Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/83

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

һурпала бешерелгән бойзайзы йәйеп сығалар. Бойзай- туҡлыҡ, ырыҫ билдәһе. Уны бешергәндә түбәндәгесә һамаҡлайҙар:

Науруз йылға баш булыр,

Бойзай ашҡа баш булыр,

Бойзай уңһа, аш булыр,

Уңмаһа, таш аш булыр.


Йылдың башы уң булһын! Ыризығы мул булһын!

Игендәр ташып уңһын!

Ҡаҙандар ташып торһон!

Бир көндәрҙең илен!

Илдәр булһын имен!

Ашағанда иң әүәл бойҙайҙан ауыз итәләр, сөнки бойзай аштың иң олоһо һанала. Өйгә ингән һәр кеше уны тәмләп хужаларға изге теләктәр әйтергә тейеш. Уларға яуап итеп, йорттағы олораҡ кешеләр инеүселәргә өгөт- нәсихәт әйтә, фатиха бирә. Был көндө осрашҡанда һәм хушлашҡанда һәр кем: "Науруз булһын мөбәрәк!" - тип әйтергә тейеш. Был - йыл ҡотло, бәрәкәтле, уңышлы булһын тигәнде аңлата. Йылдың нисек килеүе - Науруз байрамының нисек үтеүенә бәйле, тип ышанған халыҡ. Шуға күрә матур итеп кейенгәндәр, яҡты йөзлө, киң күңелле, изгелекле, дәртле булырға тырышҡандар. Шул маҡсатта төрлө уйын-көлкөләр ойошторолған, Наурузға бәйле йырзар, таҡмаҡтар, һамаҡтар әйткәндәр. Бына шуларҙың ҡайһы берҙәре: