Башҡорт мифологияһы. Аждаһа

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Башҡорт мифологияһы
автор Фирҙәүес Хисамитдинова
.Нәшер ителгән: 2002. Сығанаҡ: Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифологияһы: Белешмә-һүҙлек.

- Өфө: Ғилем, 2002. - 126 б. ISBN 5-7501-0299-8


АЖДАҺА. Диалекттарҙа аздаһа, азда, әждәһә, әжжәгә, аждаһа йылан, азда йылан, әждәһә йылан исемдәре менән йөрөй. Башҡорт мифологияһында күлдә, һаҙлыҡта, ҡоҙоҡта, тау араларында, мәмерйәләрҙә йәшәгән бүрәнә кеүек йыуан йылан ҡиәфәтендәге мифик зат. Бик һирәк аждаһа үгеҙ, эт, кеше ҡиәфәтендә лә күренә. Ышаныуҙар буйынса, аждаһа аҙғынланып ҡиәфәтен үҙгәртһә, уны болот күтәреп алып китә. Аждаһа күтәрелгәндә ел-дауыл ҡуба, ғәрәсәт була. Аждаһа күтәрелеү тураһында ышаныуҙар әле лә йәшәй. Миҫал өсөн Белорет районында көслө дауылдан һуң яҙып алынған хөрәфәти хикәйәне килтерергә мөмкин.

«Был хәл бесәндә булды. Салт аяҙ көндә бер мәл ҡап-ҡара болот килеп сыҡты, йәшен йәшнәп, күк күкрәп ямғыр яуа башланы. Ағастар шаулай, ҡараңғы. Ҡурҡыныс булып китте. Теге ҡара болот беҙҙең бесәнлек аҫтындағы һаҙға килеп етте. Шул саҡ шарт-шорт күк күкрәне, һаҙҙан бер ҡот осҡос йән эйәһе ҡара болот артынан күтәрелә башланы. Ул йән эйәһе үҙе йыуан, үҙе борғолана. Ә ҡойроғо, мәлғүндең, асалы һәнәк һымаҡ. Шул ҡойроғо менән ул йән-яҡҡа һуға, үкерә. Һуҡҡан, борғоланған ерендә ағастар түшәлеп ҡала. Анау тауға ҡарап түшәлеп ята бит ҡайындар, шул мәлғүндең эше инде. Ныҡ ҡурҡтыҡ шул саҡ. Аллаға шөкөр, болот беҙҙең ҡушҡа яҡын килмәне, Көркәк яғына китте. Ауылда «аждаһа күтәрелде» - тип, һөйҙәнеләр шул саҡ.

(Ғ.Хисамитдинова. Яңы Абҙаҡ ауылы).

Ышаныуҙар буйынса, аждаһаға 40,60,100,200,300,500 йыл йәшәгән ҡәҙимге йылан әүерелә. Башҡорт халыҡ ижадында 3,6,9,12, хатта 1000 башлы аждаһалар осрай. Ышаныуҙарҙа, халыҡ ижадының бөтә жанрҙарында ла аждаһа яман зат итеп һүрәтләнә.

Аждаһа һүҙе килеп сығышы яғынан боронғо иран ҡомартҡыһы «Авеста»лағы Ажидахака исемле демон атамаһы менән бәйле булырға тейеш.