боланды, "ҡыр кәзәһе"- илекте (ҡоралайҙы), "кәлтә ҡойроҡ, йылтыр күз" төлкөнө аңлатҡан.
Ьунар кейегенә мөрәжәғәттәрҙән айырмалы рәүештә балыҡҡа төбәп әйтелгән теләктә маҡтау за, иҫкәртеү зә, янау за юҡ, бойороу ғына бар:
Балыҡ, ҡап, ҡап,
Яр башында ялтырап ят!
йәки:
Яҡын-яҡын килеп ят,
Аҙағына ҡарап ҡат,
Ҡармаҡ һалдым - йүгереп ҡап,
Үзеңә тигәнде тап!
( 247-248)
Малсылыҡҡа бәйле йолалар башлыса ҡот, түллек төшөнсәһе менән бәйле.
Ҡот - күзгә күренмәҫ абстракт төшөнсә, әммә халыҡ уның барлығына ышана. Мал тотоусылар иҫәпләүенсә, ул - малдың түбәһендәге йә һыртындағы өлтөгө. Мал һатҡанда ҡотто алып ҡалып була. Ҡоттоң магик ҡөҙрәтле үз символдары бар. Улар төрлө ризыҡ, аш-һыузарзан булыуы мөмкин.
Символдарҙың магик көсөнә ышаныу төрлө өмәләрҙә, бигерәк тә торлаҡ ҡороуға бәйле йолаларҙа асыҡ күҙәтелә, мәҫәлән: нигез ҡороласаҡ урынға, тупһа тапҡырына аҡ таш һалыу, нигез ҡороусыға ауылдаштарының ашамлыҡ килтереүе, изән майы (изән аҫтына май һалып ҡалдырыу). Бында аҡ таш - аҡ бәхетте, нигез ҡоролған ергә таш һымаҡ нығынырға теләүҙе, төрлө