This page has not been proofread.
- * *
Әлли-бәлли бишеге,
Бал ялаған ҡашығы,
Имеккәндә имеҙе,
һыуһағанда ҡымыҙы,
Арғы яҡта бер бала,
Ай-һай, яҡты йоҡоһо.
- * *
Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Гүзәл йоҡлап китәр ул.
Гүзәл йоҡлап китмәһә,
Ҡуян алып китәр ул7.
- * *
Ҡыҙым, ҡыҙым-ҡарлуғас,
Ос ояңдан ай тулғас.
Ҡәҙер-хөрмәт күрерһең
Кейәүкәйең бай булғас .
- * *
Дим өҫтөнән ярһып аҡтарылып,
Аға икән ҡалын боҙҙары.
Сәскә кеүек' булып, матурланып,
Үҫә икән кемдең ҡыҙҙары9.
- * *
Йом-йом күҙең, йондоҙом,
Минең бәләкәй ҡыҙым.
Йоҡла тыныс, былбылым,
Йоҡла рәхәт, күҙ нурым10.
- * *
Ә-ә-ә-әй итә,
Рәйсә йоҡоға китә.
Әсәһе эшкә китә,
Әлли-бәлли, бәү итә11.
Йоҡла, улым, йондоҙом
(Ир баланы йоҡлатҡанда)
Әлли-бәлли итәр ул,
Өфөләргә китәр ул.
Төҙөүсегә уҡыр ул,
Кеше булып китәр ул.