Jump to content

Ҡара йөҙҙәр

From Wikisource
Ҡара йөҙҙәр
автор Мәжит Ғафури
Ижад итеү ваҡыты: 1926. Нәшер ителгән: 1927. Сығанаҡ: Ҡара йөҙҙәр. Повесть. Өфө, 1927. * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.


* * *


Был эш бынан утыҙ йылдар элек ине.

Беҙ, йәш шәкерттәр, йәсиғ намаҙынан алдараҡ сығып, мәҙрәсәгә ҡайттыҡ, йәстеүҙән һуң хәҙрәт дәрескә инәсәк булғанға күрә, беҙ тора торған мәҙрәсә йыйыштырылған. Иң түрҙәге тәҙрә эргәһендәге тәпәшәк өҫтәлгә шаҡмаҡлы ашъяулыҡ ябылып, өҫтәлдең уң яғына бер нисә мендәр өйөлөп ҡуйылған ине.

Беҙ ҡайтып бер аҙ ғына ултырғас та, Әүли хәлфә ҡайтып, хәҙрәттең килеп етеүен белдерер өсөн беҙгә ишара итеү менән, беҙ бөтәбеҙ ҙә ултырып, тып-тын ҡалдыҡ. Беҙ, гүйә ки, бик тырышып уҡыған кеүек, китаптарыбыҙға күҙҙәребеҙҙе һалып, эстән генә уҡырға керешкән булдыҡ.

Шул арала ишек асылды. Сафый хәҙрәт бик аҡрын ғына инә башланы. Беҙ шунда уҡ бөтәбеҙ ҙә аяғүрә баҫып, ҡулдарыбыҙҙы күкрәктәребеҙгә ҡуйып, баҫҡан урындарыбыҙҙа таш бағана кеүек ҡатып ҡалдыҡ, һис беребеҙҙең бер генә лә ғәйебе булмауға ҡарамаҫтан, беҙҙең йөрәктәребеҙ дер-дер тибә башланы.

Хәҙрәт инеү менән дөйөм бер сәләм бирҙе. Ябай шәкерттәр бер виршуктан уҙмаҫҡа тейешле булған иҙәндәге арҡыры ағастан бер аршындай уҙып туҡрау менән, ҡуштан шәкерттәрҙең береһе уның оҙон таяғын ҡәҙерләп ҡулынан алып китте. Икенсе береһе уның быймаларын һалдырып, айырым бер урынға ҡуйҙы. Әүли хәлфә, хәҙрәттең өҫтөндәге ҡыҙыл төлкө тамаҡ тунын һалдырып, айырым бер хөрмәт менән үҙенең бүлмәһенә алып инеп китте.

Шунан һуң, хәҙрәт үҙенә әҙерләнгән мендәрҙәр өҫтөнә ултырып, һис кемгә бер һүҙ әйтмәй, кеҫәһенән күҙлеген алып, шәмгә ҡаршы ҡуйып ҡарағандан һуң, ҡулъяулығы менән күҙлегенең быялаларын һөртөп кейҙе лә тирә-яғындағы шәкерттәргә ҡарап алды, беҙ, әле һаман бер һүҙ әйтмәй, хәҙрәттең һүҙ әйткәнен көтә инек. Ул шулай шәкерттәргә күҙ йөрөтөп алғас, мәҙрәсәнең тәртибен ҡарап алған кеүек булғас:
– Бөгөн ниндәй дәрес? — тип һораны. Уның был һүҙен күптәндән бирле көтөп торған шәкерттәрҙең бер нисәһе берҙәм:
– Бөгөн, тәҡсир, «Әәҡәйед», — тинеләр.

Ул арала «Әәҡәйед» уҡыусылар хәҙрәткә ҡаршы унан бер сажин самаһы алыҫыраҡ, түңәрәкләнеп, теҙләнеп ултырғандар, бөтәһе лә алдарына китаптарын һалып, дәрес тыңларға әҙерләнгәндәр ине инде. Хәҙрәт, шәкерттәрҙең яуабын алғас, өҫтәлдәге китаптарҙың береһен алды һәм, бер аҙ көттөргәндән һуң, бик мөһабәт тауыш менән:

—Һаҙый, һин ғибарә уҡы... — тип бойороҡ бирҙе.

Хәҙрәттең шул һүҙен ишетеү менән, теге шәкерттәрҙең бөтәһе лә ҡулдарын теҙҙәренә арҡыры ҡуйып, баштарын түбән эйеп, китаптарына күҙ һалдылар, Һаҙый беҙ белмәгән ҙур китаптан бик һалмаҡ ҡына нәмәлер уҡып китте.
Бер аҙ уҡығас та, хәҙрәт Һаҙыйға туҡрарға ҡушҡас, ул туҡраны. Хәҙрәт үҙе лә бер аҙ уйланды ла, тамағын ҡырып, Ғаҙыйҙың иң элек әйткән һүҙенән эләктереп һөйләп китте. Дәрес тыңлаусы шәкерттәр, бөтәһе лә шаҡ ҡатып, хәҙрәттең ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәрҙең береһен дә ҡалдырмай тыңларға керештеләр.

Хәҙрәт асылғандан-асылды, ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Ҙурыраҡ хәлфәләрҙән дә һәм уның алдындағы дәресен алып ултырыусыларҙан да һүҙгә ҡатышыусылар сыҡты.

Беҙ, ваҡ шәкерттәр, хәҙрәт тиклем хәҙрәт алдында һүҙ һөйләргә, һүҙ көрәштерергә батырсылыҡ иткән хәлфәләргә һәм уның алдындағы теге шәкерттәргә аптырап ҡалып, шаҡ ҡатып ултыра инек. Бигерәк тә күгәрсен Сәлим тигән, былай ҡарап торорға бәләкәйерәк булған шәкерттең ҡыйыулығына һәм һүҙгә бирешмәүенә һоҡлана инек.

Мәҙрәсә эсендә хәҙрәт һәм үҙ-ара һүҙ көрәштергән шәкерттәрҙең тауыштарынан башҡа бер тауыш та юҡ ине. Беҙ ултырған урындарыбыҙҙан да ҡуҙғалырға ҡурҡып, һуң дәрәжәлә тыныслыҡ һаҡлап һәм уларҙың бәхәсләшеүҙәрен тыңлай инек.

Хәҙрәттең дәресе шулай иң ҡыҙыу еренә еткән саҡта ғына мәҙрәсәнең ишеге асылып, әллә кемдәр, бик ныҡ тауышланып, эскә инә башланылар, ғәҙәттә, бындай бер-береһенә бәйләнешһеҙ һүҙҙәр һәм ашығып ҡысҡырып һөйләүҙәр янғын ваҡытында ғына булғанға күрә, беҙ ҡурҡышып киттек. «Мәҙрәсәнең түбәһенә ут тоҡанған микән әллә?» — тигән уйға төштөк.

Быларҙың тауыштарынан беҙҙең кеүек ваҡ шәкерттәр түгел, ҙур шәкерттәр ҙә, хатта хәҙрәт үҙе лә һиҫкәнеп киткән кеүек булды һәм улар ҙа, һүҙҙәрен туҡратып, ишеккә табан ҡарарға мәжбүр булдылар.

Шулай бик тауышланып һәм дә бик ашығып биш-алты мөштөм инделәр ҙә, бер урынға баҫып тора алмай, бер артҡа, бер алға ҡаранып, тышта башланған һүҙҙәрҙең аҙағын бында бөтөрөргә уйлаған кеүек, нәмәлер һөйләргә керештеләр. Быларҙың тороштарынан, бер урында баҫып тора алмауҙарынан ниндәй ҙә булһа бик ҡурҡыныс һәм бик һирәк була торған бер эштең булыуы алдан ук мәғлүм булып тора ине. Әгәр ҙә мулла бабай бында булмаған, әллә нисә мәҙрәсәнең иң ҙур шәкерттәре бында дәрескә йыйылмаған булһа, беҙ тағы ла ҡурҡа төшөр инек.

Хәҙрәт күҙлеген маңлайына күтәреп ҡуйҙы ла, ишеккә табан ҡарап, асыулыраҡ бер тауыш менән:

- Ни бар!? Ни нәмә булды?.. Төн менән ут сыҡҡан кеүек ни нәмәгә шаулашып йөрөйһөгөҙ?.. — тип һорашырға кереште.
Ишектән шаулашып ингән кешеләр хәҙрәттең һорауҙарына яуап бирәһе урында, уға яуап бирергә ашыҡмай, хатта унан да кәрәгерәк бер эш бар кеүек, арттарына ҡарап: «Һеҙ уларҙы ебәрмәй шунда тотоп тороғоҙ әле, хәҙрәт ни ҡушыр, ҡулдан ыскындырмағыҙ...» — тип ҡысҡырып ҡуйҙылар.

Хәҙрәттең һорауына ла ҡарамай, уларҙың шулай тауышланыуҙары беҙҙе тағы ла аптырашта ҡалдырҙы. Беҙ, берәй ҡараҡ тоттолар микән, әллә башҡа берәй ҡурҡыныс эш булды микән, тигән уйға ҡалдыҡ. Бөтә кешенең күҙендә ашығыслыҡ һәм был ҡурҡыныс эштең һөҙөмтәһен тиҙерәк белеү теләге тыуған кеүек булды.

Тегеләрҙең яуап бирмәүҙәрен күргән хәҙрәт тағы ла мөһабәтерәк тауыш менән:

– Йә, ни бар!? Былай ҡарап яуап бирегеҙ!..—тип ҡысҡырып ебәрҙе. Шул саҡта тышҡы яҡтан:

– Юҡ, юҡ!.. Хәҙер тиҙ генә ысҡына алмаҫтар инде!— тигән тауыштар ишетелде.

Берҙән, эскә ингән кешеләрҙең һуң дәрәжәлә етди ҡыланыуҙары, шуның өҫтөнә ҡайһы берәүҙәренең ҡулында күҫәктәр булыуы, икенсенән, тыштан асыулы һәм ҡурҡыныслы тауыштар ишетелеүе ни ҙә булһа берәй мөһим эштең барлығын күрһәтеп тора ине. Шуның өҫтөнә тыштан тағы ла:

—Сеү, сеү!.. Кәрәкмәй, сабыр итегеҙ! — тигән тауыштар араһынан бик нескә һәм әсенеп илаған тауыш, ишетелеп ҡалды.
Ике-өс минут эсендә генә булған был ашығыс һәм ҡурҡыныс күренеш, күңелдәргә ҡурҡыныс һалып, бик йәмһеҙ нәмәләрҙе күҙ алдына килтерҙе.

Ингән кешеләр һаман да тынысланып, үҙҙәренең һүҙҙәрен һөйләр бер хәлгә килә алмайҙар, баҫҡан урындарында тыныс ҡына, бер ергә генә баҫып тора алмайҙар ине.
Хәҙрәт өсөнсө тапҡыр тағы ла асыулыраҡ рәүештә:
— Йә, ни нәмә бар? Ниңә берегеҙ ҙә һөйләмәйһегеҙ, ҡиәмәт ҡупты мәллә?.. — тип ажғырҙы. Был юлы хәҙрәттең йөҙөнә асыу ғәләмәте бик ныҡ сыҡҡан ине.
Ниһайәт, ишектән ингәс, кешеләрҙең береһе, башҡа иптәштәренән алғараҡ килеп, өҙөк һәм ҡалтырауыҡлы тауыш менән:
— Хәҙрәт, эш ҙур!.. Боҙоҡтар аяҡ аҫтында яталар икән... Шуларҙы тотоп, һеҙҙән шәриғәт һорарға килдек!..— тине һәм, һүҙен тамам итеүҙән аптырап ҡалған кеше кеүек, ҡалтыранып, улай-былай һелкенеп, иптәштәренә ҡараны, бик оҙаҡ йүгереп арыған кеше кеүек, өҙөк-өҙөк тын ала башланы... Ысынлап та, хәҙер был кешенең күҙҙәре аларған, йөҙө ағарған, үҙе һуң дәрәжәлә ҡурҡыныс бер төҫкә ингән ине.

Беҙ әле һаман эштең нимәлә икәнен, ниндәй ваҡиға булғанын белмәгәнгә күрә, аптырай ғына бара инек.

Хәҙрәттең түҙерлек хәле ҡалманы, ул, урынынан ҡуҙғала төшөп:

—Йә, ниндәй боҙоҡтар?.. Нимә?.. Берәй кешенең нәмәһе юғалғанмы?.. Тиҙерәк әйтегеҙ!.. — тине.

Бая һөйләгән кеше эргәһенә тағы береһе килеп ҡушылды, улар икеһе берҙән:

—Бына Шакир малайы Закир менән... — тип һөйләй башлағандар ине, хәҙрәт, уларға ҡарап:
- Улай икәүләп һөйләмәгеҙ, арағыҙҙан берегеҙ генә һөйләһен!—тигәс, Әбдрахман бабай алғараҡ сыҡты. Ул, һүҙенең иң кәрәкле еренән башларға теләгән кеүек, бер аҙ көттөргәндән һуң, былай тип һөйләргә кереште:

— Хәҙрәт, һөйләргә лә ауыр инде... ана теге Шакир малайы Закир менән Фәхри ҡыҙын тотҡандар... Ғайфулла менән Сәлим, «ауыл ҡарттары ла шаһит булһындар», тип әле генә беҙҙе алып сыҡтылар. Йәсиғ намаҙынан ҡайтып, яңы ғына сәйгә ултырған инем. Бына шулай, эш харап, хәҙрәт!.. Үҙең шәриғәт ҡушҡанды эшлә! —тине. Шул ергә еткәс, Ғабдрахман бабайҙың да тыны бөттө. Был да, үҙенең был ҙур эште аңлата алмауына шикләнгән кеүек, тирә-яғындағы кешеләргә ҡараны.
Ҙур ҡурҡыныстың төбө асылды. Ҙур ваҡиғаның сере беленде...

Ахун хәҙрәт, Ғабдрахман бабайҙың һүҙҙәрен түҙемһеҙлек менән тыңлап бөткәндән һуң, урынынан ҡуҙғала төштө, уның йөҙөнә тағы ла етдиерәк һәм асыу ғәләмәттәре сыҡты.

Шәкерттәр урындарынан ҡуҙғалып, баштарын күтәреп, алғараҡ сығырға тырышып ҡарай башланылар. Ҡайһы бер ҙурыраҡ шәкерттәрҙең йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ сыҡты. Был ваҡиға, был ҡурҡыныслы эш миңә йәшен кеүек килеп һуғылды.

«Фәхри ҡыҙы!..» Ул бит — беҙҙең күрше һәм атайҙың бер туған ағаһы Фәхри бабайҙың ҡыҙы Ғәлимә апай!.. Ул бит минең үҙ апайымдан да артыҡ яратып йөрөгән апайым... Ул нисек былай булды икән?.. Ул меҫкен хәҙер был хурлыҡҡа нисек сыҙай икән?..

Теге тышта нескә тауыш менән әсенеп илаған кеше Ғәлимә апай икән!.. Ул нескә тауыш Ғәлимә апайҙың тауышы икән... Хәҙер Фәхри бабайҙар үҙҙәре нисек сыҙап торалар икән тигән күңелһеҙ һәм йәмһеҙ уйҙар бер минут эсендә баштан сығып өлгөрҙө. Мин был эшкә һәм Ғәлимә апайҙың ошо, күҙҙәре ут кеүек янып, ҡулдарына күҫәктәр тотоп торған уҫалдарға тотҡон булыуына бер мәғәнә лә бирә алманым. Башым түбән бөгөлөп төштө, күҙ алдарым ҡараңғыланды, бөтә шәкерттәр тик миңә генә ҡараған кеүек тойолдолар.

Хәҙер дәрес ҡайғыһы бөттө, алдағы китаптар онотолдолар... Бөтә шәкерттәр һәм был эш артынан йөрөүселәр, хәҙрәт ауыҙына ҡарап, уның был мөһим эш тураһында, әҙәм аптырап ҡалырлыҡ ваҡиға тураһында, ни нәмә әйтәсәген көтә башланылар...әҫәрҙең дауамы…