This page has not been proofread.
Әлли-бәлли итәр ул.
Йоҡоларға китәр ул.
Бишектәрҙән үҫеп сыҡҡас,
Мәктәптәргә китәр ул.
БИШЕК ЙЫРҘАРЫ
һандуғасым, аҫыл ҡошом
(Ҡыҙ баланы йоҡлатҡанда.)
Һандуғасым, аҫыл ҡошом,
Иоҡла, бәғерем.
Иоҡла, иркәм, йоҡла, бәпкәм,
Бәүкәй бәлли бәү.
Алма кеүек матурланып,
Бешкән, тулғанһың.
Шул сағыңда һин тағы ла
Сибәр булғанһың.
Алмаҡайым, аппаҡайым,
Иоҡла, гөлкәйем.
Йоҡла, иркәм, йоҡла, бәпкәм,
Бәүкәй бәлли бәү.
Йылғырһың шул, етеҙһең,
Күп тә уйнайһың.
Ал гөлдәрҙе, сәскәләрҙе
Өҙмәй ҡуймайһың.
Кил,' гөлкәйем, сибәркәйем,
Иоҡла, бәпкәйем.