Башбит/Бөгөнгө анонстар/2015/07

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

 -  2015 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Ҡара йөҙҙәр. Мәжит Ғафури

Был эш бынан утыҙ йылдар элек ине.

Беҙ, йәш шәкерттәр, йәсиғ намаҙынан алдараҡ сығып, мәҙрәсәгә ҡайттыҡ, йәстеүҙән һуң хәҙрәт дәрескә инәсәк булғанға күрә, беҙ тора торған мәҙрәсә йыйыш¬тырылған. Иң түрҙәге тәҙрә эргәһендәге тәпәшәк өҫтәлгә шаҡмаҡлы ашъяулыҡ ябылып, өҫтәлдең уң яғына бер нисә мендәр өйөлөп ҡуйылған ине.

Беҙ ҡайтып бер аҙ ғына ултырғас та, Әүли хәлфә ҡайтып, хәҙрәттең килеп етеүен белдерер өсөн беҙгә ишара итеү менән, беҙ бөтәбеҙ ҙә ултырып, тып-тын ҡалдыҡ. Беҙ, гүйәки, бик тырышып уҡыған кеүек, китаптарыбыҙға күҙҙәребеҙҙе алып, эстән генә уҡырға керешкән булдыҡ.

Шул арала ишек асылды. Сафый хәҙрәт бик аҡрын ғына инә башланы. Беҙ шунда уҡ бөтәбеҙ ҙә аяғүрә баҫып, ҡулдарыбыҙҙы күкрәктәребеҙгә ҡуйып, баҫҡан урындарыбыҙҙа таш бағана кеүек ҡатып ҡалдыҡ, һис бере¬беҙҙең бер генә лә ғәйебе булмауға ҡарамаҫтан, беҙҙең йөрәктәребеҙ дер-дер тибә башланы.

Хәҙрәт инеү менән дөйөм бер сәләм бирҙе. Ябай шәкерттәр бер виршуктан уҙмаҫҡа тейешле булған иҙәндәге арҡыры ағастан бер аршындай уҙып туҡрау менән, ҡуштан шәкерттәрҙең береһе уның оҙон таяғын ҡәҙерләп ҡулынан алып китте. Икенсе береһе уның быймаларын һалдырып, айырым бер урынға ҡуйҙы. Әүли хәлфә, хәҙ-рәттең өҫтөндәге ҡыҙыл төлкө тамаҡ тунын һалдырып, айырым бер хөрмәт менән үҙенең бүлмәһенә алып инеп китте....дауамы

1926