үҫтерҙек, барыһы ла һау-сәләмәт йәшәп ята, үҙ шөғөлдәре бар, кеше араһында кәм-хур түгелдәр. Дүртенсем Вәзиғәт хәрби хеҙмәттә, Чечняға ике рәт барып ҡайтты. Киләсәктәре лә яҡты булһын ул-килендәремдең, уларҙың балаларының...
Туғыҙынсы тиҫтәһенә яҡынлаған әбей күптән дин юлында. Ул ғына түгел – Нәүбәтен дә эйәрткән. Нәҡ ошонан киләлер уларҙың һәр яңы тыуған көндө яҡты өмөттәр менән ҡаршылауы. Был ныҡлыҡ ғүмерлекккә булһын!
Йәшлек саялығы бар әле
[edit]“Таш булып төшкән” тағы бер килен – Флиҙә апай Файзылғаянова, яңы һуйылған кәзә итенән бешерелгән ашы һәм бәлеше менән ҡаршы алып, ихлас күңелдән өҫтәлгә саҡырҙы. Ҡыҫтап-ҡыҫтап беҙҙе һыйлаған арала йәшлегенә ҡайтып әйләнде:
- Борай районы Ҡалмыҡ ауылынанмын. Заман менән бергә атлап, мәктәптән комсомол путевкаһы менән фермаға һыйыр һауырға барҙым. Тәү көндәрҙән маҡталып эшләнем, дүрт йыл алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәнем. Туристик сәйәхәткә ебәрҙеләр, В. И. Лениндең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы булдырылған миҙал менән бүләкләнеләр.Кейәүгә сығып китмәһәм, әллә кем булыр инем, - тип шаяртып та ҡуйҙы хужабикә.
Флиҙә Ильяс ҡыҙының Күгәрсендә йәшәүенә дүрт тиҫтә йыл була. Кирбес заводында, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән. Әйтелгән заводта күп йылдар моторист булып эшләгән Нәҙил ағай менән өс бала үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Төмән өлкәһендә донъя көтһә, улдары – ауылда. Яратҡан тормош иптәшенең вафатынан һуң хужалыҡты малайҙары менән алып бара. Ат тоталар, һарыҡ-кәзә, тауыҡ аҫырайҙар. Сәскә-гөлдәргә күмелгән йорт алды баҡсаһында нимә генә үҫмәй: әллә нисә төр емеш-еләк һәм ағас ҡыуаҡтары, һәр кем ултыртҡан бәрәңге, йәшелсәнән тыш виноград, арбуз һәм ҡауын да урын тапҡан бында. Малайҙары ҡаҙған ҡойо ла ҡыуанысты арттырған. Бынан тыш мохтаждарға мейес сығарып, башҡа төр эштәр башҡарып ғаилә янсығына хәлдән килгәнсә килем килтерә егеттәр. Тормоштары былай теүәл генә.
Тик... Яҙмыш күп осраҡта бик мәрхәмәтле түгел шул кешегә. Флиҙә апайҙың бер улы икенсе төркөм инвалиды икән. Уның тыуыу тураһындағы таныҡлығында ваҡытында бер генә хәрефтең дөрөҫ яҙылмауы арҡаһында ғәрип бала ҡараған өсөн дәүләт тарафынан бирелгән аҡсалата ярҙамдың туҡталыу ҡурҡынысы тыуған. Райондың ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре мәсьәләнең айышына ныҡлап төшөнөп, дөрөҫләп яҙылған таныҡлыҡты нисек алырға икәнен ныҡлап аңлатмағандармы, әллә әсә кеше үҙе тулыһынса төшөнөп етмәгәнме – нисек кенә булмаһын Флиҙә апай быны бөгөн проблема итеп күрә. Үҙ транспорты булмаған, аҡсаға былай ҙа наҡыҫ булған оло йәштәге ҡатын-ҡыҙға автобус йөрөмәгән ауылдан өс тиҫтә саҡрымдан алыҫыраҡ ятҡан район үҙәгенә меңәр һум түләп такси менән бер нисә тапҡыр барып ҡайтырға кәрәклеген уйлау ғына ла еңел түгел.
Район хакимиәтенең бүлек етәксеһе булышлығында ЗАГС бүлеге башлығы Инна Вәлиеваның был юлдар ҡағыҙға төшкән көндәрҙә күтәрелгән һорауға тейешле яуап эҙләй башлауы Күгәрсен ауылында йәшәүсе конкрет бер кешенең проблемаһы тиҙ арала уңышлы хәл ителер тигән өмөт уята...
Бер ҡатлыраҡтыр инде ул ауыл кешеһе. Флиҙә апай ҙа әле генә иҫкә алынған үҙе өсөн бик мөһим булған мәсьәләне тиҙ генә ситкә ҡуйып, киң күңел күтәренкелеге менән үҙ хужалығын күрһәтте. Йәшлек саялығы үҙендә әле лә бөтмәгән. Баҡсалағы бар эштәрен дә күңел һалып башҡара ул. Улдарының хеҙмәт емеше менән хаҡлы ғорурланып, ихаталағы яңы ҡойонан һыу алғанда йылмайып фотоға ла төштө, ә һуңынан изге теләктәр теләп, оҙатып ҡалды. Уның бар юраған яҡшылыҡтары, икеләтә-өсләтә күләмдә әйләнеп ҡайтып, үҙен шатландырһын ине!
Тыуған ер тарта инде...
[edit]Урам осонда, ҡалҡыуыраҡ ерҙә көлөп ултырған был яңы бурса (брус) йорт йыраҡтан үҙенә саҡырып тора. Нигеҙенән башлап ҡыйығына тиклем, шулай уҡ ихата ҡоймаһы ла, ундағы ҡоролмалар ҙа заманса материалдар ҡулланып эшләнгән. Хужалар ишек алдына сығып ҡаршы алды, күрешеп-танышҡас, ихласлап өй эсенә әйҙәне. Зауыҡ менән йыһазландырылған, иҙәндәренә келәмдәр түшәлгән иркен йорт, әлбиттә, ҡаланың бер типтағы ҡыҫыҡ фатир бүлмәләре менән сағыштырырлыҡ түгел.
- Тыуған яҡ тарта инде, икенсе йәйҙе бында ҡаршылайбыҙ, ауылда үҙебеҙҙе яҡшыраҡ хис итәбеҙ, - тип башланы һүҙен Ғәбит Фаттаев. – Өйҙө һалғанда ла тәбиғилектең күберәк булыуы беренсе шарт ине, күңел тартҡанса барыһын да үҙ ҡулдарым менән эшләйем.
Күгәрсендә тыуып-үҫкән Ғәбит Хәлит улы, 1981 йылда автомеханик һөнәрен үҙләштереп, атом электр станцияһы төҙөлә башлаған Ағиҙелгә эшкә ебәрелгән. Ҡалала төҙөлөш туҡтатылғас, аҡ кирбес сығарыу заводында, һуңыраҡ сит яҡтарҙа эшләп йөрөй. Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан. Сирек быуатҡа яҡын Ағиҙелдә йәшәгәс, Нефтекамала фатир һатып алған. Хәләл ефете Рәмзиә Рифҡәт ҡыҙы менән, ике балаларын үҙ аллы тормош юлына баҫтырып, хаҡлы ялға сыҡҡас, алдағы ғүмерҙәрен үҙҙәренсә үткәрергә ҡарар иткәндәр. Бер нимәгә зарланмай, көр күңел менән көн күрәләр. Әлбиттә, ҡул ҡаушарып ултырмайҙар: тиҫтәнән артыҡ баш бал ҡорто ҡарайҙар, йәшелсә үҫтерәләр, урман-ҡырҙарҙа рәхәтләнеп емеш-еләк, бәшмәк, төрлө файҙалы үләндәр йыялар, йылға буйҙарына төшөргә лә форсат табалар.
Хужа умарта баҙы яһап ҡуйған, әле гараж төҙөү менән мәшғүл. Шулай ҙа уның беренсе ғорурлығы – тик йүкә ағасынан ғына һалынған мунса, эсенә кереп, һоҡланып сыҡтыҡ. Киләсәккә пландары ла күп уның. Тәү сиратта 35 сутый ерен үҙләштереү.
Ошондай эшмәкәр һәм әүҙем кеше, әлбиттә, тик үҙ мәнфғәттәре менән генә йәшәмәй инде. Ғәбит Хәлит улының тағы ла бер оло маҡсаты бар: ул да булһа ауылдан асфальтҡа сығыу өсөн тура юл һалдырыу.
- Өс саҡрым араға балсыҡ өйөп, ҡырсын таш һалынһа, шул етә инде, - ти ул. – Бөгөн ауыл ысынлап та төпкөл, тура юл халыҡтың көндәлек тормошон аҙ ғына булһа ла еңеләйтер ине. Төрлө кимәл етәкселәр алдына ошо мәсьәләне яҡын арала ҡуйырға ине иҫәбем.
Дөйөм мәнфәғәтте хәстәрләп башлаған эштәрендә еңеллек, үҙен аңлағандарҙың күберәк осрауын теләйек Ғәбит уҙаманға.
Иң кәрәкле кеше
[edit]Күгәрсендә эшләгән кеше бөтөнләй юҡ тип әйтеү ысынға тура килмәҫ. Үҙ эштәре менән мәшғүлдәрҙән тыш өс социаль хеҙмәткәр сит ярҙамға мохтаж ҡарт-ҡороноң ауыр көнкүрешен еңеләйтеү буйынса йөкмәтелгән бурысын теүәл башҡара. Уларҙан тыш халыҡҡа бик тә кәрәк һөнәр эйәһе лә бар бында. Ул – ауыл фельдшере Алена Камалова. Бөрө медицина училищеһен тамамлаған белгес 2007 йылдан был ауылды хеҙмәтләндерә. Үҙе күршеләге удмурт ауылы Көркәктән, йылы ваҡыттарҙа Күгәрсенгә ун алты саҡрымлы урау юлдан скутерҙа йөрөй, ҡыштарын атаһының атында көн һайын тураға ун саҡрым үтә. Фельдшерҙы йорттар буйлап йөрөгәндә урамда осраттыҡ.
- Һайлаған һөнәрем оҡшай, бер ни ауырлыҡ тоймайым, йөрөп эшләргә күнеккәнмен. - Алена Ғәфурьян ҡыҙы беҙҙең менән бик теләп аралашты. – Яҙғы-көҙгө бысраҡта, ҡышҡы һалҡындарҙа ҡыйыныраҡ инде. Сырхау кешегә икеләтә ауырыраҡ бит, мин уларға ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам.
Ауылда йәшәүселәрҙең барыһының да, шул иҫәптән әле мәктәпкә йөрөмәгән дүрт баланың, ярты йәшлек бапестең һәм өс ауыр сирҙән яфаланыусының сәләмәтлек торошон даими күҙәтеүҙә тота фельдшер. Төп иғтибар, әлбиттә, һуңғыларына. Уларҙың хәлдәре насарая башлаһа, Ҡыҙыл түбәләге участка дауаханаһына ебәреүҙе ойоштора Алена. Был йәһәттән дә бөтәһе лә яйлы. Ҡыштарын юлды ҡарҙан асып торғас, “ашығыс ярҙам” машинаһы ауылға килә ала.
Аҙ ғына ваҡыт эсендә һөйләшеүҙә лә фельдшерҙең үҙ бурыстарына оло яуаплылыҡ менән ҡарағанын, үҙ эшен ныҡлы яратып, күңел биреп башҡарғанын тойҙоҡ. Ҡыҫҡаһы, Күгәрсен ауылы халҡының сәләмәтлеге ышаныслы ҡулдарҙа. Бар яҡтан да уңыштар юлдаш булһын һиңә, аҡ халатлы уңған удмурт һылыуы!
Һуңғы һүҙ урынына
[edit]Совет осоронда ауылдарына газ һәм асфальт юлдың килеп етмәүенә, һыу үткәргестең тик ауыл урамдарҙың яртыһына ғына һалыныуына ҡайғырыуҙан күптән туҡтаған күгәрсендәр. Был проблемаларҙың хәҙерге заманда хәл ителеренә лә уларҙың өмөттәре тулыһынса өҙөлгән тиерлек. Ваҡытында күтәрелгән таш юлдың ураулығы ла уларҙың теңкәһен күптән ҡоротҡан. Ҡыҙыл түбәгә барған асфальтҡа сығарлыҡ бер нисә саҡрым юл тураһындағы уйҙары ла әлегә тик хыял булып ҡала. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында “яҡшы тормош” тураһында һөйләп тә күрәләтә халыҡҡа ҡаршы эшләнгән һәм әле лә “оптимәлләштереү” һәм башҡа матур һүҙҙәр ҡулланып дауам ителгән үҙгәртеп ҡороуҙарҙы ла бер нисек тә аңлай алмай ауыл кешеләре. Күҙ менән ҡаш араһында колхоздың тарҡалыуын, мәктәп һәм магазиндың ябылыуын йөрәктәренә яҡын ҡабул итеп, оҙаҡ ҡына ныҡлап ҡайғырһалар ҙа, быға күнеккән улар.
Бер үк ваҡытта хозур тәбиғәт ҡосағындағы яратҡан ауылдарының киләсәгенә лә ышанысы ныҡлы яңы таныштарымдың. Күгәрсендәрҙең шәхси һәм дөйөм проблемалары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикабыҙҙағы йөҙләгән һәм илдәге меңәрләгән ауылдарға хас шул. Улар ҡасан һәм нисек хәл ителер – был һорауға әлегә аныҡ яуап юҡ. Уның булыр-булмауы ла билдәле түгел бит. Бөтөн халыҡты ашатырға тейешле ауыл тураһында дөйөм Рәсәй кимәлендә маҡсатҡа ынтылышлы саралар күрергә ваҡыт етте түгелме ни?! Күгәрсен кеүек ауылдарҙа йәшәүселәрҙең киләсәккә ышанысын тулыһынса һүрелеүен көтәбеҙме икән?
...Ҡайтырға юлланыр алдынан район хакимиәте вәкиле Инна Ивановна һәм элекке мәктәп директоры Әлфинә Зәки ҡыҙы менән Етеҙ Танып буйына төштөк. Матур тәбиғәткә һоҡланып, тау битләүендә ултырған йорттарға ҡарап, төпкөл ауылдың дөйөм, унда йәшәүселәрҙең ҡайһы бер шәхси проблемаларын өсәүләп барлап сыҡтыҡ. Уларҙан тиҙ арала ғына ҡотолорлоҡ булмаһа ла, “бар мәсьәләләр ҙә тиҙ арала хәл ителһен, проблемалар Етеҙ Танып һыуына ҡушылып ағып китһен ине” тигән уртаҡ теләк тыуҙы. Шулай булһын ине лә ул...
Ансар Нуретдинов, “Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.
Ҡалтасы районы.
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
| |||
|