Башбит/Бөгөнгө анонстар/2015/01

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

 -  2015 йыл анонстары - 

Аҙналар: 1  2  3  4  5  6  7  8  9  10  11  12  13  14  15  16  17  18  19  20  21  22  23  24  25  26  27  28  29  30  31  32  33  34  35  36  37  38  39  40  41  42  43  44  45  46  47  48  49  50  51  52  53


Бына һалҡын ҡыш килеп етте . Ерҙең өҫтө ап-аҡ ҡар менән, ә ағастар йомшаҡ ҡар бөртөктәре менән ҡапланған. Ҡояшлы һалҡын көндө улар ынйы бөртөктәре кеүек йымылдап, күҙ яуын алалар. Оҙаҡламай Яңы йыл байрамы етә.

Шулай бер көндө Кәрим урманға шыршы алып ҡайтырға бара .Ул бик матур шыршы һайлап ала .Уны киҫәм генә тигәндә уның эргәһенә урмандағы барлыҡ йәнлектәр йыйыла. Улар малайға шыршыға теймәҫкә ҡушалар .Малай аптырап ҡала .Йәнлектәр уға төрлө-төрлө уйынсыҡтар бирәләр. Кәрим ошо шыршыны йәнлектәр менән бергә биҙәргә тотона. Шыршы шул тиклем матур була .Шыршы янына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килеп етәләр. Кәримде яҡшы күңелле булғаны өсөн бик ныҡ маҡтайҙар һәм уға бүләктәр бирәләр. Кәрим йәмле итеп Яңы йыл байрамын ҡаршылай.

Ололар Яҡшылыҡ ерҙә ҡалмай тип тиккә генә әйтмәгәндәр шул .

Ямалова Шәкирә Миңнегәрәй ҡыҙының сайты