Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/81

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

йорттан килгән ризыҡ - май муллыҡты символлаштыра. Йорт төҙөгәндә, тула, кейез баҫҡанда, иген урғанда, ашлыҡ һуҡҡанда һәм ошондай күмәк көс талап иткән осраҡтарҙа өмә үткәреү, йәғни күп кешенең көсөн бер урынға туплау йолаһы бар. Бында күмәк көс кенә түгел, килтерелгән ризыҡтар за берләшә һәм берзәм табын ҡорола. Был матур йола ауыл ерҙәрендә бөгөнгәсә һаҡланып килә.

Мәжүсилек билдәләре иген игеүгә бәйле йолаларҙа ла күҙәтелә.

"Боронғо кешеләр орлоҡ сәсеүҙе Ерзең түлләнеүе (ауырға ҡалыуы, ғоманлы булыуы) тип белгән. Башҡорттар йомортҡа түллек символы, тип уның магик көсөнә инанған. Сәсеүлекте һөрөп, тырматып, йомшартыу - Ер-өсәнең күңелен яулау, уға түлләнеү алды тәрбиәһен күрһәтеү ул. Ошо хәстәрлек һәм сәсеүлектә йомортҡа тәгәрәтеү орлоҡ сәсеүгә һалынған магик мәғәнәне, түллек төшөнсәһен көсәйтә. Ә инде илаһи заттарға:

Күк инәһе - күк яулыҡ,

Ер атаһы - ерән һаҡал!

Түбә туҡлыҡтары бир!

йәки:

Ер!Ер! Көсөң бир!

Берзе бир, өсөн бир,

Ябаға тайҙың көсөн бир ... -

тип ялбарыу - "түлләнгән Ерзең" мул уңыш биреүенә һаналған илаһи заттарзан булышлыҡ һорау ул" (2-24).