Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/8

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Башҡорттарҙың милли аш-һыуҙары тураһындағы тәүге мәғлүмәт XIII быуатҡа ҡарай. 1253 йылда француз короле Людовик IX ҡушыуы буйынса монголдарҙың ханы Мегуға Вильгельм де Рубрук етәкселегендәге дипломатик миссия ебәрелә. Ул сәйәхәттән В. Рубрук үҙе үткән ерҙәр һәм илдәр тураһында бай тарихи, этнографик һәм географик материалдар килтерә. Ул урта быуат Европа сәйәхәтселәре араһынан беренсе булып башҡорт ерҙәренең теүәл сиктәрен билдәләй, уларҙың тормош-көнкүренешен тасуирлай. Рубрук бик тәфсилләп башҡорттарҙың милли эсемлеге ҡымыҙ һәм уны яһау ысулы тураһында яза. [18. 74-75].

Шулай за башҡорттарҙың милли аш-һыуҙарына бәйле боронғо мәғлүмәттәр бик һай һәм ярлы. Мәҫәлән, XVII быуатҡа ҡараған "Книга Большому Чертежу" тигән китапта "башҡорттарҙың ашамлығы - бал, йәнлек һәм балыҡ", тип кенә әйтелеп киткән. Ә ул замандарҙа башҡорттар, күсмә халыҡ булараҡ, башлыса ит һәм һөт ризыҡтары менән туҡланған.

XVIII-XIX быуаттарҙа башҡорт аштары һәм туҡланған ризыҡтары хаҡында мәғлүмәттәр күбәйә һәм киңәйә бара. Быға Рәсәй Академияһы эшмәкәрлегенең әүҙемләшеүе сәбәпсе була. Төрлө тарихи, географик, этнографик йәмғиәттәр барлыҡҡа килә һәм улар Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙы өйрәнеү эшен киң йәйелдерә. Яңы Ҫарлыҡҡа килгән журналдарҙа, йыйынтыҡтарҙа теге йәки был милләттәр хаҡында, шул иҫәптән башҡорттар тураһында ла, күпләп мәҡәләләр, юлъяҙмалар баҫыла.