Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/82

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

Дөйөм алғанда, кәсептәргә бәйле йолалар хеҙмәтте ойоштороу, уны еңелләштереү, ырамлы итеү маҡсатынан сығып тыуҙырылған һәм артабан традицияға әүерелгән боронғо ғөрөф-ғәзәттәр ул.

Башҡорт милли йолалары һәм байрамдары һәр ваҡыт күмәк түҡланыу, һый, мәжлес менән оҙатыла. Ҡайһы бер йолаларҙың үззәренә генә хас махсус ризыҡтары, аш-һыузары бар. Күп байрамдарҙа иһә бишбармаҡ, ҡуллама, ҡазы, тултырма, зур бәлеш кеүек иң тәмлеләрҙән һәм ҡәҙерлеләрҙән һаналған ризыҡтар һәм аш-һыузар ҡуйыла.

Махсус ашамлыҡтар менән оҙатылған, халыҡта киң таралған йолаларҙы ентекләп ҡарап үтәйек. Иғтибарҙы иң әүәл мизгел йолаларына йүнәлтәйек.

Науруз байрамы. Ул көн менән төн тиңләшкән мәлдә (21 март) башлана ла ай ахырына тиклем һуҙыла. Уны халыҡта Яңы йыл башы, Яңы йыл байрамы тип тә йөрөтәләр. Бөтә төрки халыҡтарына хас булған был йоланың башы бик тәрән тарих төпкөлдәрендә ята.

Науруз байрамына алдан әҙерләнәләр. Һәр аймаҡ, һәр ауыл уны ҡайза, нисегерәк үткәреү тураһында һүз беркетә. Науруз башланғас та, иртп менән бөтә бала-саға, үҫмерҙәр, йәштәр ауылдың ҡарттарын күреп, уларзы сәләмләп, изге теләктәр әйтеп, фатиха алып сығырға тейеш. Шулай уҡ туғандарҙың хәлен белешеү зә мотлаҡ.

Науруз тыуған көндә һәр өйҙә науруз ашы бешерелә. Ул былай әҙерләнә. Бешкән итте ваҡ киҫәктәргә турап, табаҡҡа һалалар. Өҫтөнә һуған турап, борос һибеп, тоҙлоҡ (һөҙмә) ҡоялар. Ит өҫтөнә алдан быҡтырылған һәм