Башбит/Бөгөнгө анонстар/2015/53

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

 -  2015 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53



Яңы йыл



Дөп-дөп итеп ишек ҡаға
Тағы яңы йыл,
Ул - яңы ла, беҙ иҫке шул,
Булмай яңырып.
Һәр ҡыш бер йыл өҫтәй тора
Сәстәрҙе саллап,
Туҡтатып та ҡуйып булмай
Һаҡсылар яллап.
Әйҙә, килгәс уҙ түремә,
Һөйөнөс йөкмәп,
Күңелдә шатлыҡ мул булһын,
Табында - икмәк.
Буш тоғоңа ҡайғыларҙы
Алып кит төйәп,
Упҡынға күм, беҙҙә улар
Тапмаһын төйәк.
Дөп-дөп итеп ишек ҡаға
Ана, яңы йыл.
Юҡ, "иҫкерге" килмәй һис тә -
Килә яңырғы!


2013

Гүзәл Ситдиҡованың башҡа әҫәрҙәре