Башбит/Бөгөнгө анонстар/2015/26

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

 -  2015 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53



* * *


Мин йәш саҡта комбинезон
Бүләк итте апайым,
Ғүмер буйы уның кеүек
Ҡулай кейем тапмайым…

…Өй һалырға урын алдыҡ,
Билдәләп ҡаҙаҡ ҡаҡтыҡ,
Һәр бүрәнә, һәр таҡтаһын
Бергәләп теҙеп һалдыҡ.

Нигеҙенән ҡыйыҡҡаса
Эше үтте ҡулымдан…
Эй иптәшем эшкә уңған!
Мин үҙем дә сос, йылдам…

Бик шәп нәмә комбинезон!
Бер ер тормай асылып,
Уйламайһың ал-артыңды,
Эшләп була баҫылып!

Йәй эсендә өй өлгөртөп,
Көҙ етеүгә туйланыҡ,
“Шәп икәнбеҙ үҙебеҙ,” - тип
Эстән генә уйланыҡ…

Һөйләй икән беҙҙе халыҡ,
Беҙ эште бөтөп ҡуйғас:
“Шәп эшләр шул, ҡатынының
Комбинезоны булғас!”

Әхирәттәр әйткәс шулай,
Һүҙҙе уйынға борам,
Көләм: “Әйҙә, төҙөгөҙ һуң!
Һеҙгә лә биреп торам!”

…Һағындырып иҫкә төшә,
Тормай шул йәшлек үтмәй…
Әллә ниҙәр эшләр инем –
Комбинезоным етмәй!!!




Фирүзә Абдуллина шиғырҙары...