Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/9

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Уларҙа башҡорттарҙың туҡланыуы һәм милли аш- һыуҙары хаҡында ла һүҙ күтәрелә.

Башҡорттарҙың тарихы, этнографияһы, көнкүрешенә ҡағылышлы ҡиммәтле һәм сағыштырмаса киң (ул заман өсөн) мәғлүмәттәрҙе беренселәрзән булып рус тикшеренеүсеһе И.Г. Георги бирә [5.24]. Ул үҙенең "Описание всех обитающих в Российском государстве народов" тигән китабында башҡорт милли аш-һыузары тураһында ла язып үтә. 1769-1770 йылдарҙағы академик экспедиция ағзалары П. С. Паллас, И. И. Лепехин, Н. С. Попов юлъяҙмаларында ла башҡорт милли аш-һыуҙары хаҡында мәғлүмәттәр осратырға мөмкин. И.И. Лепехин әйтеүенсә, мәҫәлән, башҡорттар йәй айҙарында башлыса һөт ризыҡтары менән туҡлана [11.43]. П.С. Паллас та башҡорттарҙың ғәҙәттә ит һәм һөт ашамлыҡтарын ҡулланыуын, ә икмәктең бар урында ла файҙаланылмауын билдәләй [16.98]. Пермь башҡорттарының туҡланыуы хаҡында Н.С. Попов: "Улар иттән тыш, өлөшләтә икмәк ашай, йәйгеһен ҡымыҙ эсә, ә ҡыш көнө һөттән әсе бал яһай," - тип яза [17. 16].

1851 йылда "Оренбургские губернские ведомости" журналында' рус яҙыусыһы В. Зефировтың "Взгляд на семейный быт башкирца" тигән очеркка тартым юлъяҙмаһы баҫылып сыға [20. 4]. Унда автор Өфөгә китеп барышлай бер ауылда Абдулла исемле башҡортта туҡталыуын һәм шунда күргәндәрен бәйән итә. Был юлъяҙма этнографик характерҙа булыуы менән ҡиммәт. В. Зефиров зур һоҡланыу менән башҡорттарҙың ғаилә