Алпамыша батыр (әкиәт)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Алпамыша батыр


Борон заманда бер әбей менән бер бабай булған. Уларҙың һис балалары булмаған. Үҙҙәре бик фәҡир торғандар. Емерелеп бөткән өйҙә йәшәгәндәр. Бабай байҙа эшләгән. «Ҡартайғанда, исмаһам, берәй балабыҙ ҙа юҡ бит», – тип ҡайғырышҡандар былар.

Әмәлгә ҡалғандай, бер ваҡыт быларҙың эштән ҡайтыуына өйҙәрендә бер бала илап ултыра икән.

– Ниндәй бала был?

– Үҙебеҙҙең бала. – Әбей менән бабай би-и-ик шатлана.

– Ниндәй исем бирәбеҙ?

– Әйҙә, Алпамыша тип әйтәйек.

Күрше-күләнде саҡырып, үҙҙәренә күрә исем туйы үткәрәләр. Бала бин таҙа була: көн үҫәһен сәғәт үҫә, йыл үҫәһен ай үҫә. Бер-ике йыл үтеүгә, эшләп йөрөй, атаһына ҡул ярҙам итә.

– Һин, атай, ҡартайғанһың, ял ит. Һинең урыныңа үҙем барып эшләйем, – ти.

Атаһы:

– Балам, йәшһең әле, эшләргә өлгөрөрһөң, – ти. Алпамыша атаһының ай-вайына ҡарамай, эшкә үҙе йөрөй.

Атаһы бик ныҡ шатлана. Ниндәй генә эш булһа ла, малай бик тиҙ, бик һәйбәт эшләй.

Бер саҡ, эшлән норогон сағында, Алпамыша ниндәйҙер батшалыҡта ниндәйҙер майҙан булғанын ишетеп ҡапта. «Атай, миңә бер ат алып бир, – ти.– Бер батшалыҡта майҙан була икән, шунда көрәшкә барам», – ти. Атаһы ҡайғыға төшә.

– Ат алырлыҡ хәл юҡ бит әле, балам, – ти. Алпамыша ике уйлап тормай, ат эҙләргә үҙе сығып китә.

Бер күрше ауылдағы байға бара.

– Берәй атыңды бир миңә, бай, – ти. – Хаҡын берәй ваҡыт түләрмен, – ти.

Бай ҡарышын тормай.

– Анау аранға кер ҙә үҙең теләгән атты һайлап ал, – ти. Алпамыша иң элек сбруй келәтенә кереп, иң яҡшы югән менән ҡамсы һайлап ала. Унан аранға керә. Аттар юшап тора икән. Югән шылтыратҡанға ҡайһы ат ҡараһа, шул ат уныҡы була икән. Югәнде шылтырата был. Бер наса-а-ар ғына ҡорсаңғы ат ҡарай.

– Миңә тура ҡарағас, бәхетем шунандыр, – тип ошо бәләкәй генә тулаҡты тотоп алын сыға. Бик һәйбәт итеп торон эйәрләй. Хәҙер ҡорал да һорай:

– Бай, уҡ-һаҙаҡ, ҡылыс бир миңә, – ти.

Теге бай барын да бирә. Атты етәкләп бик күп ерҙәр үтә. Алпамыша ҡайтыу яғына бара. Ат үҙенән-үҙе ҙурая килә, ҙурая килә, баҡтыһын ҡоя килә. Бара торғас, ат бик яҡшы бер толпарға әйләнә. Ҡайтышлай, бер йылғаға төшөрөп, атын эсереп ала ла менеп ултыра тегенең өҫтөнә. Шул саҡ ат телгә килә:

– Алпамыша батыр, бер һуҡ – тиремә үтер, ике һуҡ – итемә үтер, өс һуҡ – елегемә үтер, – ти.

Алпамыша һуға. Шунан ат тағы телгә килә:

– Күҙеңде йом, батыр, – ти.

Алпамыша күҙен йома. Шул арала күҙ асып йомғансы ат егетте үҙенең ишек алдына килтереп тә ҡуйған була. Инәһе-атаһы ҡаршы сыға.

– Эй балаҡайым, ҡайһы илдәрҙә йөрөнөң, ни михнәттәр күрҙең? – тип илай инәһе.

-- Иламағыҙ, ҡайттым бит инде, – ти Алпамыша батыр.

Шул кисен ҡуна ла иртәгеһен Алпамыша майҙан тотолған батшалыҡҡа китә, Бының барыуына бик күп халыҡ йыйылған була. Көрәш бара икән. Алпамыша, атын ебәреп, үҙе генә барырға итә. Шул саҡ аты әйтә:

– Өс бөртөк ҡылымды алып ҡал. Ни ваҡыт ҡыл үтә һыҙғырһаң, шул ваҡыт килеп етермен яныңа, – ти.

Алпамыша атын ебәрә лә, майҙанға яҡын уҡ килеп, көрәш араһына килеп керә. Тәүҙә бер аҙ ҡарап тора. Бер батырға ҡаршы бер кем дә сыҡмай, ҡурҡалар. Алпамыша батыр:

– Таҫтамалды бирегеҙ, үҙем сығамын, – ти. Бөтөн халыҡ хайран ҡала. Байҙар, мыҫҡыллап:

– Эй, бынау йолҡондонан буламы ни? Ниндәй таҙа-таҙа егеттәр сығып еңә алмайҙар, – тип көләләр.

Бер кешенең һүҙенә ҡарамай, үҙенә-үҙе ҡеүәт биреп, үҙенә-үҙе дәрт биреп, Ҡарабатырға ҡаршы сыға Алпамыша. Ҡарабатыр, ер тырнап, быға килә инде, йәнә лә быны ҡурҡытырға. Былар алышырға тотоналар. Алыша торғас, икеһе лә тубыҡ тиңете ергә баталар. Берҙән-бер ваҡыт теге Ҡарабатырҙы Алпамыша батыр ерҙән һурып алып, күккә сөйөп ебәрә. Ҡарабатыр ергә килеп төшә алмай, Алпамыша батыр тегене ҡулы менән тотоп ала. Ҡайһы халыҡ ҡысҡыра:

– Булманы ла булманы! – Байҙар инде. Ҡайһылары:

– Булды, булды! – ти.

Шунан Алпамыша батыр, ғәрләнеп китеп, Ҡарабатырҙы икенсегә сөйөп ебәрә.

– Юҡ, былай булмай! – тип өсөнсөгә көрәштерәләр. Өсөнсөһөндә Алпамыша ҡаҙаҡ батырын шул тиклем ныҡ күтәреп ебәрә, әллә ҡайҙа күккә олғаштырып, халыҡ күҙенә күренмәҫлек итеп, өҫкә ырғыта. Шулай уҡ ергә төшөрмәй, күтәреп алып, Ҡарабатырҙы үҙе ултырған балаҫҡа, байҙар янына, илтеп ултырта. Алпамыша батырҙы бөтөн халыҡ маҡтай.

– Ҡайҙан килгән был батыр? Ҡайҙан килгән был батыр? – тип бөтөнөһө уратып ала. Ҡымыҙ эсерәләр, бүләктәр бирәләр.

Батшаның шарты былай булған була:

– Ҡарабатырҙы кем еңә, сабып килгән килеш ҡулса күҙәүенән кем уҡ үткәрә, ҡыҙымды ашарға килгән алты башлы аждаһаны кем үлтерә, шуға ярты батшалығымды бирәм, – тигән, ти.

Ошо өс шарттың тәүгеһен Алпамыша үтәне бит инде. Хәҙер икенсеһен үтәргә кәрәк. Аттар ебәрәләр сабыштырырға бер иллешәр саҡрымға. Теге ҡулсаны бейе-е-ек тау башына мендереп ҡуялар. Шуға күҙ күреме ерҙән атырға кәрәк була.

Алпамыша иптәштәрен алдан ебәрә, үҙе артҡараҡ ҡала. Береһе лә үткәрә алмай уғын ҡулса күҙәүенән. Алпамыша батыр үҙе алыҫ ерҙән атҡан була. Атып ебәрә – Алпамышаның уғы, күҙәүҙән үтә сығып, майҙан уртаһына килеп ҡаҙала.

Алпамыша батырҙы майҙанда шау-гөр килеп күтәреп алалар.

Икенсе бер батшалыҡтан, үс итеп, батшаның ҡыҙын алырға алты башлы аждаһа ебәрәләр. Батша ҡыҙын таш келәткә бикләп ҡуя. Һаҡсылар ҡуйыла. Алпамыша батырҙы ҡыҙ янына килтерәләр. Алпамыша батыр ҡыҙға:

– Мин бер аҙыраҡ йоҡлап алам. Бына һиңә хәнйәр. Аждаһа килһә, шуның менән берәй еремә ҡаҙарһың, – ти.

Алпамыша батыр ултырған килеш кенә йоҡлап китә. Теге аждаһа, ер тетрәтеп, ҡауға ҡуптарып, ҡара буран туҙҙырып килгән була. Ҡыҙ бик ныҡ, ысын күҙ йәштәре менән илай, хәнйәре менән Алпамышаға ҡаҙарға йәлләй. Шул ваҡыт эҫе күҙ йәше Алпамышаның битенә төшә. Ошо йәш тамсыһынан Алпамыша уянып китә.

– Һи-и-и-и, һылыу, бик оҙаҡ йоҡлағанмын бит! Ниңә иртәрәк уятманың? – ти. Тирә-яғына ҡараһа, Алпамышаның янында өҫтәл тулы аҙыҡ, ти. Ашап торорға ваҡыты булмай, бер-ике туҫтаҡ ҡымыҙ эсеп ала. Эсеп бөтөүгә, аждаһа бик яман үкереп, ҡапҡаларҙы, тимер ишектәрҙе асып, кереп килгән була. Алпамыша батыр быға ҡаршы сыға. Ҡыҙы, илап, ишек алдында ҡарап тора.

Аждаһа:

– Батша минән берҙе түгел, икене йәлләмәгән икән: ҡыҙын да, был егетте лә килтереп ҡуйған. Бик тештәрем дә, ҡулдарым да ҡысып тора ине, – ти. Алпамыша батыр әйтә:

– Ҡысыһа ҡысыйҙыр. Әйҙә, улай булғас, алышабыҙмы, көрәшәбеҙме? – ти.

Шунан аждаһа, маҡтанып:

– Һин миңә бер ҡабымлыҡ ҡына бит инде, ни эшләп мин һинең менән көрәшеп торайым? – ти.

Алпамыша аждаһаның ай-вайына ҡуймай:

– Алышмы, көрәшме? – ти.

Шулайтып, былар алышырға тотоналар. Ике төн, ике көн алышалар. Өсөнсө көнөн Алпамыша аждаһаның аҙаҡҡы башын өҙөп алып, тураҡлап, ҙур бер таш аҫтына ҡыҫтырып ҡуя.

Шунан ҡыҙ, ҡайтып:

– Алпамыша батыр аждаһаны еңде, – ти.

Батша, вәзирҙәрен ебәреп, һарайға саҡырта Алпамышаны. Бара Алпамыша батша ҡырына. Батша бик шатлана.

– Ярар, егет, мин һиңә рәхмәт белгертәм, – ти. – Әйткән Һүҙемдә торамын. Бына, – ти, – өсәү ине ҡыҙҙарым, – ти. – Иң кесеһе генә тороп ҡалды, икәүһен элегерәк килеп, аждаһа ашап китте, – ти. – Һин кесе ҡыҙымды ҡотҡарҙың, шатлығымдан ярты батшалығымды бирәм,– ти.– Күңелеңә оҡшаһа, ҡыҙымды ла ал, – ти.

Ҡыҙыҡай Айһылыу исемле була.

Шулайтып, бында туй яһайҙар. Батша бөтөн илдән үҙенең дуҫ-иштәрен саҡырған була. Алпамышаның ата-инәһен дә алдырта. Туй айҙан ашыу бара – оҙаҡ байрам итәләр.

Аҙаҡ Алпамыша ата-инәһен тотош күсереп алып килеп, бер һарайҙа тота. Ялан тулы көтөү, үҙенең хеҙмәтселәре була, яртылашын ярлыларға таратып бирә.

Алпамыша батыр толпарына атланып, йыраҡ-йыраҡ ерҙәрҙә һунарҙа йөрөй. Өс көн, өс тон йөрөһә, өс көн, өс төн йоҡлаған була. Һунарҙан ҡайтып килешләй һәр саҡ бер бей-е-е-к тау башына менеп ултыра ла атын аҡланга ашарға ебәрә икән. Үҙе бик ҡаты йоҡоға тала, ти.

Ҡарабатыр бының ҡайҙарҙа йөрөгәндәрен күҙәтеп йөрөгән икән. Ҡарабатыр бер саҡ яҡындарына әмер бирә:

– Алпамыша батыр ҡайҙа йоҡлаған, шунда бик тәрән итеп соҡор ҡаҙығыҙ, – ти.

Ун ике һыбайлы килеп, Алпамышаның йоҡлаған урынын табалар. Бында бик тәрән итеп ер ҡаҙыйҙар. Алпамыша батырҙы йоҡлаған килеш шул ямға осоралар. Бының өҫтөнә йәшел ағастар ауҙаралар. Атын алып ҡайтып китеп, таш келәткә бикләп ҡуялар. Шулайтып, был Ҡарабатыр хәҙер маҡтана: йәнә инде донъя йөҙөндә ул ғына батыр!

Айһылыуға яусы ебәрә;

– Һинең Алпамыша батырың үлде, мин һине аламын. Бер аҙнанан туй яһайбыҙ!– ти.

Яусы килгәндән һуң Айһылыу бик ҡайғыра, көн илай, төн илай. Айһылыуҙың ай-вайына ҡуймай, туй яһарға булалар.

Был ваҡытта инде Алпамыша батыр теге соҡорҙа ун ике көн ятҡан була. Айһылыуҙың иптәштәре, ун ике-ун бишләп ҡыҙ йыйылып, яланға еләккә сыҡҡан икән, ти. Еләк йыйып йөрөгәндә, улар ҡайҙандыр ер аҫтынан бер бәйет ишетәләр:


Оҙон сәсле, ҡара ҡашлы Айһылыуым бар микән?

Ялы-ҡойроғо ергә тейгән туры толпарым бар микән?


– Ҡарабатырҙың эше генәлер, иҫән-һауҙар ошонан сыҡһам, күккә сөйөр инем үҙен, – тип һөйләнә үҙалдына үҙе Алпамыша батыр.

Теге ҡыҙҙар тауышты юллап килеп, Алпамыша ултырған соҡорҙо килеп табалар.

– Кем унда? – тип һорайҙар ҡыҙҙар.

– Мин, мин. Мин Алпамыша батыр. Айһылыуым иҫән микән? Минең толпарым ҡайҙа йөрөй икән?

– Толпарың бында аҡланда юҡ. Айһылыуың йортта, иҫән, Ҡарабатыр туйға әҙерләнә, – тип яуаплайҙар ҡыҙҙар.

– Айһылыу килһен ине бында, ҡайтып әйтегеҙ әле, – тип ҡуша Алпамыша ҡыҙҙарға.

Тегеләр югерешеп ҡайтып китәләр ҙә, Айһылыу янына инен;

– Һөйөнсө, Айһылыу! Алпамыша батыр иҫән. Һине саҡыра үҙе янына, – тиҙәр.

Был ҡыҙҙарҙың әйтеп бөтөүе була, Айһылыу сығып та югерә. Күмәкләшеп, һә тигәнсе килеп тә етәләр соҡор янына. Айһылыуҙың сәсе бик оҙон булған була. Башын эйеп, Алпамыша соҡорона сәсен төшөрә. Ни ҡәҙәре оҙон булһа ла, Алпамышаның буйы етмәй.

– Минең толпарҙы табығыҙ, юҡһа эш насар, – ти Алпамыша.

Ҡыҙҙар толпарҙың таш келәттә бикле торғанын белгән була.

– Нисек тә булһа, келәттең асҡысын урлағыҙ, – тип өйрәтә Айһылыу ҡыҙҙарға.

Ҡыҙҙар, һаҡсыларҙы алдап-йолдап, асҡысты урлайҙар. Туй барған ваҡытта уйнап йөрөгән булып, һарайҙы асып ебәрәләр. Толпарҙың сабып сығыуы була, ҡыҙҙар, ҡурҡышып, сарылдашып ҡасып бөтәләр. Толпар, ер тетрәтеп, Алпамыша ятҡан ергә сабып бара. Сабып барып та етә, сүгәләй биреп, соҡорға ҡойроғон төшөрөп тә ебәрә. Алпамышаны һөйрәп сығара. Сыҡҡас, тиҙ генә толпарына атлана ла һарайға ҡарай саба батыр, һарайға етер алдараҡ атын ебәрә лә үҙе йәйәүләп ҡайтып инә. Был ваҡытта инде Айһылыуҙы сымылдыҡҡа япҡан булалар.

Алпамыша батырҙың һарайы ҙу-у-р була. Аш кухняләре генә ун ике урында икән, ти. Ҡайтһа, шуларҙың һәр ҡайһыһында аш өлгөрөп килә икән, ти. Хеҙмәтселәре Алпамышаны танымайҙар: һаҡал-мыйыҡ баҫҡан тегене.

– Ашығыҙ өлгөрәме әле. Асыҡтым, юлсыны ашатып ебәрегеҙ, – ти икән Алпамыша.

– Өлгөрә, өлгөрә, – тиҙәр хеҙмәтселәре.

Ҡарабатыр ун ике урындағы ашты тәмләп йөрөй, уның артынан төшөп, Алпамыша һәр ҡаҙандың ашын ашап бөтөрә йөрөй, ти. Һуңғы ҡаҙанды тәмләгәс, Ҡарабатыр, Һарайға инеп, аш көтөп ултыра, ти. Алпамыша батырҙың аҙаҡҡы ҡаҙанды ла ашап бөтөрөп килгәнен күреп, хеҙмәтселәр бик ҡурҡҡан, ти. Алпамыша тегеләргә, тауышланмағыҙ, тип бармаҡ ҡына янап ҡуя, ти.

Ашап бөткәс, Алпамыша Ҡарабатыр янына инә. Тегеһе танымай быны.

– Ҡарабатыр, һин ни эшләп ятаһың? Алпамыша терелеп сыҡҡан бит, әле ҡайтып килә, – ти Алпамыша батыр.

Ҡарабатыр, үҙен-үҙе йолҡҡоларҙай булып, батша янына бара.

– Һалдаттар бир, Алпамышаға ҡаршы сығам, – ти. Батшалыҡта күпме һалдат бар, шуны алып, Алпамышаға ҡаршы китә йәнә лә. Ә Алпамыша батыр бында ашап-эсеп йөрөй.

Алпамыша йәһәт кенә ҡырынып, йыуынып-сайҡанып ала ла, тимер кейемдәрен кейеп, ҡоралланып тышҡа сыға. Атын тиҙ генә ҡыл үтә һыҙғыртып алып, Ҡарабатырга ҡаршы китә.

Ҡарабатыр һалдаттарын стройға теҙеп кенә тора икән, Алпамыша батыр бының ядына саптырып килеп етә:

– Йә, Ҡарабатыр, әҙерһеңме майҙанға сығырға? – ти. – Мин һине, бик яҡшы итеп әҙерләнгәс, көтөп тораһыңдыр тин уйлаһам, һин ғәскәр менән ҡаршы тораһың икән дә, – ти.

Ҡарабатыр, юхаланып:

– Ҡайҙарҙа булдың? Ни арала ҡайтып еттең? – ти. һалдаттар ҙа аптырап ҡала: ысынында Алпамыша һалдаттары бит инде.

Алпамыша әйтә:

– Йә, етер, һин минең баштан көлөргә уйлағайның, килеп сыҡманы был эшең. Юхаланма юҡҡа, Айһылыуҙы табып килтер! – ти. Айһылыуҙы йәшергән булалар был саҡ.

Айһылыуҙы һә тигәнсе таптыра. Вәзирҙәренә әмер бирә:

– Ҡарабатырҙы зинданға ябып ҡуйығыҙ, кәрәк ваҡытта үҙем сығарырмын, – ти.

Алпамышаны һарайҙа бик яҡшы итеп ҡаршы алалар. Айһылыу илай.

Берҙән-бер көндө Алпамыша вәзирҙәренә:

– Һумала ҡайнатығыҙ! – тип әмер бирә. Һумала ҡайнағас, Ҡарабатырҙы зиндандан сығарта.

– Шул ҡайнап торған ҡаҙандан сумып сыға алһаң, йәшәрһең; сыға алмаһаң, шунда ҡалырһың инде, – ти Ҡарабатырга.

Ҡарабатыр бик ныҡ итеп ер тырнап илай ғәрлегенән. Алпамышаға башын эйеп, аяғына йығыла:

– Мине харап итмә! – ти. Алпамыша Ҡарабатырға:

– һин ҡурҡаҡ! – ти.

Майҙан йыйыла. Ошо майҙанда Алпамыша Ҡарабатырҙың башын ҡылыс менән сабып өҙә.

Алпамыша әле булһа Айһылыуы менән тора, һаман батыр булып йөрөй бирә, ти.