Jump to content

Алп батыр (әкиәт)

From Wikisource

Алп батыр


Борон-борон заманда Ағиҙел буйында бер бабай менән әбей йәшәгән, ти. Бабай һунарға йөрөгән, әбей орсоҡ иләп, киндер һуҡҡан. Шулай бергә ғүмер иткәндәр, оло йәшкә еткәндәр. Әйләнеп ҡараһалар: ғүмер үткән, бер ҙә балалары булмаған. Үҙҙәре үлгәс, иҫкә төшөрөрлек кеше лә юҡ. Шунан бабай бик ҡайғырған да, уҡ-һаҙағын алып, балтаһын билгә тағып, сығып киткән. Эй киткән был, эй киткән, бер тау битләсенә барып еткән. Шунда ял итергә ултырған. Ултыра торғас, был йоҡомһорап киткән. Бабай шул ерҙә бер төш күргән. Төшөндә уға ошо тауҙың хужаһы килеп сыҡҡан.

– Эй, бабай, – тигән был, – ни эшләп бик бойоғоп киттең?

Ҡарт яуап биргән:

– Донъяла нисәмә йыл йәшәнем, бер улым да булманы. Үлеп китһәм, атым да, затым да юҡҡа сыға. Шуның өсөн ҡайғырам, – тигән.

Теге тау хужаһы әйткән:

– Бер йән үлмәй, бер йән тыумай. Әгәр донъялыҡта ул алһаң, үҙең донъянан китергә тейеш булаһың.

Ҡарт риза булған. Шунан теге тау хужаһы таш артына инеп юғалған. Бабай ултырып уйға ҡалған. Шунан һуң күп тә үтмәй, бабай башын һөйкәп ултырған таш ҡыймылдай башлаған. Бабай уянып киткән дә, билендәге балтаһын алып, ташҡа һуҡҡан. Таш ярылып киткән. Таш эсенән, тауҙы ярып, бик таҙа бер егет килеп сыҡҡан.

Бабай аптырап ҡалған. Егет, йылмая биреп, ҡарт янына килгән дә әйткән:

– Бына мин һиңә ул булып килдем, – тигән.

– Әйҙүк, улым,– тигән ҡарт, теге егетте ҡосаҡлап алған.– Мин һине ғүмерем буйы көткәйнем.

Егет бик килбәтле, үҙе бик мөһабәт, ҙур кәүҙәле икән. Бармаҡтары беләктәй, ти, уның. Беләктәре бүрәнәләй, аяҡтары кәмәләй, яурыны яландай киң, кәүҙәһе имәндән ныҡ, ти.

– Мә улым, әләйһәң, минең ҡоралдарымды ал, – тип әйткән, ти, шунда бабай, малайына янында ятҡан уҡ-һаҙағын алып, билендәге балтаһын һалып биргән, ти.

Егет әйткән:

– Атай, был ҡоралдарың үҙеңдә торһон. Миңә икенсене – ҙурыраҡты яһап алайыҡ, – тигән.

Ҡарт әйткән:

– Юҡ, улым, был уҡ-һаҙаҡ менән балта миңә олатайыңдан ҡалған. Уларҙы мин һиңә тапшырам, – тигән. – Былар хәҙер һинеке булһын, мә ал, уғың менән ҡош ауларһың, балтаң менән урман ҡырҡырһың, – тигән.

Егет риза булып алған да ҡарттың һаҙағынан бер ук алып, йәйәһен киреп, керешен тарта башлаған. Әҙ генә тартайым тиһә, йәйәһе шартлап һынған да сыҡҡан. Йәйәһе шартлап һынған тауышҡа тау һелкенеп киткән, таш емерелеп төшкән, бабай ҙа йығылып киткән.

– Алп!.. – тип ниҙер әйтмәк булған да бабай, шунда йән биргән.

Егет тәүҙә аптырап киткән. Шунан ни, ни эшләһен инде, атаһын ҡәҙерләп кенә күмгән дә, балтаһын алып, ташҡа ҡайрап үткерләгән дә, сәс бәкеһе кеүек кенә итеп усына һалып, урманға инеп киткән. Унда бер йыуан оҙон имән ағасы ҡырҡып, үҙенә йәнә яһап алған. Өс айыуҙың тарамышынан кереш яһап тарттырған. Имән ҡырҡып, уҡ яһаған, ул уҡтың башағына осло таш ҡуйған. Шунан донъя гиҙергә сығып киткән.

Уралтауҙың аръяғына сығып, ете аҙым атлаған да туҡтаған. Тегенең аяғы төшкән урындар аҡлан-аҡлан тигеҙ ялан €улып ҡалғандар. Егет шунда хәл йыйырға ултырған. Шул саҡ ҡаршы тауҙан быны бер ҡыҙ күреп ҡалған. Ул хан ҡыҙы икән. Шунда ҙур тирмә ҡороп ята икән. Тирмәһенең ҙурлығы ике өйөр йылҡы һыйырлыҡ булған. Ҡыҙ үҙе лә мөһабәт батыр булған. Егетте күргән дә үҙенә саҡырып алған.

Ҡыҙ әйткән:

– Исемең нисек, егет? – тигән.

Егет аптырап ҡалған. Кешелә исем тигән нәмә булыуын ул белмәй икән.

– Нимә һуң ул исем? – тип һораған, Ҡыҙ йылмайып яуап биргән:

– Бына һиңә кем тип өндәшәләр һуң? - тигән. Егет әйткән:

– Атайым үлер алдынан ғына миңә «Алп» тип өндәшкәйне, – тигән.

Ҡыҙ әйткән:

– Улай булғас, һин Алп батыр булаһың инде, – тигән, – әгәр ҙә көрәштә мине еңә алһаң, мин һиңә ҡатынлыҡҡа барам, – тигән.

Егет, риза булып, көрәш тотҡан. Былар ете көн, ете төн көрәшкәндәр, шунан килеп, Алп батыр ҡыҙҙы еңгән. Алп батыр әйткән:

– Йә, һылыу ҡыҙ, үтә вәғәҙәңде, – тигән. Ҡыҙ әйткән:

– Минең күңелем күптән һиндә, – тигән. – Мин һинеке, һин минеке, көс һынаштыҡ – хәҙер бергә булайыҡ, – тигән.

Егет әйткән:

– Тәүҙә һин миңә исемеңде әйт, һылыу ҡыҙ, – тигән. Ҡыҙ яуап биргән:

– Минең исемем Барһын булыр, – тигән. Егет әйткән:

– Барһын һылыу, Барһын һылыу, йөрәгемде алһын һылыу, – тигән. Килеп ҡыҙҙы ҡосаҡлап алған.

Шунда былар ҡауышҡандар, туй үткәргәндәр, бергә тора башлағандар.

Уларҙың ете улы булған. Ошо ете улынан ете башҡорт ырыуы башланып киткән, ти. Ошо ете ырыу Урал буйын биләп йәшәгән. Алп батыр аяҡ баҫҡан ете аҡлан ошо ете ырыуҙың йәйләүе булып ҡалған, ти.