0%

Башҡорт мифологияһы. Китаптың беренсе бите

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Башҡорт мифологияһы
автор Фирҙәүес Хисамитдинова
.Нәшер ителгән: 2002. Сығанаҡ: Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек.

- Өфө: Ғилем, 2002. - 126 б. ISBN 5-7501-0299-8



БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ БАШҠАРМА КОМИТЕТЫ РӘСӘЙ ФӘНДӘР АКАДЕМИЯҺЫ ӨФӨ ҒИЛМИ ҮҘӘГЕ ТАРИХ ТЕЛ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТ ИНСТИТУТЫ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ФӘНДӘР АКАДЕМИЯҺЫ

Ф.Ғ.Хисамитдинова

БАШҠОРТ МИФОЛОГИЯҺЫ

Белешмә-һүҙлек

Өфө

«Ғилем»

2002

УДК 398 ББК 82 X 51


Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек.

- Өфө: Ғилем, 2002. - 126 б.

ISBN 5-7501-0299-8

һүҙлек башҡорт мифологияһына ҡараған 140 һүҙҙе үҙ эсенә ала. Популяр формала мифик заттар, мифология менән бәйле урындар, әйберҙәр тасуирлана, һүҙлектә мифология менән бәйле һүҙҙәр, текс¬тар ҙа урын алған. Башҡорт мифологияһы, теле менән ҡыҙыҡһынған бөтә кеше өсөн дә файҙалы ҡулланма булыр.

Рецензенттар: филология фәндәре докторы, профессор Э.Ф.Ишбирҙин; филология фәндәре кандидаты Н.Ф.Суфьянова

ISBN 5-7501-0299-8

© Хисамитдинова Ф.Ғ., 2002 © «Ғилем» нәшриәте, 2002





Ҡәҙерле уҡыусым!

Һинең ҡулыңда бик серле лә, ҡурҡыныс та донъяны һүрәтләүсе һүҙлек, һүҙлеккә тупланған материал һиңә таныш та, таныш түгел дә һымаҡ. Ысынлап та, эйәләр, бисуралар, шайтандар, ен-пәрейҙәр, аждаһалар, дейеүҙәр тураһында һинең ишеткәнең дә, уҡығаның да бар. Бапаҡтар, бишмыйыҡтар, серле бабайҙар менән һине бәләкәй сағында ҡурҡыта ла торғайнылар.

Бәлә-ҡазаға тарығанда әле лә Аллаға, Хоҙайға, Тәңрегә ялбараһыңдыр. Балаң илағанда, малың ятып үлгәндә күҙ тейеүгә ышанаһыңдыр. Яратҡан кешең аңламаһа, бәлки һөйҙөргөс тә ҡулланаһыңдыр. Ямғыр яумай ҡоролоҡ интектерһә, бәлки ауылдаштарың менән теләккә, һыу һалышыуға сығаһыңдыр. Бәлки быларҙың береһендә һин башҡармайһыңдыр. Хатта шуларҙы үтәгәндәргә юмор менән ҡарайһыңдыр. Шулай ҙа, мин уйлайым, хатта һинең күңелеңдә лә серле, сихри күренештәргә, әйберҙәргә ҡарата шйк- шөбһәләр йәшәй, һин ауырыһаң, бәлә-ҡаза килһә, эстән генә булһа ла, Хоҙайҙың ярлыҡауын, ҡоткарыуын үтенәһең. Шулай бит?! Эйе, шулай. Икенсе төрлө булырға тейеш тә түгел. Ул ышаныуҙар, мифик заттар, сихыр һәм әпсендәр, йолалар һәм дә ырымдар - һинең тамырҙарың, олата-бабаларыңдан ҡалған күңел байлығың, һинең башҡортлоғоңдоң бер билдәһе. Шуға оялма, йәшермә, хатта шул сихри донъяны белеүең менән ғорурлан. Сөнки һин бик бай мифологик мираҫҡа эйәһең. Боронғо олатай-бабаларыбыҙҙың донъяға ҡараштарын, уй-фекерҙәрен, хис-тойғоларын һәм табьшыуҙарын, йәғни донья һүрәтен белеү - ул ғорурлыҡ, хәҙерге доньяны аңлау өсөн ҙур бер сығанаҡ. Балки, шуғалыр ҙа һуңғы йылдарҙа мифология менән ҡыҙыҡһыныу артҡандан арта. Мифология буйынса энциклопедиялар, һүҙлектәр, монографиялар сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт мифологияһы буйынса материал күп булһа ла, әлегә һүҙлектәр юҡ. Ошоно иҫәпкә алып төҙалдө лә иңде был һүҙлек. Ҡыҫҡаса һүҙлек булараҡ, ул ҡыҫҡа ғына информатив статьяларҙан тора. Статьяла мифик персонаждар, урындар, әйберҙәр тасуиирлана. һүҙҙәрҙең диалекттарҙағы варианттары, фразеология һәм мәҡәл- әйтемдәрҙәге ҡулланылышы сағылыш тапҡан. Статьяларҙа шулай уҡ мифик заттар, әйбер-урындар менән бәйле ышаныуҙар, тыйыуҙар, әпсен-арбауҙар ҙа урын алған. Һәр халыҡтың мәшһүр «этимолог» булыуын иҫәпкә алып, һүҙлектә ҡыҫҡа ғына этимологиялар ҙа бар. һүҙлек нигеҙҙә уҡытыусыларға, студенттарға, уҡыусыларға тәғәйенләнгән. Ул шулай уҡ башҡорт мифологияһы, теле менән ҡыҙыҡһынған бөтә кешегә лә файҙалы булыр тигән өмөттәмен.