Jump to content

Page:Geleyetdinov i toz balalar folklory bala sak uinapkolop ycer.djvu/14

From Wikisource
This page has not been proofread.

Бәүкәй бәлли бәү1.

  • * *

Әлли ҙә бәлли, бәү-бәү,
Бәғерем йоҡлай дӘү-дәү.
Көтөү ҡайтты, ҡошсоғом,
Кыйыр мөңрәй, һәү-һәү.
Кыйыр бирер һиңә һөт,
Уны ҡыуып үҫеп ет.
Үҫеп матур ҡыҙ булғас,
Өфөләргә барып ет.
Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙ ғынам,
Иоҡла, балам, наҙ ғынам.
Киләсәктә бер булыр,
Уңған, сибәр, аҙ ғынам2.

  • * *

Әлли-бәлли итәр ул,
Үҫеп буйға етәр ул,
Үҫеп буйға еткәс тә
Уҡыуҙарға китәр ул,
Ғалимә булып китәр ул.
Илгә хеҙмәт итәр ул,
Үҫеп буйға еткәс тә
Кейәүҙәргә китәр ул3.

  • * *

Иоҡла, ҡыҙым, йоҡла, ҡыҙым,
Йоҡла, йоҡла, йом күҙең.
Үҫеп матур ҡыҙ булғас,
Кейәү табырһың үҙең4.

  • * *

Бәй-бәй, бәю, бәй,
Иоҡла, ҡыҙым, йом күҙеңде,
Ҡаштарың ҡарлуғас ҡанаты,
Күҙҙәрең һынташтың күле,
Керпектәрең уның ҡамышы,
Йоҡла, балам,һылыуым,
Бәю-бәю, бәй-бәй-бәй5.

  • * *

Аллаһыу, аллаһыу,
Кәзәләрҙе тауға ҡыу, тауға ҡыу.
Тауҙан килһә, һыуға ҡыу, һыуға ҡыу.
Аллаһыу, аллаһыу,
Кыуҙан килһә, һау ҙа ҡуй, һау ҙа ҡуй6