Башбит/Бөгөнгө анонстар/2015/06

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

 -  2015 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Ҡатындар. Ҡыҙ бала. (Трилогия. Беренсе китап) Ғөлнур Яҡупова

Ҡарурманда, бүре һуҡмағында, осрашты улар — ике ҡырағай йән. Береһенең урмандан әҙәми заттарға, икенсеһенең, киреһенсә, әҙәми заттарҙан урманға ҡасып барышы. Икеһе ике яҡтан, ҡапма-ҡаршыға, саба торғас, түштәре менән йырып алға этәреп килгән һауа тулҡындары, ниһайәт, тасма-тас бәрелешеп, юғарыға урғылды. Был күҙгә күренмәҫ тығыҙ урғым алдында бер мәлгә туҡтап ҡалдылар: тирә-йүн уларҙың тик икеһенә генә аңлашылған мәғлүмәти еҫ-тойомдар менән тулды. Зәһәр ялтыраған күҙҙәр, тыржайған томшоҡтар, ҡарпайған ҡолаҡтар шул мәғлүмәтте аңдыны. Ул арала урғым нисек бар булһа, шулай юҡҡа сыҡты. Әлеге икәү икеһе ике яҡҡа мөҡәддәс юлдарын дауам итте. Уларҙы ошо ынтылыштарынан дүндерер көс юҡ. Ҡарар күҙгә ифрат ныҡ оҡшашһалар ҙа, был ике йәндең эске булмышы аҡ менән ҡара кеүек айырыла: береһе азатлыҡ хаҡына әҙәми заттың муйынын сәйнәп ырғытырға һәләтле, икенсеһе шул уҡ әҙәми затҡа тоғролоҡ хаҡына ҡоллоҡҡа төшөргә, муйынына ҡарғы кейҙертергә лә риза...

Күп тә үтмәне, минең нәҫелем көн иткән Толпарлы ауылы таң ҡалдырғыс хәбәр менән тулды: Әхмәҙин һунарсының бүреһе эт булып өрә башлаған! Ул бүрене Әхмәҙин бабай өңөнән бәләкәй генә көйөнсә алып ҡасҡан, ҡыҙыҡ өсөн микән, урынына колхоз келәттәрен һаҡлаған кәнтәй овчарканың көтөйөн ҡалдырып киткән. Заманында урман ҡарауылсыhы булып эшләгән, мәргәнлеге менән дан ҡаҙанған hунарсы хәҙер үҙе лә шул овчарка менән бер ҡатар янғын һүндереү һарайында төнгө hаҡта тора. Был хеҙмәтенән ул ифрат ҡәнәғәт: төндәрен, йә уйланып, йә hуғышта алған яраларынан һыҙланып, барыбер йоҡоһоҙ уҙғара, ә былай яҡындағы машина-трактор паркынан өҙөлмәгән ир-ат менән иртәле-кисле күрешә, гәпләшеп кинәнә, исмаһам. Өйө лә яҡын, Келәт тыҡрығында ғына.

...Ә теге "бүре өргән" көндө ҡарт, ғәҙәтенсә, таң һарыһы менән үҙенең ихатаһына ҡайтып ураны, йорт-ҡураһына күҙ һалды. Ҡараһа — бүреһе юҡ! Ҡарғыһынан һыпырылып ҡасҡан?

|Ағиҙел ж. 2009 йыл ...дауамы