Category:Батырҙар тураһында әкиәттәр
Батырҙар тураһында әкиәттәр ҠӘМӘН МЕНӘН СӘМӘН, КАРТУФ СӘСКӘН СӘЛМӘН
Борон-борон заманда, һайыҫҡандар ала саҡта, олатайҙар бала саҡта, булған, ти, Аҡбулат атлы бер бабай менән Һылыубикә исемле бер әбей. Улар өс малай тәрбиәләп үҫтергән. Аҡбулат ҡарт ғүмер буйына сажин ҡырҡҡан да ҡыуғын ҡыуған, ҡарағай йыҡҡан да тыранса ярған, туҙ һыҙырған да дегет яҡҡан, ерек ҡырҡҡан да күмер һүндергән. Улдары ир етеүгә бабай менән әбей бик ҡартайып киткән, ти. Быларҙың өлкән ике улы, Ҡәмән менән Сәмән, һүҙгә һүрән, эшкә һүлпән, йомош ҡушылғанда елкәләрен тырнаусан, ашарға тигәндә йүгереп килеүсән, етәкләшеп бергә йөрөүсән, башҡалар эшләгәндә ҡул ҡаушырып, ауыҙ асып, ҡарап тороусан, ти. Кинйә улдары, Сәлмән исемлеһе, эшкә сапсан, йомошҡа күндәм, һүҙгә үткер, уйға зирәк булған. Тотонған бер нәмәне ҡарап туйғыһыҙ итеп эшләп ҡуйған. Салғыға тотондомо – һә тигәнсе бер күбәлек бесән сабылған, ағас ҡырҡырға керештеме – бүтәндәр алды-артына ҡаранғансы бер йөк утын өйөлгән, ти. Бабай менән әбей кинйә улдарынан кинәнеп бөтә алмаған. Ҡәмән менән Сәмәнгә иһә ҡустыларының былай булыуы бер ҙә оҡшамаған. Уларҙың көнсөллөгө килгән, һарыуҙары ҡайнаған. Сәлмәндең башында ике бармаҡ баҫымындай ялтыр урын бар, ти. Көнсөл ағаларына был етә ҡалған. Ҡустыларын гел генә: – Сәлмән – таҙ, ялтыр баш, – тип үсекләгәндәр. Ә кинйә малай, бер ҙә иҫе китмәй генә: – Таҙ кеше таҙалыр, башы ялтырҙыр, ә аҡылы алтындыр, – тип, йылмайып ҡына ҡуя торған булған. Бер көндө Аҡбулат бабай ауырып киткән дә улдарын үҙ янына саҡырып алған. Үҙе иҫән саҡта барлы-юҡлы мөлкәтен мираҫҡа бүлеп бирмәксе икән: өлкән улы Ҡәмәнгә – балта, уртансы улы Сәмәнгә – бысҡы, кинйә улы Сәлмәнгә бер кәйлә тейгән. Күп тә тормаҫтан Аҡбулат ҡарт былар менән мәңгелеккә хушлашҡан. Малайҙар әсәләре менән бергәләп үҙҙәре генә донъя көтә башлаған. Берҙән-бер көндө Һылыубикә әбей: – Балаларым, утын бер-ике яғырлыҡ ҡына ҡалған икән. Урманға барып ҡайтыр инегеҙ, – тигән. Сәлмән, шунда уҡ һикереп тороп, йәһәт кенә сәкмәнен кейеп, билен һыға быуған да ағала¬ры¬на ҡараған. Ә Ҡәмән менән Сәмәндең тиҙ генә ҡуҙғалғыһы килмәй тора икән. Әсәләренең күҙ ҡарашынан оялып ҡына кирелгәндәр, һуҙылғандар ҙа, Сәлмәнгә ҡарап: – Ҡара әле, кейенеп тә бөткән! Бысҡы менән балтаны ал да атлай тор, беҙ һине хәҙер ҡыуып етербеҙ, – тигәндәр. – Ярар, – тигән дә Сәлмән, балтаны биленә ҡыҫтырып, бысҡыны яурынына һалып, кәйләһен ҡулына тотоп, сығып та киткән. Йыр артынан йыр башлап, көйләп бара торғас, Сәлмән урманға килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды, ти. Сисенеп ташлаған да, һырғыйыраҡ ағастарҙы һайлап, берәм-берәм йығырға керешеп киткән был. Йығып ебәрә лә, шунда уҡ ботап, бысып, ярып өйөп ҡуя бара, ти. Бер тын эшләгән был. Ике тын эшләгән. Төш ауып киткән, ә ағалары һаман юҡ та юҡ. Тағы бер тын эшләп алыуға Ҡәмән менән Сәмән, алпан-толпан атлап, ах та ух килеп, бер киҫкәгә барып ултырғандар. Ҡараһалар, Сәлмән емертеп эшләп ташлаған. Быларҙың эстәре бошоп киткән. – Әй, ялтыр баш, ялтыр баш... Беҙҙең балта менән бысҡыға хужа булып та алғанһың икән. Үтмәҫләп тә бөтөргәнһеңдер әле! Бир үҙебеҙгә! Шәп булһаң, ағасты, ана, кәйләң менән йыҡ, – тип ҡысҡыралар, ти. Шунда уҡ Сәлмәндән балта менәп бысҡыны, аҙыҡ төрөлгән төйөнсөктө тартып алдылар ҙа әллә ҡайҙа китеп юғалдылар, ти. Сәлмән кәйләһен тотоп торған да ҡалған. Шулай ҙа аптыранмаған: атаһынан мираҫ булған әлеге ҡоралы йығылған ағастарҙың ҡабығын һыҙырыуға ярап ҡалған. “Йүкә һыҙырырмын, һалабаш төшөрөрмөн дә арҡан ишермен, септә һуғырмын”, – тип уйлаған егет. Ҡәмән менән Сәмән, шыр бешәлек араһына инеп, төйөнсөктәге аҙыҡты ашап бөтөргәндәр ҙә, тағы Сәлмән янына килгәндәр. – Их һин, алйот, – тиҙәр икән хәҙер, – бәләгә юлыҡтырҙың беҙҙе. Бысҡы менән балтаны үтмәҫләп, эшлектән сығарып бөтөргәнһең бит! Быса-быса устарыбыҙ күберсеп сыҡты, тумыра-тумыра билдәребеҙ һына яҙҙы. Үлергә иҫәп юҡ инде, ҡайтып китәбеҙ, утынды иртәгә килеп алырбыҙ. Балта менән бысҡыны Сәлмәнгә ташлап ҡалдырып, Ҡәмән менән Сәмән ҡайтып та киткән. Сәлмән яңғыҙы тағы бик күп утын ҡырҡып, эңер төшкәс кенә өйгә юлланды, ти. Эштән арып ҡайтҡан ҡустылары йоҡларға ятҡас та, Ҡәмән менән Сәмән бер үгеҙҙе мөгөҙөнән тотоп алып, ике тәртә араһына ҡыҫтырҙылар ҙа, ҡыҫҡа күкрәк арбаға ярышлап ултырып, малҡайҙың ҡабырғаһына шап та шоп һуғып, урманға китеп барҙылар, ти. Килеп, етһәләр, аптырап ҡалғандар: Сәлмән эшләп киткән ерҙә ун-ун биш йөккә лә һыймаҫлыҡ утын өйөлөп ята, ти. Ҡәмән менән Сәмән әҙер утынды тауҙай итеп, арбаны шығырҙатҡансы тейәгән, ә ерҙәге өйөм кәмемәгән дә һымаҡ. Ни эшләргә? Был икәүҙең йәнә асыуы ҡабарған. – Сәлмән үҙе килһә, утынды икәүебеҙҙән дә күберәк тейәп алып ҡайтыр. Әсәйебеҙ беҙҙе түгел, уны маҡтар. Берәй хәйлә уйлап табырға кәрәк, – тиҙәр былар. Шул ерҙә: “Туҡта, ҡылайыҡ әле ҡылыҡты”, – тип кәңәш беркетәләр ҙә ҡустыларының утынын үртәп китергә булалар. Ут төртөп, яндырып бөтөрәләр ҙә ҡайтып китәләр. Ә ҡайтҡас: – Әсәй, бына күпме утын ҡырҡҡанбыҙ! Бына ниндәйен алып ҡайтырға кәрәк уның! – тип маҡтаналар. Иртәгеһен таң менән Сәлмән дә, һыртаҡ үгеҙҙе егеп, урманға килә. Ҡараһа, кисә өйөп киткән утын урынында күгәреп ятҡан көл өйөмөнән башҡа бер нәмә юҡ, ти. Ни хәл итмәк? Әрәм булған утыны өсөн бик бошоноп, яңынан ағас ҡырҡып тормайынса, көлдө генә йыйып алып, арбаһына өйөп тейәгән дә ҡайтҡан да киткән, ти. Үгеҙ, ҡәһәрең, ашығыуҙың ни икәнен белмәй: ығыш ҡына, атлайыммы, атламайыммы тигәндәй баҫа аяҡтарын. Сәлмән көл өҫтөнә түшәлгән сәкмән өҫтөнә салҡатан ятып, оҙон көйҙәр көйләп барғанда, бер заман арбаһы шып туҡтай ҙа ҡуя. Башын ҡалҡытһа, һыртаҡ үгеҙҙең бер ҡапҡа алдында торғанын күрә егет. Абайлабыраҡ ҡараһа, күрше урыҫ ауылындағы белешенең өйө икән. Инде ни эшләргә? Көн дә кисләп бара, үгеҙҙең дә көйшәп алғыһы килгәндер. Сәлмәндең үҙенең дә тамаҡ ялғап алаһы барҙыр... Әмәлгә ярағандай, йорт хужаһы, асмалы тәҙрәһенән башын сығарып: – Әйҙә, әйҙә, Сәлмәны знакум, рәхим ит! – тип саҡыра ла башлаған. Ә Сәлмән: – Сәләм, белеш! Үгеҙҙе көйшәндереп алырға ине, – тигән була, ти. Йорт хужаһы йүгереп сығып ҡапҡаһын аса ла, кәпәс һалып, башын эйеп, Сәлмәнде хөрмәтләп ҡаршы ала. Сәй эсеп, картуф ашап, хәл-әхүәл һорашып ултырғанда Сәлмәндең белеше: – Көлдө ҡайҙа алып бараһың? – тип һорай. Егет эштең ҡалай булғанын ағайҙарына һүҙ тейҙермәй генә һөйләп биргәс, тегеһе, уны йәлләп: – Көлөңдө анау кәртә артына түк тә арбаңа картуф тейә, – тип әйтте, ти. – Әсәйеңә, туғандарыңа ашатырһың, оҡшаһа, сәсеп тә ҡарарһығыҙ. Бәхетең булһа, үҫеп тә китер... Сәлмән көлдө белешенең кәртә артына ауҙарған да урынына картуф тейәп алған. Хужаға күп рәхмәттәр әйтеп, оҙон ғүмер теләп, ҡайтып киткән, ти. Был йомшаҡ аҙыҡҡа әсәһенең ҡыуанасағы, белешенән күрмәксе һәйбәтләп картуф сәсеп ебәрәсәге тураһында юл буйына уйланып, хыялланып барҙы, ти. Ярай, Сәлмән Ҡыҙыл йылғаһындай оҙон-оҙон уйҙар уйлап, үгеҙен ыҡтырып атлатып ҡайта торһон, ә беҙ уның белешенә әйләнеп киләйек. Ул иртәгәһенә таң менән картуф ерен һөрөп ебәргән дә картуф ултыртырға тотонған. Ә Сәлмән түгеп киткән теге көлдө бынан алда бөтә баҡсаһына таратып сыҡҡан, ти. Аҙаҡ картуфы емерелеп уңған, хатта ҡуйыр урын таба алмай аптырап бөткән, ти. Шул арҡала даны тирә-яҡҡа таралған, ти. Бары ла килә, һорашалар, белешәләр, ти, ә ул эштең хикмәте ниҙә булыуын һөйләп, аңлатып бирә, ти. Ярай, ул һөйләй торһон, күрше-күләне тыңлай торһон, ә беҙ йәнә Сәлмәнгә киләйек. Кинйә малай ҡайтып еткәс, әсәһе ҡаҙан тултырып картуф бешереп ебәргән, ти. Уны, дүртәүләп ултырып, бик яратып ашағандар. Ә иртәгәһенә көн яҡтыра башлағас та Сәлмән ҡабаланып баҡсаға сығып киткән. Сәлмән эшләй, тирләп-бешеп ҡаҙына, ә Ҡәмән менән Сәмән ҡояшта ҡыҙына, ти. Бер заман ағалары Сәлмән янына килделәр ҙә һорашмаҡ булдылар, ти. – Әйт әле, Сәлмән ҡусты, – тип әйттеләр, ти, былар, – һин ниңә, утын алырға барып, картуф тейәп ҡайттың әле? – Тәүҙә көл тейәнем. Шунан уны картуфҡа алмаштырҙым, – тип һөйләп алып киткән, ти, Сәлмән, мәрәкәгә һалыштырып. – Утынды алып ҡайтайым, тип барһам, көн элгәре өйөп киткән ағастар урынында көл өйөлөп ята ине бит. Әллә ҡайһы һармағы үртәп киткән, – тигән булды, ти. – Бөтөнләй ҡайғыға ҡалдым, – тип үк ебәрҙе, ти. – Урманға барып, буш ҡайтыу әҙәм көлкөһө бит инде. Түҙә алмай, ҡайғынан да, ғәрлектән дә көлгә ятып аунай башланым. Үҙем аунайым, үҙем үкереп илайым. Шунан, туҡта әле, мин әйтәм, күпме генә аунап илаһам да, файҙа сыҡмаҫ. Булмаһа, шул көлдөң үҙен тейәп алайым да ҡайтайым, тигән уй килде башыма. Ә урманды сыҡҡас: “Ни эшләп үҙебеҙҙең ауылға көл ташып йөрөйөм һуң әле мин? Берәй ҡайҙа илтәйем дә картуфҡа алмаштырайым үҙен”, – тип уйланым, шунан күрше ауылға барып индем дә: “Кем көлгә картуф алмаштыра? Тауарҙың ифрат шәбе бар”, – тип өс тапҡыр ҡысҡырғайным, биҙрә-биҙрә картуф күтәргән бисә-сәсә арбамды һырып алды. Тәүҙә көлдөң сортын тикшереп ҡаранылар. Шунан берәүһе: “Көлөң һәйбәт кенә икән дә һәйбәтлеген. Тик миңә кеше ятып аунағаны кәрәк ине шул”, – ти. “Был һин теләгән көлдөң тап үҙе инде, – мин әйтәм.– Үҙем аунаным. Ышанмаһаң, бына өҫ-башымды ҡара, көл теймәгән берәй ерем бармы?” Ышандылар, әлбиттә. Кеше аунаған көл был ауылда ҡыйбат йөрөй икән. Бер биҙрәһенә ике биҙрә картуф бирәләр, ә кеше аунамағанына – бер биҙрә генә. Шулай итеп, туғыҙ биҙрә көлгә алмашҡа ун һигеҙ биҙрә картуф алып ҡайттым!.. Шулай тигән дә Сәлмән тағы эшкә керешкән, ти. Ә Ҡәмән менән Сәмән әкрен генә сығып, кешегә күренмәй генә урманға ысҡынды, ти. Өс көн буйына ҡайтмайынса утын ҡырҡтылар, ти, былар. Ҡырҡтылар ҙа өйөп һалып үртәнеләр, ҡырҡтылар ҙа өйөп һалып үртәнеләр, ти. Шунан, дүртенсе көнгә сыҡҡас, көл өйөмө янына килеп, уйланып торалар икән. – Көлгә ятып аунауын аунап булыр инде уның, бына илауын нисек иларбыҙ? Бер ҙә күҙҙән йәш килмәй бит әле, – ти икән Ҡәмән. – Иламаһаҡ та ярайҙыр. Беҙҙең өсөн Сәлмән илаған бит инде. Көл өҫтөндә аунап, үкереп ятырға беҙҙең ни ҡайғыбыҙ бар? – тип ҡеүәтләгән уны Сәмән. Шунан улар, борҡолдоғон сығарып, көлгә ятып бик оҙаҡ аунанылар ҙа, ти, тейәп, күрше Ишбирҙе ауылына киттеләр, ти. Унда барып етеү менән: – Кем көлгә картуф алмаштыра? Көлдөң кәттәһе, икәүләп ятып аунағаны бар! – тип өс тапҡыр ҡысҡырҙылар, ти. Башта был ауыл кешеләре уларға, шаяртып ҡысҡыраларҙыр тип, көлөп ҡарағандар. Ләкин тегеләрҙең урам буйлап бер туҡтамай ҡолаҡты ярырҙай итеп һөрәнләп барыуҙарына асыуҙары килеп, тышҡа йүгереп сыҡҡандар. – Был ниндәй алйот бәндәләр? Башында әҙерәк аҡылы булған кеше көлгә картуф алмаштыралыр шул! Унан: – Ауылыбыҙҙа картуф ултыртыусы әҙ булыу¬ҙан көлөп, беҙҙе мыҫҡыл итеп йөрөйҙәрҙер, – тип, Ҡәмән менән Сәмәнде тотоп алалар ҙа, уңлы-һуллы бер-икене биреп, “аҡылға ултыртып”, көл тейәлгән арбаларына һуҙып һалып, ҡайтарып ебәрәләр. Кешегә күренергә ғәрләнеп, Ҡәмән менән Сәмән күҙ бәйләнгәс кенә үҙ ауылдарына ҡайтып ингән, ти. Ҡараһалар, Сәлмән бөтә ерен ҡаҙып бөтөргән, хатта ҡул тырмаһы менән эшкәртеп, иртәгә иртүк картуф ултыртырға әҙерләп ҡуйған. Шул ерҙә Ҡәмән менән Сәмән: – Был бәндә беҙҙе, әҙәм көлкөһөнә ҡалдырып, хур итте, үҙен дә шыма ғына итеп төп башына ултыртайыҡ әле, – тип кәңәш ҡорғандар. Теге алып ҡайтҡан көлдәрен баҡсаға таратып түгәләр улар. Шунан инде, ҡустыбыҙ һиҙмәһен тип, көлдө тупраҡ менән аралаштыралар, ҡаҙылған бөтә ерҙе, Сәлмәндең үҙе кеүек итеп, ҡул тырмаһы менән тигеҙләп сығалар. – Һемәйттек тегене! – тип ҡыуаныша-ҡыуаныша йөрөйҙәр икән үҙҙәре. – Бына үҫһен инде картуфың! Көл ипләп кенә уныңдың тамырын ҡырҡһын әле. Былай ҙа тиргәлеп, арып ҡайтҡан Ҡәмән менән Сәмәнгә баҡсала эшләү етә ҡалған. Йыуынып, өйгә инеп йоҡларға ла хәл еткерә алмаған былар. Иртәгәһен таң менән Сәлмән сыға ла баҡса тултырып картуф ултырта. Эште бөтөрөп, өйгә инеп барғанда, сиҙәмдә иҫһеҙ йоҡлап ятҡан ағаларын күреп, шарҡылдап көлөп ебәрә. Көлмәҫлек тә түгел шул: уларҙың тештәре генә йылтырап күренә, баштан-аяҡ көл-күмер менән бысранып бөткәндәр. Шул ерҙә Ҡәмән менән Сәмән һикереп торҙолар ҙа Сәлмәндең яғаһынан алдылар, ти. – Һинән күрмәксе, көлгә картуф алмаш¬тырырға барып, әҙәм көлкөһөнә ҡалып ҡайттыҡ. Енеңде сығарабыҙ хәҙер үҙеңдең, – тип, тегене бөрөп кенә алып баралар икән былар. – Ғәйеп үҙегеҙҙәлер әле. Мин әйткәнсә эшләмәгәнһегеҙҙер әле, моғайын,– тигән Сәлмән.– Хәҙер тикшереп ҡарарбыҙ... Урманға барҙығыҙмы? – Барҙыҡ. – Утын үртәп, көл яһанығыҙмы? – Яһаныҡ. – Өҫтөнә ятып аунанығыҙмы? – Аунаныҡ. – Ә аунағанда күҙ йәшегеҙҙе сығарҙығыҙмы? – Юҡ, илап булманы. Уның ҡарауы, көл менән күрше ауылға барғас, иланыҡ, – тиҙәр тегеләр. – Уныһы иҫәпкә инмәй, – ти Сәлмән.– Ғәйеп үҙегеҙҙә: көлдө тейәрҙән алда өҫтөндә аунап иламағас, үҙегеҙҙе ауылда илатҡандар. Ҡәмән менән Сәмән бер-береһенә ҡарашты ла: – Ғәйеп үҙебеҙҙә булған икән шул, – тинеләр, ти. Көҙҙөң ҡояшлы бер көнөндә Сәлмән баҡсанан быйма башы ҙурлыҡ эре картуфтар йыйып алды, ти. Әсәһе шуны ҡаҙан тултырып бешерҙе, ти. Ни ғәжәп, Ҡәмән менән Сәмән картуф ашарға ултырырға ҡыймайыраҡ торалар икән. Шунан Сәлмән: – Ултырығыҙ, ағайҙар. Картуфтың былай уңыуына һеҙ ҙә күп тырышлыҡ һалдығыҙ бит. Өс көн буйы көс түгеп, өҫтәүенә ҡолаҡ төбөгөҙгә ала-ала бер йөк көл килтерҙегеҙ. Уны, миңә һиҙҙермәҫкә тырышып, төндә баҡсаға һиптегеҙ. Ә картуфты уңдырыр өсөн ағас көлө бик кәрәк икән ул, – тип һөйләп аңлатып бирҙе, ти. Ошо көндән бирле Ҡәмән менән Сәмән ҡустыларына ылығып, өс туған иң яҡын дуҫтарға әйләнеп, өсөһө лә берҙәй эшлекле, берҙәй уңған булып китте, ти. Сәлмәндең даны тирә-яҡҡа таралды, уны “Картуф сәскән Сәлмән” тип йөрөтә башланылар, ти. Әкиәтем ары китте, үҙем бире ҡалдым.
Pages in category "Батырҙар тураһында әкиәттәр"
The following 12 pages are in this category, out of 12 total.