0%

Башҡорт мифологияһы. Ағас эйәһе

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Башҡорт мифологияһы
автор Фирҙәүес Хисамитдинова
.Нәшер ителгән: 2002. Сығанаҡ: Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек.

- Өфө: Ғилем, 2002. - 126 б. ISBN 5-7501-0299-8


АҒАС ЭЙӘҺЕ. Диалекттарҙа ағас анасы, ағас хужа, еяж я/аҫ, яңғыҙ ағас эйәһе исемдәре менән йөрөй. Башҡорт мифологияһында ағас эйәһе - яңғыҙ ағаста йәшәгән эйә. Кешегә ул ғәҙәттә күренмәй. Бик һирәк кәкүк, ҡоҙғон ҡиәфәтендә осрай. Ышаныуҙар буйынса, эйәле ағасты киҫергә, өй, аҙбар, мунса бүрәнәләренә, утынға алырға ярамай. Уның ботағын, ҡайын булһа, туҙын, ҡарағай булһа, сайырын, имән булһа, сәтләүеген алыу ҙа тыйыла. Эйәле йәки енле ағасты киҫкәндә, ут сәселә, эргәһенән үткәндә шатырлаған, шытырлаған тауыштар ишетелә. Эйәле ағасты аҙбарға һалһаң, мал үрсемәй, зыянлай, өй бүрәнәһенә алһаң, өй тынғыһыҙ була, хужалары йыш ауырый, ҡазалана. Хатта утынға тип ишек алдына килтерелгән ағастың да эйәһе булыуы тураһында ышаныуҙар бар. Бына шуларҙың береһе.

«Өйәңке күленең ярында ике мөһабәт өйәңке үҫеп ултырған. Берҙән- бер көндө уларҙың береһен йәшен атып һындыра. Рәбиға исемле әбей һынған ағасты ишек алдына килтертә. Шул көндән башлап әбейҙең йоҡоһо ҡаса, сөнки төн уртаһы етеү менән кемдер тәҙрә шаҡып йөрөй башлай. «Кем унда?»- тип һораһа ла, яуап бирмәй, ти. Аптырағас, әбей ағасты кире урынына илттерә, тик шунан һуң ғына төнгө ҡунаҡтың килеүе туҡтала».

(И. Ҡотлоюлов. «Йәшлек», 28Д1999й.).

Ағас эйәһе атамаһының килеп сығышы төрки сығанаҡлы «злзс һәм эйә һүҙҙәре менән бәйле. Ә ағас эйәһе үҙе боронғо башҡорттарҙың Ағас тәңреһенә барып тоташа. Билдәле булыуынса, Ибн-Фаҙлан X быуат башында: «Башҡорттарҙың бер өлөшө ағасҡа табына, ағастың хужаһы барлығына ышана», тип яҙып киткәйне. Шулай итеп, башҡорт мифологияһының Ағас тәңреһе бөгөн телдә, ышыныуҙарҙа, хөрәфәти хикәйәләрҙә генә тороп ҡалған.