Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/94

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

һөйәк" алған кеше, ҡасан да булһа ҡыззы кейәүе менән саҡырып, уларға күлдәк кейҙерергә, мал бирергә тейеш. Оло кешеләргә ҡабырға-һебә өлөштәре һалына. Ҡоҙасаларға, ҡыззыңяҡын апаларына түш ите тейә.

Йыуаса - туйҙың икенсе көнөндә уҙғарыла торған йола. Шуға күрә һыйҙың икенсе көнөн "йыуаса көнө" йәки "йыуаса ашы" тип йөрөткәндәр. Йыуаса - ҡоҙалар яғы алып килгән күстәнәс ашамлыҡтары. Ҡоҙасалар күстәнәс тултырған һандыҡты, йыуаса һандығын, табынға сығаралар. Ул ит, ҡатырылған сәксәк, ҡаҡланған ҡаз түшкәһе, аҡ күмәс һәм башҡа ризыҡтар менән тулы була. Ьандыҡ эсендә майза бешеп тоҡҡа тултырылған бауырһаҡ та була. Тоҡто ҡоҙаса күтәреп бейей. Уға таҡмаҡ әйтәләр, бүләк бирәләр. Һуңынан барыһы ла килтерелгән ризыҡтан ауыз итә, ҡоҙаларға ҡот, бәрәкәт теләй. Йыуаса уйын- көлкө менән оҙатыла.

Был көндө кис йәнә бер йола атҡарыла. Ул "һаба йыйыу" тип атала. Һаба йыйыуға барыһы ла сыға. Бер- икеһенең ҡулында һаба (бейек күнәсек) була. Шул һауыт исеме йола атамаһына әүерелгән.

Өйзән-өйгә йөрөп, шул һауытҡа ҡымыз, ә ҡалған силәктәргә төрлө ашамлыҡтар йыялар. Йөрөгәндә төрлө йырзар, таҡмаҡтар әйтелә. Төрлө мәрәкәләр (биттәрен ҡоромға буяу, өҫ кейемдәренең тиҫкәреһен кейеү һ.15.) башҡарылған.

Һабасылар йола башланыуы тураһында һамаҡлап хәбәр иткәндәр:

Һаба йыйырға сығайыҡ,

Төп ҡоҙанан башлайыҡ,