Башбит/Бөгөнгө анонстар/2015/40

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

 -  2015 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Мифологик һүҙлек


        Ҡәҙерле уҡыусым!
Һинең ҡулыңда бик серле лә, ҡурҡыныс та донъяны һүрәтләүсе һүҙлек, һүҙлеккә тупланған материал һиңә таныш та, таныш түгел дә һымаҡ. Ысынлап та, эйәләр, бисуралар, шайтандар, ен-пәрейҙәр, аждаһалар, дейеүҙәр тураһында һинең ишеткәнең дә, уҡығаның да бар. Бапаҡтар, бишмыйыҡ- тар, серле бабайҙар менән һине бәләкәй сағында ҡурҡыта ла торғайнылар. <...>
Статьяларҙа шулай уҡ мифик заттар, әйбер-урындар менән бәйле ышаныуҙар, тыйыуҙар, әпсен-ар- бауҙар ҙа урын алған. Һәр халыҡтың мәшһүр «этимолог» бульгуын иҫәпкә алып, һүҙлектә ҡыҫҡа ғына этимологиялар ҙа бар. һүҙлек нигеҙҙә уҡытыусыларға, студенттарға, уҡыусыларға тәғәйенләнгән. Ул шулай уҡ башҡорт мифологияһы, теле менән ҡыҙыҡһынған бөтә кешегә лә файҙалы булыр тигән өмөттәмен.


 д а у а м ы ....