This page has not been proofread.
/ Баланы соҡор ергә һалһаң, кәкре була, тигеҙ ергә һалһаң тура була22.
- * *
Бала һикереп торһа, сос була23.
- * *
' .Ҡыҙ бала — атаһына, ир бала әсәһенә оҡшаһа, бәхетле була24.
- * *
Түшәккә һалып, баланың күҙен асмайһың. Бите. ябыулы булырға тейеш. Асһаң, ҡартайғас булһа ла һуҡыр була25.
- * •
Баланы түшәккә һалһаң, йоҡосо була, ауыр була26.
- * *
Бала яҫтыҡҡа ятһа, ҡоштай сос була27.