Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/11

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Ошо уҡ осорза, атап әйткәндә, 1895 йылда беззең темаға туранан-тура ҡағылышлы булған башҡорт милли аштары тураһында тәүге махсус хеҙмәт донъя күрә. Доктор В. Арнольдов имзаһы менән баҫылған был мәҡәлә "Пища башкмр" тип атала [1.520-521]. Иҫкәрмәнән аңлашылыуынса, ул В. Арнольдовтың Ҡазан врачтар йәмғиәте алдында яһаған докладынан алынған. Мәҡәләлә автор башҡорттарҙың туҡланыу рационында ит, һөт, иген аҙыҡтарының өҫтөнлөк итеүен билдәләй һәм уларҙан ниндәй аш-һыу әзерләнеүен тәфсилләп бәйән итә. Бигерәк тә бында икмәк, бутҡа бешереү, бишбармаҡ әҙерләү, ҡаҡ ҡойоу, әсе бал яһау тураһындағы мәғлүмәттәр ҡыҙыҡлы.

XIX быуаттың икенсе яртыһында үз халҡының милли аштары тураһында башҡорттарҙан сыҡҡан ғалим- тикшеренеүселэр П.С. Назаров, Б.Г. Юлуев, М. Байышевтар бай һәм ҡиммәтле мәғлүмәттәр килтерә. Милли йолаларҙы, ғөрө ф-ғәҙәттәрҙе үз күззәре менән күреп үҫкән һәм зур ғилем алған был талантлы шәхестәрҙең яҙмалары, әлбиттә, ысынбарлыҡты нығыраҡ һәм киңерәк сағылдырыу менән айырыла. Мәҫәлән, П. Назаров үҙенең "К этнографии башкир" тигән зур ғына мәҡәләһендә [15. 164-192] ябай һәм урта хәлле башҡорт ғаиләһенең көндәлек туҡланыу рационына ентекле анализ яһай, байрамдарҙа әҙерләнгән аш-һыузарзы (бишбармаҡ, махан, ҡазы) барлай, башҡорт табыны этикеты тураһында ҡыҙыҡлы материалдар бирә.

Әлбиттә, үрзә атап үтелгән тикшеренеүселәрҙең хеҙмәттәре ҡиммәтле этнографик сығанаҡтар булып тора.