Дандан батыр (әкиәт)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Дандан батыр


Борон-борон заманда тирә-яҡта дан тотҡан Абдулла исемле бер батша булған. Был батшаның Дандан исемле улы була. Был малай, ай үсәһен көн үҫеп, йыл үсәһен ай үҫеп, бик көслө, һәләтле, матур егет булып етә.

Был батшалыҡта бер сауҙагәр ҙә була. Ул йыл һайын ун-ун берәр ай буйы сит илдәрҙә һатыу итеп йөрөр булған. Ҡайтҡан ваҡытта батшаға һәр ваҡыт бүләк алып ҡайтыр булған.

Бер ваҡыт шулай, сит илдәрҙә йөрөп ҡайтҡас, сауҙагәр Абдулла батша эргәһенә барған, һәр ваҡыттағыса уның батшаға бүләктәре булған. Батша менән Данданға сит илдәрҙәге яңылыҡтарҙы һөйләп бөткән дә былай тигән:

-- Улыңды сығарып тор, мин һиңә бер нәмә күрһәтергә теләйем.Дандан сығып киткәс, сауҙагәр батшаға бүләген бирә. Был бәләкәй генә һандыҡ икән. һандыҡты асып ебәреү менән, батша бик һылыу бер ҡыҙ һүрәтен күрә, үҙе, ҡарт булыуына ҡарамаҫтан, саҡ аҡылдан яҙмай.

Сауҙагәр ҡайтып китә. Батша, был һандыҡты башҡа асып ҡарамаҫҡа ант итеп, төрлө бүләктәр менән тулған келәтенә индереп бикләп ҡуя. Дандан атаһының бүләкте күрһәтмәүенә бик ныҡ ғәжәпләнә, уйға ҡала, уйлай-уйлай ҙа атаһына өндәшмәй генә бүләктәр келәтенә инә. Унда әлеге ҡумтаны эҙләп таба, уны асып ҡарай, һүрәттәге һылыу ҡыҙҙы күреп, уға ғашиҡ була. Шул көндән алып, егет ашау-эсеүҙән яҙа, көндән-көн ябыға башлай. Батша быға бик аптырай.

— Улым, һине ниндәй ҡайғы баҫты, ниңә борсолаһың, — тип һорап ҡарай, Дандан бер ни ҙә әйтмәй. Дандан ҡумтаны үҙ бүлмәһенә индереп ҡуя, шул һүрәткә ҡарап ҡына күңелен йыуата.

Батшаның бик аҡыллы бер хакиме — кәңәшсеһе булған. Берҙән-бер көндө Дандан ошо хакимгә бара ла, бер кешегә лә әйтмәҫкә ҡушып, үҙ хәле тураһында һөйләп бирә. Хакимдән ярҙам һорай. Хаким Данданға был ҡумтаны килтереүсе сауҙагәрҙе табырға ҡуша. Дандан сауҙагәрҙе эҙләп сығып китә. Эҙләп табып, өйөнә барып керһә: «Ул сауҙагәр күптән түгел генә, тамағына балыҡ ҡылсығы ҡаҙалып, үлеп китте шул», — тиҙәр.

Дандан, башын түбән эйеп, ҡайғырып, хаким янына ҡайта. Хаким Данданды йыуата, кисекмәҫтән юлға сығырға кәрәклекте әйтә. Нил аръяғына сығыу өсөн ҙур кәмә эшләтергә, юлға алтын, төрлө аҙыҡ-түлек алырға, был турала бер кемгә лә белдермәҫкә ҡуша.

Дандан атаһына әйтмәй генә бер бик яҡшы елкәнле кәмә эшләтә, ҡорал ала, шунан хаким менән икеһе юлға сығалар. Диңгеҙҙә бер аҙна ваҡыт барғандан һуң, яр ситенә туҡтап ял итәләр, һыу алалар ҙа юлдарын артабан дауам иттерәләр. Былар, бара торғас, диңгеҙҙә бер утрау күрәләр. Дандан хакимгә ошо утрауға тейеп китергә тәҡдим итә. Улар шулай эшләйҙәр ҙә. Ярға баҫҡас, былар алдарында ғына бик матур баҡсалы бер ҙур йорт күрәләр. Дандан күп уйлап тормай, ҡумтаһын алып, ошо йортҡа юнәлә. Дандан йортҡа ингәс, йорт хужаһынан иҫәнлек-аманлыҡ һорашҡандан һуң, үҙенең ҡайҙа, ни өсөн барыуын әйтеп бирә. Шул ерҙә йорт хужаһы, стенаға ҡоролған шаршауҙы асып, унда төшөрөлгән ҡыҙ һүрәтен күрһәтеп, былай ти:

— Мин бына утыҙ йыл ошо һүрәткә ҡарап күңелемдейыуатам, һин йәш ғүмереңде заяға үткәрмә, ҡыҙҙы эҙләп тап, — ти.

Дандан һаубуллашып сығып китә, хакимгә барыһын да һөйләп бирә. Китәләр былар тағы. Китәләр, китәләр, тағы бер аҙна юл үтәләр. Бер ярға барып һуғылһалар, балыҡсы ултыра. Ҡайҙан, кем булыуын һорашалар. Ҡарт, ошондағы ҡалала йәшәп, ғүмере буйы балыҡ тотоуын әйтә. «Ниңә улай?» —тигәс, һөйләп бирә:

— Мин бер балыҡ тотһам, бер аҙна тик йәшәйем, — ти. — Беҙҙең батшаның бик һылыу бер ҡыҙы бар. Был ҡыҙҙы ҡоҙалап, ун туғыҙ батшалыҡтан һәр береһе үҙ ғәскәре менән ун туғыҙ егет ҡалала ята. Бына шуларға балыҡты һатып көн күрәм. Был ҡыҙ егеттәргә аҙнаһына бер генә сығып күренә, — ти.

Шул саҡ егет бабайға үҙендә булған ҡыҙ һүрәтен күрһәтә. Бабай, был һүрәтте ҡарағас та, былай ти:

— Был ҡыҙ әле биҙгәк ауырыуы менән ауырыған сағында төшөрөлгән, хәҙер уны күрһәң, һушың китәр.

Ҡыҙҙың был ҡалала йәшәүен белгәс, егет, балыҡсыға бик күп аҡса бирергә вәғәҙә итеп, яҡшы фатир әҙерләргә ҡуша. Балыҡсы уның һорағандарын үтәй.

Дандан шулай бер-ике көн нисек ҡыҙҙы күрергә икән тигән уй менән ҡала буйлап йөрөй. Өсөнсө көндө ҡала блйлап йөрөгәндә:

— Кем дә кем Нәркәс исемле ҡыҙҙы күрергә теләй, батша һарайындағы матур баҡсаға барығыҙ, тик, ғашиҡ булып, ғүмерегеҙҙе заяға үткәрмәгеҙ, — тигән тауышты ишетә.

Дандан хакимгә ҡайтып әйтә лә, Нәркәсте күрергә тип, баҡсаға китә.

Дандан баҡсаға барып ингәндә, теге батша уландары күптән инде үҙ урындарын алғандар, ти, бөтәһе лә түҙемһеҙләнеп, ҡыҙҙың куренеүен көтәләр, ти. Бына бер ваҡыт, ҡара болот аҫтынан сыҡҡан ҡояш кеүек, баҡсаға Нәркәс сығып баҫа. Ҡыҙҙы күреү менән егеттәрҙең барыһы ла, иҫтәре китеп, тәгәрәшеп бөтә.

Егеттәрҙе күргән Нәркәс, улар янына килеп, барыһына ла иҫ кертә торған дарыу еҫкәтә. Бер ыңғайҙан ул егеттәрҙе лә ҡарап йөрөй. Уға Дандан оҡшай:

— Ошо егеткә кейәүгә сығыр инем, — ти.

Егеттәр күңелһеҙ генә ҡайтып китәләр. Дандан да ҡайтып китә, бар хәл-әхүәлде хакимгә һөйләп бирә. Хаким уға баҙарға барырға, унан тырнаҡлы бәтинкә, бирсәткә һатып алырға ҡуша. Дандан быларҙың барыһын да үтәй. Кис булып, ҡараңғы төшкәс, Дандан батша һарайына китә. Ҡоймаға барып еткәс, Дандан күп уйлан тормай, тырмашып ҡоймаға менеп ултыра. Менгәйне, барыһы ла күренеп тора: кәртә уртаһында ҙурҡаҙанда бығыр-бығыр бутҡа ҡайнай, ҡаҙан тирәһендә ҡырҡ ҡыҙ югерешеп йөрөй, ә Нәркәс үҙе балконда ултыра.

Дандан ҡыҙҙарҙың ситкәрәк китеүен аңдып тороп ҡойманан һикереп төшә лә, бара һалып, ҡаҙанға йоҡо дарыуы тамыҙа. Шунан ағас башына менә лә ултыра. Бер аҙҙан ҡыҙҙар бутҡа ашарға ултыралар. Нәркәс үҙ күҙенә үҙе ышанмай: ҡыҙҙар барыһы ла бутҡаны ашап та бөтөрмәй йоҡоға талғандар. Ул шунда уҡ бер хәйлә барлығын һиҙенә. Тиҙ генә инеп, ҡулына ҡылыс ала ла үҙ урынына ята.

Бер аҙҙан уның янына Дандан инә. Нәркәс, Данданды күреү менән, шатлығын йәшерә алмайынса тороп ултыра.

Улар таңға тиклем ултыралар. Таң һыҙылғас, Дандан ҡайтып китә. Иртәгеһен Нәркәс йоҡонан Һуң ғына уяна ла баҡсалағы күлгә килеп йыуына башлай. Шул саҡ ҡайҙандыр ҡара болот килеп сыға ла, Нәркәс тапҡырына еткәс кенә, ҡулдарын сығарып, уны һауаға үҙе менән күтәреп осоп китә. Ҡоттары осҡан ҡыҙҙар батшаға югерәләр. Батша быға бер ҙә көйөнмәй, ни өсөн тигәндә, ул Нәркәсте кемгә бирергә белмәйенсә аптырап бөткән була.

— Алла бирҙе, алла алды, — тип кенә ҡуя. Батша, ҡыҙының ҡайҙа икәнлеген белергә тип, ҡала ситендәге күрәҙәсене үҙенең һарайына саҡырта.

Батша бөтә хәлде аңлатҡандан һуң, күрәҙәсе уға ҡыҙының Ҡафтау артындағы Ҡәһҡәһә тигән дейеү батша ҡулында икәнлеген әйтә. Күрәҙәсе батшаға күгәрсен бирә лә:

— Ошо күгәрсен ҡайһы егеткә ҡунһа, шул кеше ҡыҙыңды барып эҙләп тапһын, — ти.

Батша шунда уҡ был хәбәрҙе иғлан итә. Күгәрсенде осороп ебәреү менән, ул Дандандың иңбашына килеп ҡуна ла геүләй башлай. Башҡа егеттәр бының менән риза булмайҙар. Улар Данданды ғәскәрһеҙ булыуында кәмһетеп, күгәрсенде яңынан осороуҙы талап итәләр. Батша икенсе, өсөнсө тапҡыр осорғас та, күгәрсен яңынан Дандан иңбашына ҡуна. Быны күреп, батша малайҙары, тамам өмөттәрен өҙөп, ҡайтып китәләр. Дандан хаким менән кәңәшләшкәс, хаким уға:

— Ятып ҡалғансы, атып ҡал, — ти.

Улар, кәрәк-яраҡтарын алып, юлға сығалар. Эй баралар, эй баралар, бара торғас, былар арыйҙар, бер яр ситенә туҡтап ял лтмәк булалар. Яр ситендә ҙур бер тирәк үҫкән була. Ҡараһалар, унда: «Кем дә кем ошо ағастың япрағын алып яралы ерен ыуа, яраһы уңала. Ботағынан яһалған уҡ атылһа, бөтә сихыр юғала», — тип яҙылған. Дандан бер тоҡ япраҡ өҙөп ала, уҡ өсөн күп итеп ботаҡ һындырып ала.

Дандан менән хаким юлдарын артабан дауам иттерәләр. Баралар, баралар, бара торғас, ашарға аҙыҡтары бөтә. Тағы бер яр буйында туҡтайҙар. Дандан һунарға сығып китә. Урмандайөрөп ятһа, ҙур бер ҡара нәмә күреп ҡала. Яҡыныраҡ килһә,, бер ҙур ҡош икән. Ҡапыл ҡош Данданға башын бора ла, телгә килеп:

— Ҡотҡар инде мине зинһар өсөн, мин һиңә ғүмерлеккә ҡол булыр инем, — ти. Был ҡош аждаһа утына янған икән. Дандан, тиҙ генә баяғы япраҡтарҙы килтереп, янған урынды ыуа башлай. Ни күҙе менән күрһен, ыуған ергә ҡауырһындар үҫә башлай. Шулай итеп, Дандан ҡошто үлемдән ҡотҡарып алып ҡала. Ҡош алдағы юлдың бик оҙон булыуын әйтә.

— Былай ғына барһағыҙ, ғүмер буйына осона сыға алмаҫлыҡ юл. Әйҙәгеҙ, үҙем ултыртып алып барам, — ти. Ҡош осор алдынан Данданға ҡырҡлап ҡыр кәзәһе әҙерләргә ҡуша, шулай булмағанда, оло диңгеҙ аша сығып булмаясағын аңлата. Улар ун көн буйы диңгеҙ өҫтөнән осалар. Ярға еткәс, ял итеп алғас, ҡош егеткә былай ти:

— Минең фәлән тау башында балаларым ҡалды, шуларҙы ғына күреп китәйексе.

Егет быға риза була. Баралар, ҡош балалары иҫән-һау була. Ҡош балаларына аҙыҡ килтерергә тип сығып китә лә, оҙаҡ та йөрөмәй, шыйлап килеп, кире ояһына төшә. Был ҡоштоң балаларын бер бөгөлһә, тау булған, бер һуҙылһа, ҡойроғо күренмәгән йылан килеп ашан китә торған булған. Әле лә шул йылан, уттар сәсеп, килә ята икән. Дандан, тиҙ генә булат ҡылысын ҡулына алып, ағас башына менеп ултыра. Йылан уның янынан уҙып барған саҡта ғына, ул ҡылысы менән уны урталай өҙә саба ла ҡуя. Йыландың ҡаны дарья булып ағып китә. Ҡош Данданға ҙур рәхмәттәр әйтә, күтәреп ала ла был урындан осоп китә. Хаким ҡоштоң балалары эргәһендә тороп ҡала.

Эй осалар былар, эй осалар. Оса торғас, ҡош:

— Алда сихырлы ут, сихырлы бейек тауҙар осрар, теге уҡтарыңды әҙерләп ҡуй, — ти.

Бара торғас, Дандан алда урғылып сығып ятҡан ут таҫмаһын күрә. Был ут кеше яҡынлаша башлаһа, һауаға тоташа икән. Шул ерҙә ҡош, телгә килеп:

— Әгәр ҙә ошо ут өҫтөндә осоп йөрөгән турғайҙы атып төшөрһәң, ут юҡ булыр, — ти. Дандан атып ебәргәйне, турғай өлтөрәп килеп төшә, шул арала ут та юҡ була.

Артабан китәләр. Бара торғас, ҡаялары күккә олғашып торған бейек бер тау күренә, тау башында, ҡош әйткәнсә, бер кеше тора. Дандан, әлеге тирәк уғын алып, был кешегә ата. Кешегә уҡтың барып тейеүе була, кеше лә, тау ҙа юҡ була, осо-ҡырыйы күренмәгән тигеҙлек барлыҡҡа килә.

Дандан артабан китә. Бара торғас, йәнә бер тау күрә. Бында өс ағай-эне йәшәгән була, уларҙың береһе Нәркәсте урлап киткән Ҡәһҡәһә икән. Ошо ерҙә ҡош Данданға:

— Нәркәс бына ошо тауҙа, — ти.Был тауҙа өс ишек була. Дандан килеп бер ишекте асып «бәрһә, бер ҙур дейеүҙең Нәркәс алдында йоҡлап ятҡанын күрә. Нәркәстең Данданды күреүе була:

— Йоҡоһонан уянмаҫ борон дейеүҙе үлтер, — ти.

— Йоҡлап ятҡан дошманды үлтереү егетлек түгел, — ти ҙә Дандан, ҡылысын табанына сәнсеп, дейеүҙе уята. Дейеү уянғас ҡына, Дандан уның башын сабып өҙә.

Дандан Нәркәсте тышҡа алып сыға. Нәркәс уға икенсе дейеүҙәрҙә лә тотҡонда йәшәүсе ҡыҙҙар барлығын әйтә. Дандан, Нәркәсте тышта ҡалдырып, икенсе ишектән эскә инә. Инһә, бер дейеү Мәликәбаныу исемле ҡыҙҙың тубығына башын һалып, йоҡоға талған. Мәликәбаныуҙың үтенеп һорауына ҡарамаҫтан, Дандан дейеүҙе йоҡоһонда үлтерергә риза булмай. Ул дейеүҙе ҡылысы менән төртөп уята ла сабып үлтерә. Мәликәбаныу менән Дандан был дейеүҙең дә үлтерелеүенә ҡыуанып тышҡа сыҡһалар, Нәркәс урынында юҡ. Дейеүҙәрҙең иң кеселәре Нәркәсте үҙенең өйөнә алып ингән дә ишек урынын ҙур бер таш менән ҡаплап ҡуйған икән. Дандандың быға бик асыуы килә. Ташты шыуҙырып, ишекте асһа, дейеү килеп сыға ла Данданды һыуға ташларға уйлай. Ошо ваҡыт Мәликәбаныу дейеүҙе ҡылысы менән үлтерә саба. Шул арала ҡайҙандыр дейеүҙең әсәһе бер әбей ҡиәфәтендә килеп сыға. Ҡош, быны күреп, Данданға:

— Хәҙер үк әбейҙе ат! — тип ҡысҡырып ебәрә. Дандандың атыуы була, әбей шундай әсе тауыш менән ҡысҡырып ебәрә. Уның тауышына бөтә ер дейеү-пәрейҙәр менән тула. Был дейеү-пәрейҙәрҙең ҡойроҡтары һауа менән тулы ҡыуыҡтарҙан тора икән, шуға улар бик шәп осалар. Дандан уғы менән берәм-берәм теге пәрейҙәрҙең ҡыуығын тишә атып тора, Мәликәбаныу төшкән бер дейеүҙең башын өҙә сабып тора. Улар һуңғы пәрейҙе юҡ иткәс, улар янына ҡош килеп етә. Бөтәһе лә сәмреғошҡа ултырып, юлға сығалар. Бер аҙ ваҡыт үткәс, хаким янына ла килеп етәләр. Хаким бик шатлана, ҙур шатлыҡтан улар «с көн, өс тән бында ҡунаҡ булалар. Дүртенсе көн Мәликәбаныу Данданға былай ти:

— Һин мине ҙур бәләнән ҡотҡарҙың, инде бер һорауымды үтәһәң, һинең менән мәңге бергә булыр инем. Минең ун ике йыл буйына күрмәгән атайым янына барайыҡсы, — ти. Шулай ти ҙә Мәликәбаныу дүрт бөртөк сәсен алып яндырып ебәрә. Былар янына дүрт күгәрсен дүрт осонан тешләп балаҫ килтереп йәйәләр. Дандан, хаким, Мәликәбаныу менән Нәркәс, сәмреғошҡа ҙур-ҙур рәхмәттәр әйтеп, хәҙер теге балаҫҡа ултырып осалар. Күҙҙәрен асыуға, балаҫ уларҙы ҙур бер ҡала ситенә килтереп төшөргән була. Хәҙер былар нисек батшаға барып күренергә тип баш вата башлайҙар. Күп кенә уйлағандан һуң, Данданды батшаға күрәҙәсе итеп ебәреп, ҡыҙының бөгөн киләсәген әйттерәләр. Батша тәүҙә ышанмай, шулай ҙа күрәҙәсенеңбыл һүҙҙәре ысын булып ҡуйһа тип, ҡыҙын ҡаршы алырға әҙерләнә башлай.

Күп тә үтмәй, ҡыҙ иптәштәре менән балаҫ өҫтөндә батша кәртәһенә килеп төшә. Батша тәүҙә үҙ күҙенә үҙе ышанмай тора. Аҙаҡтан ҙур мәжлес ойоштора, Данданға үҙенең ҡыҙын бирә. Дандан бында оҙаҡ тормай: Нәркәс тә бит үҙ йортона ашыға. «Нәркәсте бөтөнләйгә юғалттыҡ», — тип ҡайғырып ултырған ваҡытта, ата-әсәһе янына Нәркәс, Дандан, уның иптәштәре килеп инәләр. Нәркәсте Данданға икенсе ҡатынлыҡҡа биреп, бында ла аҙнаға яҡын байрам итәләр.

Аҙаҡ килеп, Дандан үҙ атаһы янына ҡайтырға була. Улының иҫән-һау булыуын, өҫтәүенә ике килен дә алып ҡайтыуын күргәс, атаһы бик ныҡ шатлана.

Хаким Данданға:

— Дандан, һинең егетлегеңде күрҙем, инде минең ҡыҙымды ла өсөнсө кәләш итеп ал, — ти. Дандан хакимдең ҡыҙын да ала. Бик ҙур туй яһап, өс батшалыҡҡа хужа булып, Дандан әлегә көнгә тиклем йәшәй, ти.