Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/84

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

а) Науруз килде. Ҡарттарыңа

Кер, күреп сыҡ!

Ьәр береһен ҡотлай-ҡотлай

Күрешеп сыҡ!


Ьәр береһенә күстәнәс бир, Бир сазаҡа - Йәннәт булыр кил әсәгең, Ьай, иншалла!

б) Наурузда кем ҡарттарҙың

Хәлен белмәй,

Шул кешенең ишегенән

Ырыҫ инмәй.

Наурузда онотҡандың

Ололарҙы -

Эшкинмәйсә, уңға-һулға

Оролғаны.

Науруз байрамдарында ат сабыштырыу, көрәш, ҡыз ҡыуыу, тәкә тартышыу һәм башҡа төрлө бәйге-ярыштар уҙғарылған. Еңеүселәргә бүләкте мир менән (йәғни ауыл, аймаҡ) йыйғандар.

Науруз айында никах туйы үткәреү зә изгегә юралған.

Шулай итеп, Науруз байрамы бар ауыл халҡын берләштереүсе, татыулаштырыусы зур һәм әһәмиәтле байрамдарҙың береһе булған. Уны бергәләп туҡланыу һәм күңел асыу сараһы итеп кенә түгел, ә кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүее, уларзы бер-береһенә