Jump to content

Яңғыҙаҡ батыр (әкиәт)

From Wikisource

Яңғыҙаҡ батыр


Борон-борон заманда бер бабай менән әбей йәшәгән. Улар бик бай булғандар, тик балалары ғына юҡ икән. Илай-илай, алланан бала һорағандар. Алла быларға бер ул биргән. Был малай бер кон әсәндә бер йыллыҡ үҫә икән. Япа-яңғыҙ улдары булғанға, уға Яңғыҙаҡ тип исем ҡушҡандар. Уҡырға биргәндәр. Яңғыҙаҡ бик тырыш булып сыҡҡан, бик ҙур ғалим булып киткән. Яңғыҙаҡты уҡытҡан мулла:

– Һин, улым, бик ҙур ғалим булдың, хәҙер төрлө һөнәрҙәргә өйрән, – тигән. Яңғыҙаҡ атаһына ҡайтҡан да:

– Атай, мулла миңә төрлө ғәжәп һөнәрҙәргә өйрәнергә ҡуша, – тигән.

– Ярай, улым, өйрән, – тигән атаһы. Яңғыҙаҡ бер ҡартҡа киткән.

– Ҡайҙа бараһың, улым? – тип һораған ҡарт.

– Бына шулай-шулай, төрлө ғәжәп һөнәрҙәр өйрәнергә барам. Кем мине өйрәтә алыр икән? – ти Яңғыҙаҡ.

– Ярай, улым, миндә ҡал, бик батыр күренәһең, үҙем өй-рәтермен, – тигән ҡарт.

Ҡарт Яңғыҙаҡты төрлө ғәжәп һәнәрҙәргә: музыка, ҡурай, скрипка уйнарға, төрлө ҡоштар ҡиәфәтенә инеп, ҡош булып осорға өйрәткән. Шунан Яңғыҙаҡ атаһына ҡайтҡан.

Яңғыҙаҡ китап уҡый башлаһа, ботә ҡарттар илап ултыра икән. Уның тауышы яғымлы, ғалимлеге шул тиклем көслә булған. Төрлө уйын ҡоралдарында көй уйнап ебәрһә, ҡарттар тағы ла илағандар. Ҡурай уйнаһа ла илағандар. Уның һөнәре шул тиклем ҙур булған.

Яңғыҙаҡ ауылда тыныс ҡына йәшәп ята икән. Бер көндө уға күрше ауылдың батшаһынан хат килгән. Был батша Яңғыҙаҡты үҙенә саҡыра икән. Атаһы менән әсәһе уландарын күҙ йәш түгеп оҙатҡандар. Яңғыҙаҡ батшаға киткән. Батша был ваҡыт ҡыҙын кейәүгә биреп ята икән. Батша Яңғыҙаҡтың ғәжәп һәнәрҙәре хаҡында электән ишеткән булған, ти. Яңғыҙаҡ килеп ингәс тә, батша:

– Йә, Яңғыҙаҡ, һөнәреңде күрһәт, уйнап ебәр, – ти. Яңғыҙаҡ уйнай башлай, бөтә халыҡ иларға тотона. Батша

үҙе лә, башҡа кешеләре лә илай, ти. Батша ике оло ҡыҙын кейәүгә биргән булған. Хәҙер өсөнсө – кесе ҡыҙы ла үҫеп еткән икән. Батшаның кесе ҡыҙы Яңғыҙаҡҡа бик ныҡ ғашиҡ була ла ҡуя. Бер-ике көн эсендә һарғайып, кибеп бөтә был. Батша ҡыҙын кейәүгә бирергә була. Тирә-яҡтан бөтә батырҙарҙы йыйып ала ла:

– Көрәштә кем еңә, ҡыҙымды шуға бирәм, – ти. Батша батырҙарының береһе бигерәк көслө икән, үҙенә бер

кем ҡаршы тора алмай, ти. Шул ерҙә Яңғыҙаҡ батыр батшанан:

– Рөхсәт итһәгеҙ, мин дә көрәшеп ҡарар инем, – тип рөхсәт һорай.

– һин йәшһең әле. Күрәһеңме уның батырлығын: көсөнөң самаһы юҡ бит, – ти батша.

– Үлгәс, батыр ҡулынан үлергә кәрәк, – ти Яңғыҙаҡ.

– Ярай, улайһа, көрәш, – ти батша.

Яңғыҙаҡ көрәшә башлай. Теге батырҙы һауаға сөйөп ебәрә лә ергә төшөп килгәндә генә, арт һанына берҙе тибә, батыр көлгә әйләнеп барып төшә.

Батша кесе ҡыҙын шунда уҡ Яңғыҙаҡҡа бирә, ура ҡысҡырырға, тыуҙар элергө ҡуша. Шулай итеп, Яңғыҙаҡ хәҙер батша кейәүе булып китә.

Бер ваҡыт батшаға икенсе батшалыҡтан бер ҡағыҙ килә. Ҡағыҙҙа: «Әгәр ҙә мәгәр оло ҡыҙыңды миңә бирмәһәң, һуғыш менән барам», – тип яҙылған, ти. Батша ҡағыҙҙы уҡый ҙа:

– һуғышырға тура килер, оло ҡыҙымды кейәүгә биреп өлгөргәйнем бит әле, – ти ҙә: «һуғышҡа барам», – тип теге батшаға хат ебәрә. Шунан бөтә ғәскәрен йыйып, һуғышҡа сығып китә. Яңғыҙаҡ батша эргәһенә килә лә:

– Ҡайным, батшам, улар бик хәйләле халыҡ. Ҡош һымаҡ

осоп килерҙәр ҙа бөтәгеҙҙе лә ҡырып бөтөрөрҙәр. Һеҙ әкрен генә бара тороғоҙ, мин, алдан барып, уларҙың нисәү икәндәрен белеп киләйем, – ти.

Яңғыҙаҡ китә. Барһа, тегеләрҙең ғәскәре әллә ни күп түгел икән. Яңғыҙаҡ барыһын да ҡырып бөтөрә лә кире әйләнеп ҡайта. Батшаға:

– Батшам, әйҙә, ҡайттыҡ. Мин уларҙы ҡырып бөтөрҙөм инде, – ти. Батша үҙенең ғәскәре менән кире боролоп ҡайтып китә.

Икенсе көндө тағы бер батшалыҡтан ҡағыҙ килеп төшә. Быныһында: «Уртансы ҡыҙыңды миңә бирмәһәң, һуғыш асам», – тин яҙылған була. Батша ҡағыҙҙы уҡый ҙа:

– Һе, уртансы ҡыҙымды ла кейәүгә биреп өлгөргәйнем бит әле, һуғышырға тура килер, – ти ҙә быныһына ла: «Ярар, һуғышырбыҙ», – тип яҙыу ебәрә.

Икенсе көндө батша тора ла, ғәскәрен алып, һуғышҡа китә. Яңғыҙаҡ та улар менән. Яңғыҙаҡ батшаға әйтә:

– Ҡайным, батшам, бөгөн улар беҙҙең менән томан ебәреп һуғышырҙар. Һинең ғәскәрең күренеп торор, һеҙ яйлап бара тороғоҙ, улар аҙмы икән, күпме икән, мин, алдан барып, һанап киләйем, – ти. Шулай ти ҙә Яңғыҙаҡ алдан китә. Барып етһә, дошман ғәскәренең иҫәбенә-һанына сығырлыҡ түгел, шул тиклем күп, ти. Яңғыҙаҡ батыр әйләнеп килә лә батшаға:

– Уның ғәскәре бик күп икән. Мин хатта иҫәп-хисабына ла сыға алманым, һеҙ ошонда тороп тороғоҙ, мин тағы ла барып киләйем әле, – ти ҙә, яңынан барып, дошман батшаның ғәскәрен ҡыра башлай. Ҡырып бөтөргәс, килә лә:

– Әйҙә, батша, ҡайтайыҡ, – ти. Батша ғәскәрен алып ҡайтып китә.

Ҡайтып етһәләр, өсөнсө бер батшалыҡтан ҡағыҙ килгән. Быныһын да: «Әгәр кесе ҡыҙыңды миңә бирмәһәң, яу асам», – тип яҙылған була. Батша: «Ҡыҙҙарымды күптән кейәүгә биреп бөткәнмен, яу менән барам», – тип яуап яҙа ла һуғышҡа әҙерләнә башлай.

– Ҡайным, батшам, – ти Яңғыҙаҡ, – һеҙ йөрөмәгеҙ. Был юлы улар һыу аҫтынан килерҙәр. Һеҙ уларҙың килгәнен бөлмәй ҙә ҡалырһығыҙ, үҙегеҙҙе ҡырып бөтөрөрҙәр. Мин үҙем генә барайым, – ти ҙә Яңғыҙаҡ, йәйенгә әйләнеп, йөҙөп китә. Барып, теге батшаның бөтә ғәскәрен ҡырып бөтөрә. Өйгә ҡайтып ингәс, батша Яңғыҙаҡтан:

– Йә, кейәү, дошманды ҡырып бөтөрә алдыңмы? – тип һорай.

– Ҡырмайса ни эшләмәк кәрәк. Ҡырып бөтөрҙөм, береһен дә ҡалдырманым, – ти Яңғыҙаҡ. Шул ерҙә батша үҙенең батшалыҡ дәрәжәһен Яңгыҙаҡҡа бирә.

Яңғыҙаҡтың бер улы тыуа. Был шундай бәһлеүән егет була, хатта быға атаһының да көсө етмәй, ти. Яңғыҙаҡ ҡатынын, улын ала ла тыуған яҡтарына ҡайтып китә. Батша уға бер дивизия һалдат та бирә. Ҡайтып килә торғас, былар бер ҙур ауылға тап булалар. Был ауылдың батшаһы бик ҙур итеп мәжлес ҡороп ята икән. Батша үҙенең быялалы көпшәһенә ҡарай ҙа:

– Яуға әҙерләнегеҙ, ана тегендә яу килә, – ти. Яңғыҙаҡҡа ике кешеһен ебәрә.

– Кем ул, ниндәй ғәскәр ул, белеп килегеҙ, – ти.

Ике кешенең килгәнен күргәс, Яңғыҙаҡ үҙенең һалдаттарына:

– Күмәгегеҙ бер кеше кеүек атлағыҙ, баҫҡан һайын тыҡ-тыҡ-тыҡ килеп торһон, – ти. Теге ике кеше килеп өтә.

– Мин яу менән килмәйем, – ти Яңғыҙаҡ вәкилдәргә. – Мин – батша, тыуған илемә ҡайтып барам. – Шулай ти ҙә Яңғыҙаҡ үҙенең ғәскәре менән был батша янына килә. Был ваҡыт майҙанда көрәш бара. Яңғыҙаҡтың улы көрәшеүселәргә ҡарап-ҡарап тора ла:

– Атай, миңә батырҙар менән көрәшергә рөхсәт ит, – ти. Атаһы рөхсәт бирә. Шул ерҙә Яңғыҙаҡтың улы бер батырҙы эләктереп ала ла һауаға сөйөп ебәрә. Яңғыҙаҡ ура ҡысҡырырға, музыка уйнарға ҡуша. Теге батша үҙенең ҡыҙын Яңғыҙаҡтың улына бирә.

Яңғыҙаҡ тағы ла юлға сыға. Ҡайтып етә. Ата-әсәһе бөтөнләйгә бөлөп, хәлдән тайып, күп илауҙан күҙҙәре һуҡырайып бөткән, ти. Көлгә кесе ярау итеп, көл ашап ултыралар, ти. Яңғыҙаҡ илай-илай ата-әсәһе менән күрешеп сыға.

Яңғыҙаҡ үҙ ауылына батша булып алғас, әле лә шунда батша булып тора, ти, ата-әсәһе, бала-сағалары менән рәхәтлектә көн күрә, ти.