Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/92

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Теге йәки был ризыҡ, аш-һыу төрө ҡайһы бер йолаларҙың төп элементы ла булып киткән.

Үрзә бәйән ителгәндәрҙән асыҡланыуынса, ваҡыт- мизгел йолалары халыҡ тормошондағы ғәйәт ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле күренеш ул. Улар безгә ата-бабаларыбыззы ң боронғо аңын, тормошҡа ҡарашын, тәбиғәткә һәм үз-ара булған мөнәсәбәттәр нескәлеген аңларға ярзам итеүе менән әһәмиәтле.

§ 3. Ғаилә-көнкүреш йолалары һәм уларға бәйле аш-һыуҙар

Ьәр халыҡтың иң зур һәм әһәмиәтле ғаилә-көнкүреш йолаларының береһе - ул туй. Башҡорттарҙа туйзар бар урында ла бер төрлө генә үтмәй, һәр байрам-йоланың төбәк үҙенсәлектәре булыусан. Шулай за уларзы берләштереүсе бер нәмә бар: ул да булһа - һый муллығы. Туйға иң тәмле, ҡәҙерле һаналған ризыҡтар әҙерләнә. Улар күп төрлө була, шулай за төп урынды милли аш- һыузар биләй. Туй һыйының үз тәртибе, йолалары бар. Улар махсус ризыҡтар һәм аш-һыузар менән оҙатыла.

Көрәгә. Элегерәк һәр туй көрәгә асыуҙан башланған. Көрәгә - ул ҡоҙалар килтергән эсемлек: ҡымыҙ йәки әсе бал. Ғәҙәттә улар мискәгә, йә тәпәнгә һалынған була. Көрәгә асыр алдынан “аҡ эсеү” йолаһы үткәрелгән. Был иһә хужаларҙың ҡунаҡтарҙы һөт йәки ҡымыззан ауыз иттер е үе була. Аҡ төҫ - изге төҫ. Туй мәжлесен ҡымыз, һөт кеүек ризыҡтан башлау изгелек, бәхет теләүҙе 91