Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/93

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

аңлатҡан. Ҡоҙалар ҡымыззы изге теләктәр әйтеп, маҡтай- маҡтай эскәндәр, ошондайыраҡ йырҙар йырлағандар:


Тәпәндәге ҡымыз бигерәк тәмле, Нисәү икән һауған бейәһе?

Уйнап ҡына көлөп, ай, эсәйек,

Ҡыуанып та ҡалһын эйәһе.

Шунан туй көрәгәһен алып сығалар. Барыһы ла көрәгәне ҡотлап, ай-һайлап ҡаршы ала. Көрәгәгә маҡтау йыры йырлана:

һай! Көрәгә килә! Көрәгә килә,

Көрәгәләр тулы бал килә,

Көрәгәләр тулы балдар килә,

Кәртә-ҡураларға мал килә! Һай!

(2. 391)

Көрәгә өҫтөнә аҡ таҫтамал ябылған була. Ҡунаҡ һыйлаусыларҙан берәү, бүләк әйтеп, таҫтамалды ала. Уға яуап итеп, ҡыззың атаһы ла бүләк (мал) әйтә. Һыйланыу башлана. Беренсе кәсәне (туҫтаҡ, аяҡты) һәр ҡоза тәңкә һалып ҡайтара. Шулай оло туй башлана.

Һөйһөн килтереү - Ҡурған, Силәбе өлкәһендәге табын һәм ҡатай башҡорттарында “туйлыҡ“, (туйза һуйыла торған), мал алып килеү шулай тип аталған. Туйлыҡ малы туйҙың беренсе йәки икенсе көнөндә һуйылған.

Туй малын һуйып, тәрбиәләп бөткәс, тәртип буйынса ит бер нисә өлөшкә бүленгән. Йылҡы малының ике яғынан да өсәр ҡабырға, һебәлек (ҡабырға бөткәс йомшаҡ ит) айырым алына.

Ике арт боттоң оса һөйәгенә ҡушылған янбаш өҫтө, ейән һөйәк, ҡыззың туғандарының береһенә бирелә. "Ейән