Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/79

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
This page has not been proofread.

балыҡ та тотҡан, иген дә иккән. Ер-һыузың матурлығын, уңайлылығын шуға ла ошо кәсептәр күҙлегенән баһалағандар. Быуаттар буйы шөғөлләнә торғас, һәр кәсептең үз йолаһы, үз фольклоры хасил булған.

Эшкә тотоноп киткәндә үк, уның уңышлы башланып, уңышлы тамамланыуын көҫәү йолалары ярҙамында бойомға ашырырға тырышҡандар. Мәжүси замандарза уҡ илаһи заттарға, әруахтарға мөрәжәғәт итеп, "Ҡулдың ҡеүәтен бирһен!" кеүегерәк эш башы теләге әйтелгән. Теләктәр эш ҡоралына ла ("Туҫтаҡҡайым, тулып кит!"), объектҡа ҡарата ла ("Йыуа, йыуа, йыуа, күрен!") әйтелгән.

Эш башы теләктәренең ҡайһы берәүзәрендә ялбарыу мотивын теләк-маҡсат белдереү алмаштыра:

Эй, еләктәр булһа ине,

Силәктәрем тулһа ине,

Матур ҡыззарым менән,

Яратҡан әбейзәрем менән,

Ашарға язһа ине!

(2. 23)

Башҡорттарҙа һунарсылыҡ кәсебе ныҡ үҫешкән була, тигәйнек. Башҡа халыҡтарҙың һунарсылары кеүек, башҡорттар за, ауға сыҡҡанда теләк теләгәндәр. Әммә бында кейектең ысын исеме әйтелергә тейеш булмаған. Халыҡтың ышаныуы буйынса, үҙенең исемен телгә алғанды кейек-ҡош һизә лә алдан уҡ һаҡланыу сараһын күрә икән. Шуға күрә һунарсылар телендә: "айыу" һүзе "олатай" һүзе булып яңғыраған, ә "ҡыр һыйыры"-