Page:Geleyetdinov i toz balalar folklory bala sak uinapkolop ycer.djvu/11

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Асау эйәртеп, һаҙаҡ атып,
Илде яуҙан һаҡлаһын.
Собхан алла, маша алла,
Биби аты түл йәйһен,
Һис һыҡтамай, кәйеп баҫып,
Ирен яуға оҙатһын.
Ҡиәмәтлек әсәләр аталарҙан алған балаларҙы бер бишеккә һалалар.
Алтын бишек тибрәтеп,
Бына ята ҡущ мунсаҡ.
Иркә генә уҡырыланған,
Гүйә, бәләкәй ҡолонсаҡ.
Атаһы ла, әсәһе
Күкрәк киреп, маһайып,
Яуҙа еңгән батырҙай,
Таяныс, тип торасаҡ.
Беҙ ҡиәмәт әсәләр,
Төп яратҡан әсә беҙ.
Көсөк күлдәк ташлатып,
Яңы күлдәк бесәбеҙ18.
Ҡолаҡ тешләтеү
Ана бер ҡайын,
Бына бер имән.
Кайын менән имән
Ҡалай пар килгән.
ТСайын, имәндәр,
Йәле ауыҙ ит!
Ғүмерең буйы
Бәхетле иш ит!
Имән, йә әле
Ҡайынға эйел.
Һәр көн һыуыҡтан,
Буран, ямғырҙан
Һаҡлап, гел бөгөл,
Ишеңә эйел19.

Юрауҙар

Ҡыҙ бала ҡысҡырып көлһә, илгәҙәк булыр20.

  • * *

Ир бала иртә һөйләшһә, иркә телле булыр21.