Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/10

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

йолаларын тасуирлай. Веззең өсөн бигерәк тә уның аш- һыу әҙерләү, табын йолаһына бәйле яҙмалары ҡыҙыҡлы. Ул тәү башлап башҡорттарҙың милли ашы бишбармаҡ әҙерләү һәм уны табында ҡулланыу тураһында бик ентекле мәғлүмәт бирә.

XIX быуаттың 50-се йылдары аҙағында - 60-сы йылдар башында башҡорттарға ҡағылышлы ике мөһим этнографик хеҙмәт донъя күрә. Уларҙың береһе - В.М. Черемшанскийзың "Описание Оренбургской губернии в хозяйственно-статистическом, этнографическом и промышленном отношении" тигән китабы, икенсеһе - И. Игнатовичтың "Башкирская Бурзянская волость" исемле мәҡәләһе. Уларза башҡорт этнографияһы буйынса күп кенә ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр килтерелә.

1890 йылдарҙа башҡорттарҙың этник тарихы, ғөрөф- ғәзәттәре, йолалары хаҡында күҙәтеүҙәр һәм тикшеренеүҙәр бермә-бер арта. Шулар араһынан Д.П. Никольскийзың хеҙмәттәрен айырым билдәләп үтергә кәрәк. Шул осорза Пермь губернаһының Екатеринбург һәм Шадринск өйәҙҙәрендә земство врачы булып хеҙмәт иткән Д. Никольскийзың башҡорттарҙың көнкүреше, йолалары менән яҡындан танышырға мөмкинселеге була. Тикшеренеү даирәһен киңәйтеү өсөн ул күрше Верхнеуральск өйәзен дә йөрөп сыға. Шул күҙәтеүҙәр һәм тикшеренеүҙәр нәтижәһендә "Из поездки к лесным башкирам" (Землевладение. Т. II, кн. 4. М., 1895) һәм "Башкиры. Этнографическое и санитарно-антропологическое исследование" (СПб, 1899) тигән хеҙмәттәре языла.