Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/85

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

яҡынайтыусы, әһәмиәтле социаль функция йөрөткән Фатиха байрамы тип ҡарарға кәрәк.

Ҡарға бутҡаһы - язғы йола-байрамдарзың береһе. Ул ҡар иреп бөтөп, ер йылынғас уҙғарыла. Был байрамда тик ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала-саға ҡатнаша. Уны һәр ауыл элек-электән билдәләнгән урында үткәргән. Унда мотлаҡ ҡарғалар ояһы булырға тейеш.

Байрамды уҙғарыу өсөн әбей-һәбей араһынан абруйлы бер ҡатынды Алсабыр, йәғни башлап йөрөүсе итеп һайлағандар. Уның етәкселегендә бала-саға байрам көн иртәһендә ҡарға булып ҡарҡылдай-ҡарҡылдай халыҡты ҡырға сығырға саҡырған. Йоланы белгән ҡатын-ҡыз ҡайһыһы ярма, ҡайһыһы май, ҡайһыһы икмәк-тоҙ, ҡайһыһы сәй-шәкәр алып, билдәле урынға йыйылған. Ҡазан аҫҡандар һәм бутҡа бешерергә ҡуйғандар. Бутҡа өсөн тары, бойзай ярмаларына өҫтөнлөк бирелгән.

Бутҡа бешкәнсе, бала-саға төрлө уйындар ойошторған, ҡыз-ҡырҡын таҡмаҡ әйтеп бейешкән, әбей- һәбей ҡумыз тартып, бейеүселәрҙе дәртләндереп ултырған. Бутҡа ашалып, сәй эселеп бөткәс, ҡалған бутҡаны ағас ботаҡтарына һылағандар, түмәрҙәргә һалғандар.

Төрлө теләктәр әйткәндәр, ҡарғаларға мөрәжәғәт итеп, уңдырышлы йәй килеүен һорағандар. Шунда уҡ ямғыр теләү йолаһы ла уҙғарылған. Йыйылған халыҡ ҡарғаларға мөрәжәғәт итеп, былай тип һораған:

Ямғыр яузыр, ямғыр яузыр,

Ямғыр яуҙырһаң,